Мыреева Анна Николаевна

Мыреева Анна Николаевна (22 декабрь 1930 йыл — 7 сентябрь 2012 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, тәржемәсе. Филология фәндәре кандидаты, СССР Фәндәр академияһы Себер бүлексәһенең атҡаҙанған ветераны (1982).

Мыреева Анна Николаевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 22 декабрь 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Тыуған урыны Алданский район[d], Яҡут Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 7 сентябрь 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (81 йәш)
Вафат булған урыны Яҡутск, Рәсәй
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны Төньяҡ-Көнсығыш федераль университеты
Уҡыу йорто А. И. Герцен исемендәге Рәсәй дәүләт педагогия университеты
Ғилми дәрәжә филология фәндәре кандидаты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены

40-тан ашыу ғилми хеҙмәт авторы[1], шул иҫәптән монографиялар, дәреслектәр һәм китаптары бар.[2]

Биографияһы үҙгәртергә

Анна Николаевна Мыреева 1930 йылдың 22 декабрендә[3] Яҡут АССР-ы Алдан улусының Буяга ауылында һунарсы эвенк ғаиләһендә тыуған[4].

1955 йылда Ленинград дәүләт университетының (хәҙер А. И. Герцен исемендәге Рәсәй дәүләт педагогия университеты) төньяҡ бүлеген «рус теле һәм әҙәбиәте» һөнәре буйынса ҡыҙыл дипломға тамамлай. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Алдан районының Чагдин урта мәктәбендә рус теле уҡытыусыһы булып башлай.

1957 йылдан СССР ФА Себер бүлеге Тел, әҙәбиәт һәм тарих институтының Яҡут филиалында эшләй: тәүҙә өлкән лаборант, 1968—1971 йылдарҙа тел секторының кесе ғилми хеҙмәткәре, 1971—1986 йылдарҙа — төньяҡ филология секторы мөдире, 1986—1990 йылдарҙа — өлкән ғилми хеҙмәткәр.

1991 йылдан РФА Себер бүлегенең Аҙ һанлы себер халыҡтары мәсьәләләре институтында эшләй: 1991—2001 йылдарҙа — эвенк филологияһы бүлеге мөдире, 2001 йылда — тунгус-маньчжурия филологияһы бүлегенең төп ғилми хеҙмәткәре.

1970 йылда Анна Николаевна «Учурский и томмотский говоры эвенкийского языка» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1982 йылда уға «СССР халыҡтары телдәре» һөнәре буйынса «өлкән ғилми хеҙмәткәр» дәрәжәһе бирелә.

А. Н. Мыреева — билдәле тәржемәсе, ул А. С. Пушкин әҫәрҙәрен эвенк теленә, шулай уҡ эвенк фольклоры өлгөләрен урыҫ һәм яҡут телдәренә тәржемә итә. 2004 йылда Мыреева «Ҙур академик эвенк-урыҫса һүҙлеген» баҫтырып сығара. Шулай уҡ Яҡут дәүләт университетының (хәҙер Төньяҡ-Көнсығыш федераль университеты) филология факультеты төньяҡ телдәр кафедраһында педагогик эшмәкәрлек алып бара. Йәмәғәт эштәре менән дә шөғөлләнә: Саха Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Телдәр сәйәсәте буйынса совет ағзаһы һәм Саха (Яҡутстан) Республикаһы аҡһаҡалдар советы ағзаһы була, Саха Республикаһының Эвенк ассоциацияһы эшендә ҡатнаша[5].

2012 йылдың 7 сентябрендә Якутскиҙа вафат була.[3]

2015 йылдың 22 декабрендә РФА Себер бүлеге Аҙ һанлы төньяҡ халыҡтарының гуманитар тикшеренеүҙәр һәм проблемалары институтында Анна Николаевна Мырееваның тыуыуына 85 йыл тулыу айҡанлы юбилей кисәһн үткәрелә[3]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

 
2003 йылға тиклем Дәүләт премияһы билдәһе

2005 йылдың декабрь айында 26.04.2003 йыл

  • Яҡут АССР-ы Юғары Советының Почёт грамоталары (1966, 1981).
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1971) һәм миҙалдар, шул иҫәптән «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1987).
  • Саха Республикаһының (Яҡутстан) атҡаҙанған уҡытыусыһы
  • Рәсәй Федерацияһының дәүләт премияһы (2001).
  • «Гражданлыҡ ҡыйыулығы» билдәһе (Саха Республикаһы (Яҡутстан) Президенты указы, 26.04. 2003 йыл)
  • Яҡутстанда ҡатын-ҡыҙҙарҙан беренсе булып 2005 йылдың декабрь айында Рус православие сиркәү бүләге — III дәрәжә княгиня Ольга ордены менән бүләкләнә (эвенк теленә «Евангелия от Луки» тәржемәһе өсөн).[4]
  • РФ фәндәр өлкәһендә аҙ һанлы төньяҡ халыҡтары депутатлыҡ ассамблеяһының «Ал таң» премияһы лауреаты
  • Алдан районының почётлы гражданы[4]

.

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Преданность науке; к юбилею А. Н. Мыреевой: биобиблиографический указатель. Якутск, Издательство ИГИиПМНС, 2011 год.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә