Мәскәү юғары хәрби команда училищеһы

Жуков, Ленин һәм Октябрь Революцияһы ордендары, Ҡыҙыл Байраҡ Мәскәү юғары дөйөм ғәскәри команда училищеһы (МВОК) — 1917 йылдың 28 декабрендә нигеҙ һалынған Рәсәй Ҡораллы көстәренең юғары хәрби уҡыу йорто.

Мәскәү юғары хәрби команда училищеһы
Нигеҙләү датаһы 1917
Логотип
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Мәскәү
Урын Мәскәү
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Жуков ордены Ленин ордены Октябрь Революцияһы ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены юбилейный почётный знак в ознаменование 50-летия образования Союза ССР
Рәсми сайт mkpu.ru
Тасуирлау биттәре ens.mil.ru/education/hig…
Карта
 Мәскәү юғары хәрби команда училищеһы Викимилектә

Рәсәйҙә Ҡыҙыл майҙанда йәш офицерҙарҙы әҙерләгән берҙән-бер хәрби юғары уҡыу йорто.

Мәскәү юғары хәрби команда училищеһы 1917 йылдың 15 декабренән алып үҙ тарихын алып бара. Училище курстар сифатында — 1917 йылдың декабрендә, 1-се Мәскәү революция пулемет мәктәбе булараҡ, В. И. Лениндың шәхси указы буйынса эшләй башлай.

Тарихы үҙгәртергә

Булдырыу үҙгәртергә

Беренсе сығарылыш 1918 йылдың 25 мартында була. Сентябрь 1918 — пулемет курсы Кремлгә, латыш уҡсыларына алмашҡа, күсерелә, латыштар фронтҡа оҙатыла. 1919йылдың ғинуар айынан алып Кремль курсанттарына Кремлде һаҡлау, дәүләт һәм хөкүмәт етәкселәренең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, ,дәүләт һәм хөкүмәт етәкселәренең сит ил вәкилдәре менән осрашыу ваҡытында һаҡлау сараларында ҡатнашыу, Кремль территорияһында тәртип булдырыу бурыстары йөкмәтелә.

Бөйөк Ватан һуғышына тиклем үҙгәртергә

 
1-се Мәскәү совет пулемет курсының 18-се сығарылышы. 1921 йыл
 
ВЦИК исемендәге РККА-ның 1-се Совет берләштергән хәрби мәктәбе ҡараулы. Ленин мавзолейы һағында. 1924 йыл

Беренсе сығарылыш 1918 йылдың 25 мартында уҙғарыла. Сентябрь 1918 — пулемёт курстары Кремлгә, латыш уҡсыларына алмашҡа, күсерелә. Быға тиклем Кремль һағында торған латыштар фронтҡа ебәрелә. 1919 йылдың ғинуарынан Кремль курсанттарына Кремлде һаҡлау һәм обороналау, дәүләт һәм хөкүмәт етәкселәренең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, дәүләт һәм хөкүмәт етәкселәренең сит ил вәкилдәре менән осрашыуҙарҙа һаҡлау сараларында ҡатнашыу, Кремль территорияһында үткәреү режимын һәм тәртип һаҡлау бурыстары йөкмәтелә.

Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы осоронда курсанттар Тамбов ихтилалын (1920—1921) һәм 1921 йылдың мартындағы Кронштадт ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнашалар. Шул уҡ йылда курсанттар бригадалары Кубандә врангелдәрҙе, Дағстанда һәм Әзербайжанда бандаларҙы ҡыйраталар[1].

В. И. Ленин 1922 йылдың февраленән алып 1-пехота полкы батальонының почетлы курсанты булып тора, 1923 йылдың 15 сентябренән — ВЦИК исемендәге мәктәптең почетлы командиры. М. И. Калинин, М. В. Фрунзе, Н. И. Подвойский, С/ С. Каменев, А С. Енукидзе, Г В. Чичерин, Д. А. Петровский, И. Э. Якир, Р. А. Петерсон шулай уҡ училищеның почетлы командирҙары булып иҫәпләнә.

 
Почетлы курсанттар исемлеге

1919 йылдың февраленән 1935 йылдың октябренә тиклем училище Мәскәү Кремлендә урынллаша.

1924 йылдан 1935 йылға тиклем курсант Ленин Мавзолейы ишеге янында ҡарауылда торалар, унда ВЦИК Президиумының ҡарарына ярашлы почетлы пост ойошторола (1-се пост). 1935 йылда училище Кремль территорияһынан Лефортовоға күсерелә, ә Кремлде һаҡлау мәсьәләһе махсус тәғәйенләнгән батальонға тапшырыла (хәҙер — Махсус тәғәйенләнешле полк).

1939 йылдың авгусында бөтә сығарылыш Халхин-Гол йылғаһы тирәһенә япон баҫҡынсылары менән көрәшкә ебәрелә.

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында үҙгәртергә

 
Мәскәү пехота училищеһы курсанты Д. Т. Язов.



Новосибирск, 1941 йыл

1941 йылдың 2 ноябрендә училищеның матди-техник базаһы Мәскәүҙән Новосибирск ҡалаһына күсерелә.

1941 йылдың 6 октябрендә ҡарары Баш командование ставкаһы ҡарары менән курсанттарҙан айырым Кремль полкы булдырыла. Ун курсант ротаһында 1330 курсант, 130 ҡыҙылармеец һәм 112 офицер була. Полк командиры итеп Советтар Союзы Геройы полковник С. И. Младенцев тәғәйенләнә. 1941 йылдың 12 октябрендә училищеның айырым курсант полкы 85 километрлыҡ марш эшләп, Рокоссовскийҙың 16-сы армияһы составында Лама йылғаһының көнсығыш ярында Волоколамск йүнәлешендә тәүге алышта ҡатнаша.

1941 йылдың 6 октябрендә, Мәскәүҙе обороналау буйынса бурысын үтәгәндән һуң, айырым курсанттар полкы тарҡатыла.

Өлкән курс курсанттары лейтенант званиеһында ғәмәлдәге армия частарына ебәрелә, ә командирҙар һәм уҡытыусылар составы һәм 158 курсант училищеға кире ҡайта, сөнки һуғыш мәлендә дөйөм ғәскәрҙәр командирҙарын әҙерләүҙе ҡырҡа көсәйтергә кәрәк ине.

Мәскәү өсөн алыштарҙа күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн , 59 курсант һәм 30 офицер орден һәм миҙалдар менән наградлана. Уларҙың иҫтәлегенә училищеның төп корпусында мемориаль таҡтаташ асыла. Мәскәү эргәһендәге алыштарҙа полктың юғалтыуҙары 811 кеше тәшкил итә. Ярополец ауылындағы туғандаш ҡәберлегендә Ҡыҙыл армияның 500-гә яҡын Кремль курсанты һәм 200 яугиры ерләнгән, һәйкәл ҡуйылған.

1942 йылдың 28 ғинуарында училище Мәскәүгә ҡайта. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бөтәһе 19 сығарылыш булған һәм 24 000-дән ашыу командир әҙерләнгән.

Һуғыштан һуңғы осор үҙгәртергә

 
МВВКУ-ны тамамлауысының түш билдәһе

1945 йылдың 28 июнендә училище ике йылға уҡытыу срогына күсерелә, ә 1945 йылдың октябрендә — Лефортово ҡасабаһы Кузьминки, Ухтомский районы, Мәскәү өлкәһенең Люблино районы) күсенә. Училище 1953 йылдың 1 октябренән — өс, 1957 йылдан техник йүнәлешле дөйөм ғәскәри командирҙарҙы әҙерләүгә күсә.

1961 йылда училище тәүге тапҡыр юғары белемле офицерҙар сығара.1993 йылдың 11 декабрендә, Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының 564-се бойороғона ярашлы, училище РСФСР Юғары Советы исеменән мәхрүм ителә.

2001 йылда училище биләмәһендә училище биләмәһендә һәләк булған училище тамамлаусылар иҫтәлегенә изге Александр Невский ҡорамы төҙөлгән (Афғанстанда 56 уҡыусы һәләк булған, 40-ҡа яҡын — Чечняла).

Хәҙерге ваҡытта үҙгәртергә

Юғары хәрби белем биреү программалары буйынса квалификациялы белгестәр әҙерләү алып барыла.

Юғары белем биреү программаһы буйынса курсанттарҙың уҡыу ваҡыты — 4 йыл; сығарылыш уҡыусыларына «лейтенант» исеме бирелә. 290301 — «персонал менән идара итеү», белгес квалификацияһы буйынса уҡытыла.

2019 йылдың сентябренән әлегә тиклем училище начальнигы — генерал-майор Бинюков Роман Александрович.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

исемле, 1921 йылдың 3 февралендә Совет Республикаһын һаҡлау эшендә айырым ҡаҙаныштары һәм Кремлде өлгөлө һаҡлаған өсөн Мәскәү Үҙәк һайлау комиссияһы Президиумы ҡарары менән мәктәпкә үҙгәртеп ҡорола. Мәктәпкә Бөтә Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы исеме бирелә. Артабан Рәсәй Оборона министрының 564-се бойороғо буйынса был исем алына.
  1938 йылдың 6 декабрендә — республиканы яҡлау эшендә ҡаҙаныштарыы һәм Кремлде өлгөлө һаҡлау өсөн. —   1965 йылдың 7 майында — Бөйөк Ватан һуғышы осоронда юғары квалификациялы офицерҙар кадрҙарын әҙерләү эшендә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн.
  1972 йылдың декабрендә[2]  1978 йылдың 21 февралендә — офицерҙар кадрҙарын әҙерләү эшендә һәм Совет армияһының 60 йыллығы хөрмәтенә.
Ҡалып:Орден Жукова 2017 йылдың 15 декабрендә — командованиеның, профессор-уҡытыусылар составының һәм училище тәрбиәләнеүселәренең Ҡораллы Көстәр төҙөлөшөнә һәм илдең оборона һәләтлелеген нығытыуға индергән өлөшө өсөн[3].

 
Мәскәү юғары команда училищеһының сығарылыш тантанаһы. 2018 йылдың 1 апреле.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Сводная бригада курсантов
  2. Историческая справка об училище 2016 йыл 23 июнь архивланған.
  3. Министр обороны вручил орден Жукова Московскому высшему общевойсковому командному училищу. Министерство обороны Российской Федерации (15 декабрь 2017). Дата обращения: 15 декабрь 2017. Архивировано 15 декабрь 2017 года.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Приказ Министра обороны Российской Федерации от 24 апреля 2010 года № 100 «Об утверждении Инструкции об условиях и порядке приёма в военные образовательные учреждения высшего профессионального образования Министерства обороны Российской Федерации»
  • Приказ НКО № 2395 от 20.11.1935 о присвоении Горбачеву Б. С. военного звания «комкор».
  • Приказ НКО № 2484 от 26.11.1935 о присвоении Егорову Н. Г. военного звания «комбриг».
  • Приказ НКО № 1718 от 13.04.1937 об увольнении Лашука П. М. по статье 43 «а» с присвоением военного звания «комбриг запаса».
  • В. Волков. «Московское высшее военное командное училище — предыстория и 90 славных лет».

Һылтанмалар үҙгәртергә