Мүк еләге (рус. Клю́ква, лат. Oxycóccus) — арса һымаҡтар ғаиләһенән күп йыллыҡ, йыл буйына йәшел, 75 см тиклем оҙонлоҡтағы ҡаты еп рәүешле түшәлеп үҫкән һабаҡлы мәңге йәшел түшәлеүсән бәләкәй ҡыуаҡлыҡ.

Мүк еләге
Мүк еләге (Vaccinium oxycoccos)
Мүк еләге
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Vaccinium subgen. Oxycoccus (Hill) A.Gray (1848)

Синонимдар
Vaccinium sect. Oxycoccus (Hill) W.D.J.Koch (1837)
Ырыу
Ареал
изображение

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  23571
NCBI  13749

Ҡылыҡһырлама үҙгәртергә

Япрағы оҙонса — йомортҡа формаһында, ҡалын, ҡыҫҡа һаплы. Сәскәһе оҙон сәскә һабында, ал төҫтә; касаһы һәм тажы 4 бүлемле, һеркәсе 8. Сәскәлеге тәлгәш һымаҡ. Май—июндә алһыу ҡыҙыл сәскә ата. Емеше — һутлы ҡарағусҡыл ҡыҙыл еләк, август—сентябрҙә өлгөрә һәм үҫемлектә ҡар аҫтында яҙға тиклем һаҡлана. Башҡортостандың Урал алдының һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының төньяҡ өлөшөндә күтәренке һәм күсмә һаҙлыҡтарҙа үҫә. Дарыу үҫемлеге. Составында С, В1, В2 витаминдары, каротиндар, органик кислоталар, пектиндар, эфир майҙары булған еләген яңы йыйылған һәм эшкәртелгән килеш аҙыҡ итеп ҡулланалар. Япрағы сәй эсемлеге әҙерләү өсөн файҙаланыла. Яҙға тиклем тәмен юғалтмай. Ваҡ емешле. Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Таралыуы үҙгәртергә

Мүк еләге һаҙлыкта үҫә, яҡтылыҡ яратыусан. 4 төрө билдәле, Евразияның һәм Төньяҡ Американың субарктик һәм уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә. Тик бик һирәк осрай.

 
Сәскә атыусы мүк еләге. Германия

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Oxycoccus в базе данных Index Nominum Genericorum (ING) (инг.)  (Тикшерелеү көнө: 27 май 2009)

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Губанов И. А., Киселёва К. В., Новиков В. С., Тихомиров В. Н. 1255. Achillea millefolium L. — Тысячелистник обыкновенный // Иллюстрированный определитель растений Средней России. В 3-х томах — М.: Т-во науч. изд. КМК, Ин-т технолог. иссл, 2004. — Т. 3. Покрытосеменные (двудольные: раздельнолепестные). — С. 319. — ISBN 5-87317-163-7(рус.)
  • Ғүмәров В. З. Тыуған яҡтың шифалы үҫәмлектәре. —Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1996. −160 б. ISBN 5-295-01499-1