Мырҙабай (Морһабай[2]; рус. Мурзабаева) — Рәсәй Федерацияһы Ҡурған өлкәһе Сафакүл районы ауылы. Субботино ауыл советы составына керә.

Ауыл
Мырҙабай
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Ҡурған өлкәһе

Муниципаль район

Сафакүл районы

Ауыл биләмәһе

Субботино ауыл советы

Координаталар

54°52′ с. ш. 62°51′ в. д.HGЯO

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1765

Халҡы

183[1] кеше (2010)

Почта индексы

641089

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

45

ОКАТО коды

37 232 830 002

ОКТМО коды

37 632 430 106

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Мырҙабай (Рәсәй)
Мырҙабай
Мырҙабай
Мырҙабай (Ҡурған өлкәһе)
Мырҙабай

Тарих үҙгәртергә

Тәүге тапҡыр 1765 йылда телгә алына[3]. Революцияға тиклем Мырҙабай ауылы Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Ҡалмаҡ улусы составында була[3].

Революциянан һуң Башҡорт АССР-ының Ялан кантоны составына керә. 1922 йылда Урал өлкәһенең яңы ойошторолған Ялан районы составына бирелә. 1930 йылда Ялан районы бөтөрөлгәс, Мырҙабай ауылы Ялан-Ҡатай районына керә. 1934 йылда Ялан-Ҡатай районы Силәбе өлкәһе составына инә. 1940 йылда Мырҙабай ауылы яңы ойошторолған Сафакүл районына керә, 1943 йылда был район Ҡурған өлкәһе составына инә.

Халҡы үҙгәртергә

1795 1834 1866 1900
40 203 189 375
Халыҡ иҫәбе
2010[1]
183

2002 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (96 %) йәшәй[4].

Инфраструктура үҙгәртергә

Ауылда башланғыс мәктәп, фельдшер-акушер пункты, мәҙәниәт йорто бар[5].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения Курганской области. Дата обращения: 21 июнь 2014. Архивировано 21 июнь 2014 года.
  2. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 344. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  3. 3,0 3,1 Урал аръяғы Ырымбур губернаһы башҡорттары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Мурзабулатов М. В., Шитова С. Н., Юсупов Р. М. Зауральские башкиры // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  5. Субботинский сельский совет 2016 йыл 3 сентябрь архивланған.// Официальный сайт администрации Сафакулевского района.