Мәүлитова Мөнәүәрә Ғәбдрәҡип ҡыҙы

табип-хирург, профессор

Мәүлитова Мөнәүәрә Ғәбдрәҡип ҡыҙы (16 август 1923 йыл) — ғалим-табип, балалар хирургы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1979), профессор (1980). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1989), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1963). С. Д. Терновский исемендәге премия лауреаты (2008).

Мәүлитова Мөнәүәрә Ғәбдрәҡип ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 16 август 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Тыуған урыны Урҙайбаш, Бәләбәй кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 15 июнь 2022({{padleft:2022|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (98 йәш)
Һөнәр төрө хирург, университет уҡытыусыһы
Эш урыны БДМУ
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт медицина институты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Һаулыҡ һаҡлау Отличнигына» тамғаһы (СССР)

Биографияһы үҙгәртергә

Мөнәүәрә Ғәбдрәҡип ҡыҙы Мәүлитова 1923 йылдың 16 авгусында Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантоны[1] Урзайбаш ауылында тыуған.

1940 йылда Бүздәк районы Арыҫлан ете йыллыҡ мәктәбе уҡытыусыһы, 1942—1944 йылдарҙа ошо мәктәп директоры булып эшләй.

1944—1945 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Бүздәк район комитеты секретары.

1945—1950 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтында белем ала.

1950—1953 йылдарҙа Ишембай ҡала һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдире һәм Өфө ҡала һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдире урынбаҫары.

1956 йылдан Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында эшләй башлай, 1959 йылдан — бүлек мөдире.

1964—1966 йылдарҙа — Өфө ҡала һаулыҡ һаҡлау бүлеге хирургы, шул уҡ ваҡытта, 1964—1967 йылдарҙа, 1-се һәм 2-се Өфө ҡала дауаханалары табибы, 1966 йылдан — бүлек мөдире.

1966 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты (хәҙерге Башҡорт дәүләт медицина университеты) уҡытыусыһы.

1966—1989 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының баш балалар хирургы. Республикала балалар хирургияһын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән[2].

1970—1989 йылдарҙа — балалар хирургияһы кафедраһы мөдире.

2001 йылдан башлап Республика балалар клиник дауаханаһында эшләй.

Балалар хирургияһын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Рәсәй Медицина фәндәре академияһының С. Д. Терновский исемендәге премияһы менән бүләкләнә (2008).

Фәнни эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Фәнни эшмәкәрлеге киҫкен һәм хроник деструктив пневмонияны диагностикалау һәм дауалау ысулдарын яҡшыртыу, аппендикуляр перитонитты, гематогенлы остеомиелитты киҫәтеү һәм дауалауға бәйле.

Профессор Мәүлитова етәкселегендә балаларға хирургик ярҙам күрһәтеү өсөн нормативтар, ҡалҡан биҙен хирургия юлы менән дауалауҙы нигеҙләү, балаларҙа бронхоэктатик сирҙе иртә диагностикалау һәм уларҙы диспансеризациялау буйынса тәҡдимдәр эшләп сығарыла.

Мөнәүәрә Ғәбдрәҡип ҡыҙы Мәүлитова — 170-тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Фәнни хеҙмәттәре үҙгәртергә

  • Профилактика инфекционных осложнений и комплексное лечение детей с сочетанной и комбинированной термической травмой, пострадавших на катастрофе. Уфа, 2004 (соавт.);
  • Организация, развитие и становление детской хирургии в Республике Башкортостан. Уфа, 2011.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1963),
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1989),
  • Рәсәй Федерацияһы Медицина фәндәре академияһы Президумының С. Д. Терновский исемендәге премияһы лауреаты (2008).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә