Мәҡхур Камель Хәсән

Камель Хәсән Мәҡхур (1 ғинуар 1935 йыл2002 йыл) — Ливия адвокаты, яҙыусы һәм дипломат.

Мәҡхур Камель Хәсән
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Ливия
Тыуған көнө 1 ғинуар 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Триполи, Ливия
Вафат булған көнө 5 ғинуар 2002({{padleft:2002|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (67 йәш)
Һөнәр төрө дипломат, адвокат, судья, яҙыусы
Биләгән вазифаһы генеральный секретарь ОПЕК[d]
Уҡыу йорто Ҡаһирә университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Арабский социалистический союз[d]
Рәсми сайт kamelmaghur.com/EnglishP…

Биографияһы үҙгәртергә

Камель Хәсән Мәҡхур Триполи ҡалаһының Дахра районында 1935 йылда тыуған[1] Мәҡхур үҙенең бала сағын башта Дахрала, һуңынан Ҡаһирәлә үткәрә, шунда мәктәпте тамамлай.

1957 йылда Ҡаһирә университетының юридик факультетын тамамлай, шунан һуң һөнәре буйынса дәүләт аппаратында эшләү өсөн Ливияға ҡайта. Ике йылдан һуң Триполитанияның юрисконсульты ярҙамсыһы булып тәғәйенләнә. 1969 йылда Апелляция судының судьяһы, һәм 1970 йылда Юғары судтың судьяһы итеп тәғәйенләнә. Ливияла сит ил хәрби базаларын ябыу, шулай уҡ Ливия хөкүмәте һәм бизнес алып барыу буйынса нефть компаниялары араһында һөйләшеүҙәрҙә юридик консультант була.

1972 йылда БМО ҡарамағында Ливияның даими вәкиле итеп тәғәйенләнә. Һуңынан Канадала илсе, 1975 йылданФранцияла, артабан Ҡытайҙа Ливияның беренсе илсеһе була.

1982 йылдың мартында Юғары Халыҡ комитеты (хөкүмәт) составына нефть эштәре буйынса секретарь булараҡ (министр) инә, Ливия менән Тунис араһында континенталь шельф тураһында бәхәс буйынса Гаагала Халыҡ-ара судта эште ҡарауҙа Ливия вәкиле була. 1984 йылда Нефть экспортлаусы илдәр ойошмаһында (ОПЕК) генераль секретары була.

1986 йылдың 1 мартында Ливия Жәмәһириәһенең тышҡы бәйләнештәр буйынса секретары итеп тәғәйенләнә (сит ил эштәре министры) һәм ошо вазифала бер йыл эшләй. 1991 йылда Аузу һыҙаты арҡаһында Чад-Ливия бәхәсенең сиселеше процесында тағы Ливияның дәүләт делегцияһы вәкиле була. 1986 йылдың декабрендә рәсми визит менән СССР-ға килә.

1989 йылда Триполи ҡалаһында үҙ «MAGHUR & PARTNERS» фирмаһын аса

1997 йылда Халыҡ-ара енәйәт трибуналын ойоштороу буйынса БМО конференцияһында Ливия вәкиле була. 1998 йылда БМО-ла делегацияны етәкләй, унда "Локерби эше" буйынса һәм Ливияға ҡарата БМО санкцияларын бөтөрөү мәсьәләләре тикшерелә. "Локерби эшендә" БМО-ла тыңлауҙарҙа Ливия версияһын яҡлау буйынса төп юрист булды.

Ливияның беренсе әҙәбиәтселәренең береһе була, 1950 йылдан яҙа. Һигеҙ баҫылып сыҡҡан китап авторы, ике һуңғыһы 2000 йылдың июлендә сығарыла.

Ливияның педагогы һәм йәмәғәт эшмәкәре Сухир Әл-Гарьяниға өйләнә, уларҙың ете балаһы— өс малай һәм дүрт ҡыҙы була.

Марокко Король академияһының ағзаһы була һәм бер нисә хөкүмәт наградаларына лайыҡ була. Ливияла 2002 йылда вафат була.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. The Middle East and North Africa - Europa Publications Limited - Google Books. Books.google.ca. Дата обращения: 10 ғинуар 2012.