Мосолов Василий Петрович

Василий Петрович Мосолов (13 [25] августа 1888 (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 12 [24] сентября 1888[1][2]), Мари-Турек ауылы, Уржумский районы — 10 февраль 1951, Мәскәү) — үҫемлекселек һәм игенселек өлкәһендәге ғалим, ауыл хужалығы фәндәре докторы (1935), профессор (1925), ВАСХНИЛ академигы, (1935), ВАСХНИЛ-дың вице-президенты (1939—1951), мариҙар араһынан сыҡҡан беренсе академик. Сталин премияһы лауреаты (1943, 1951).

Василий Петрович Мосолов
Файл:Мосолов Василий Петрович.jpg
Тыуған көнө

13 (25) август 1888({{padleft:1888|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})

Тыуған урыны

Село Мари-Турек, Уржумский уезд, Вятская губерния, Российская империя

Вафат көнө

10 февраль 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (62 йәш)

Вафат урыны

Москва

Ил

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы, СССР

Ғилми даирәһе

агроном, растениевод,

Альма-матер

Московская сельскохозяйственная академия имени К. А. Тимирязева

Ғилми дәрәжәһе

ауыл хужалығы фәндәре докторы

Ғилми исеме

академик ВАСХНИЛ

Награда һәм премиялары
III дәрәжә Изге Анна ордены
III дәрәжә Изге Анна ордены
Сталин премияһы — 1943 Сталин премияһы — 1951 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Василий Мосолов 1888 йылдың 25 авгусында (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 24 сентябрь) Мари-Турек ауылында (Уржумский өйәҙе) Вятка губернаһы (хәҙер — Мари-Турекский районы Марий Эл Республикаһы) күп балалы мари крәҫтиәндәре ғаиләһендә тыуған

Бала сағынан уҡ тормош ауырлығын үҙ елкәһендә татыған. Түбәнге ауыл хужалығы мәктәбендә уҡыу түләүле була, шуға күрә Василийға йәштән үк үҙенә аҡса эшләргә тура килә. Ятаҡта йәшәү өсөн 20 бот һоло индерергә кәрәк була, ә уның бындай ашлыҡ алырға аҡсаһы булмай, шуға күрә уға тирмән хужаһына батраклыҡ итеп тирмәндә йәшәргә тура килә. Хәйерселек һәм ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, ул мәктәпте отличие менән тамамлай. Үҙ аллы күп шөғөлләнә, китаптар уҡый, башланғыс кластар уҡытыусыһы вазифаһына иимтихандарҙы экстерн юлы менән тапшыра. Тыуған ерендә элеккесә эш булмағас, йәш кеше Ҡазан губернаһының Масловка ауылына күсеп китә. Унда ете йыл буйына земство училищеһында ауыл хужалығы класының мөдире һәм хужалыҡ мөдире ярҙамсыһы булып эшләй. 1914 йылдың ғинуарынан 1917 йылдың мартына тиклем Лайыштағы һөнәрселек мәктәбендә дөйөм игенселек һәм шәхси ер эшкәртеү буйынса уҡыта.

Февраль революцияһынан һуң ул Ҡазанға китә: уҡыу фермаһында идарасы ярҙамсыһы булып эшләй. Квалификация имтиханы тапшырҙыҡ, 1918 йыл аҙағында ул уртаса квалификациялы агрономлыҡҡа имтихан тапшыра һәм Сернур тигән мари ауылына агроном булып китә, бында ул үҙ тәжрибәһендә крәҫтиәндәр өсөн агрономия фәненең ҙур әһәмиәткә эйә булыуын аңлай. Шуға күрә киләһе йылда Василий Ҡазан политехник институтының агрономия факультетына уҡырға инә[3].1907-1917 йй. агроном һәм уҡытыусы булып эшләй. Ҡазан ауыл хужалығы училищеһын тамамлай (1918]). 1919—1921 йылдарҙа губернаның игенселек идаралығында эшләй. 1922 йылда тамамлай К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһын тамамлай. 34 йәшендә уны тамамлағанда Мосолов бер нисә ғилми мәҡәләләр авторы булған була инде. Мосолов ғалим булараҡ дан ҡаҙана. 1924—1951 йылдарҙа Ҡазан ауыл хужалығы институтының дөйөм кафедраһында эшләй (1925 йылдан алып — профессор). 1932 йылдан алып КПСС-тың ағзаһы . 1938 йылдан алып ВАСХНИЛ-да эшләй,[4].

Мәскәүҙең Ваганьково зыяратында ерләнгән.

Фәнни эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Ғилми эштәренең төп йүнәлеше үлән сәсеү мәсьәләләренә, баҫыу культураларының агротехникаһы, игенселек.Күп йыллыҡ үләндәрҙеңбиологияһын өйрәнә, үҫемлекселектең продуктлылығын арттырыуҙа уларҙың ролен күрһәтә[4].

В. П. Мосолов Ҡазан агрономмәктәбенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе тип һанала[3]. Уның ғилми тикшеренеүҙәре булып тупраҡтың туҡланыу режимы, тупраҡ эрозияһы менән көрәшеү, күп йыллыҡ үлән һәм иген культураларының агротехникаһын эшләү, орлоҡсолоҡ ысулы менән клевер һәм люцерна үҫтереү; тупраҡ эшкәртеүҙә ашламалар ҡулланыу, ҡый үләндәре менән көрәшеүҙең сәселгән культуралар уңышын күтәреүҙең мәғәнәһе һәм әһәмиәте; игенселектең рельефҡа бәйле мәсьәләләрен өйрәнеү тора. 200-гә яҡын фәнни хеҙмәте нәшер ителгән, шул иҫәптән, 44 китап һәм брошюралары, 16 монографияһы баҫылып сыҡҡан. Байтаҡ хеҙмәттәре сит телдәргә тәржемә ителгән һәм бер нисәһе сит илдәрҙә баҫтырып сығарыла[5].

Фәнни хеҙмәттәре:

  • Ҡыҫҡаса курсы дөйөм игенселек. — Ҡазан: Татгосиздат, 1936. — 248 с.
  • Ужым культураларының агротехникаһы һәләк менән көрәш. — 2 — изд. — Ҡазан: Татгосиздат, 1938. — 216 с.
  • Агротехник севооборот нигеҙе. — М.: Сельхозгиз, 1940. — С. 175
  • Агротехника. — 3-изд. — М.: Сельхозгиз, 1952. — С. 511
  • Әҫәрҙәр: 5-ти. т. — М.: Сельхозгиз, 1952—1955. — 1-5 т.

Хәтер үҙгәртергә

[[Файл:Bust_of_V._P._Mosolov_in_Yoshkar-Ola.jpg|справа|мини|333x333пкс| Мари-Эл Республикаһының Йошкар-Ола лағы Мари дәүләт университетына ингән ерҙә В. П. Мосолов бюсы

  • Йошкар-Олалағы урам
  • Мари-Туректағы урам.
  • Ҡазан дәүләт ауыл хужалығы академияһы бинаһының фасадында мемориаль таҡтаташ[3].
  • Татарстан фәндәр академияһының ауыл хужалығы фәне өлкәһендә йыл һайын бирелә торған Василий Мосолов исемендәге премияһы.
  • Мари дәүләт университетының төп корпусы алдында В. П. Мосолов бюсы.
  • Мари дәүләт университетының Аграр-технологик институтында В. П. Мосолов исемендәге аудитория.
  • Мари-Эл Республликаһының Мари-Турек районы Нартас ауылында В. П. Мосолов бюсы (авторы Г. Ф. Богатырев-Кононов)[6].
  • Мари-Эл Республликаһының Медведевский районы Руэм ҡасабаһында В. П. Мосолов бюсы[7].

Иҫкәрмә үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Мосолов Василий Петрович // Моршин — Никиш. — М. : Советская энциклопедия, 1974. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 17).
  • Т. П. Бабий и др. Биологи. — Киев, Наукова думка, 1984.
  • Мосолов Василий Петрович // Марийская биографическая энциклопедия / Авт.-сост. В. А. Мочаев. — Йошкар-Ола: Марийский биографический центр, 2007. — С. 243—244. — 2032 экз. — ISBN 5-87898-357-0.
  • Мосолов Василий Петрович // Энциклопедия Республики Марий Эл / Отв. ред. Н. И. Сараева. — Йошкар-Ола, 2009. — С. 556. — 872 с. — 3505 экз. — ISBN 978-5-94950-049-1.
  • Мосолов Василий Петрович // История Марийского края в лицах. 1917—1940 гг.. — Йошкар-Ола: МарНИИЯЛИ, 2017. — С. 236—239. — 406 с. — 650 экз. — ISBN 978-5-94950-071-2.