Мөһәжир

Мәккәнән Мәҙинәгә күсенеүсе
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр


Мөһәжир (ғәр. المهاجر‎ — «Һижрәт ҡылған кеше») — Мөхәммәт Пәйғәмбәр (саллә-лләһү ғәләйһи үә сәлләм) ваҡытында миләди 622 йылда Мәккәнән Мәҙинәгә күсенгән — һижрәт ҡылған кеше. Ансарҙар менән мөһәжирҙәр мосолман өммәтенең төп көсөн тәшкил иткән.

Тарихы үҙгәртергә

Тәүге мөһәжирҙәр миләди 615 йылда Мәккәнән Эфиопияға (Хәбәшстанға) күсенгәндәр. Улар араһында 83 ир-ат булған.

622 йылда мәккәләрҙең ҡыйырһытыуына сыҙай алмай йөҙләгән ир-ат ғаиләләре менән Мәккәнән сығып киткән һәм Мәҙинәгә барып, ансарҙарҙа йәшәп, шунда төпләнгән. Мөһәжирҙәрҙең күбеһе дине хаҡына туғанлыҡты өҙгән, өйҙәрен, мал-мөлкәтен ҡалдырып киткән.

Тәү мәл уларҙың күбеһе фәҡирлек кисерә. Бәнү Нәдир ырыуын хаслыҡтары өсөн ҡыуып сығарғас, уларҙың йорттары һәм ерҙәре мөһәжирҙәргә бирелгән.

Хәлифә Ғүмәр ибн әл-Хәттаб ансарҙарға башҡаларға ҡарағанда күберәк хеҙмәт хаҡы билдәләгән[1] Мөһәжирҙәргә уларға ҡарағанда юғарыраҡ түләнгән[2][3].

Барлыҡ Хаҡ Хәлифәләр һәм ул урынға ынтылыусылар шулай уҡ мөһәжирҙәрҙән булған. Үмәйәләр һәм Ғаббасиҙар шулай уҡ мөһәжир тоҡомдары булған[4].

Мөһәжирҙәр Бәҙер, Үхүд, Хүнәйнә һәм башҡа урындарҙағы яуҙарҙа ҡаһармандарса һуғышҡан. Бәҙер һуғышында 70-ләп мөһәжир ҡатнашҡан.

Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең вафатынан һуң мөһәжирҙәр һәм ансарҙар тышҡы дошмандар менән һуғышта ҡатнашҡандар[4].

Ҡөрьәндә үҙгәртергә

  Алдынғылар, йорт-ерҙәренән күсеп китеүселәрҙән һәм ярҙам итеүселәрҙән беренселәр һәм уларға эйәреүселәр — рәхмәттә. Алла уларҙан ҡәнәғәт һәм улар ҙа Алланан ҡәнәғәт. Ул уларға мәңге йәшәү өсөн аҫтында йылғалар ағып торған йәннәт баҡсалары әҙерләне. Был — оло уңыш!
 
  Дәхи ул табыш малы, Мәккәнән Мәҙинәгә күсеп барыусы мөһажирҙәр өсөн йорттарын әҙерләп тороусы ансарҙарғалыр, дәхи улар иманды ҡабул иттеләр мөһәжирҙәр Мәҙинәгә килмәҫ борон, ул ансарҙар үҙҙәренә Мәккәнән күсеп килгән мөһажирҙәрҙе яраталар, үә улар тапмаҫтар күңелдәрендә асыуҙы үә хөсөттө мөһажирҙәргә табыш малы бирелгән өсөн... Берәү нәфесенең бик һаранлығынан һаҡланһа, йәғни бирәһе малды бирмәүҙән үә тейешһеҙ малды кешенән алыуҙан һаҡланһа, ундай кешеләр ахирәттә өҫтөнлөк тапҡан кешеләрҙер.
 
  Шунан һуң Раббың, фетнәләнгәндән һуң йорт-ерҙәрен ташлап китеп көрәшеүселәргә һәм сабырлы булғандарға, ысынлап та, Раббың бының һуңынан ярлыҡаусы, рәхимле
 
  Ә золом күргәндән һуң Алла хаҡы өсөн күсеп киткән кешеләр, — Беҙ уларға ошо донъяла бик һәйбәт урындар бүләбеҙ, ә ахирәт көнөнөң әжере — ҙурыраҡ, әгәр улар белһә ине, —
 
  Иман килтергән һәм күскән һәм Алла юлында көрәшкәндәр һәм уларға урын биргән, ярҙам иткән кешеләр — иманлы кешеләр. Улар ярлыҡауға һәм ризыҡҡа хаҡлы.
 

Мөһәжирлек үҙгәртергә

Мөһәжирҙәр тип шулай уҡ динен һаҡлар өсөн икенсе илдәргә күсенгән мосолмандарҙы атайҙар.

Һижрәтте ойошторған шәхес үҙгәртергә

 

  • Мәҙинә ҡалаһы. Пәйғәмбәр мәсете. Был мәсет ихатаһы эсендә Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең һәм яҡындарының ҡәберҙәре. «Йәшел көмбәҙ» кәшәнәһе күренә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Ислам: ЭС, 1991, с. 177
  2. Большаков, 2002
  3. ал-Балазури. Завоевание стран. — С. 451.
  4. 4,0 4,1 Али-заде, 2007

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Али-заде, А. А. Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Большаков О. Г. Мухаджир // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991. — С. 177.
  • Большаков, О. Г. История Халифата, т.2: эпоха великих завоеваний. — 2. — М.: Восточная литература, 2002.
  • Мухаджиры / Москаленко В. Н. // Монголы — Наноматериалы. — М. : Большая российская энциклопедия, 2013. — С. 527. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 21). — ISBN 978-5-85270-355-2.