Мосафир

В Исламе - путник на дальней дороге
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Мосафир (ғәр. مسافر‎) — Ислам динендә — сәфәрҙә йөрөгән кеше, юлаусы, уҙғынсы. Мосафир тип йәшәгән еренән кәмендә 90 саҡрым алыҫлыҡҡа киткән кеше һанала. Мосолмандарҙа юл кешеһенә, йәғни, мосафирға ҡарата ҡунаҡсыллыҡ хуплана[1]. Был юл йөрөү сәфәр тип атала. Йәғни, мосафир һүҙе «сәфәр» тигәнгә тамырҙаш .

Ырымбурҙағы Каруанһарайҙың ишек алды

Мосафир йорттары үҙгәртергә

Башҡорт телендә «мосафир» һүҙе дини йөкмәткеһен юғалтҡан, ул юлсы, уҙғынсы, юл кешеһе мәғәнәһендә синоним итеп ҡулланыла. Был һүҙҙән мосафирхана тигән һүҙ яһалған, юлсы һәм юлаусылар төшә торған йорт; ҡуналҡа. «Ҡунаҡхана» мәғәнәһендә лә ҡулланылыуы мөмкин:

Мосафирхана ҙур-ҙур бүлмәләрҙән ғибәрәт булып, һәр бер бүлмәһендә лыҡ тулы мосафир, һәр төрлө халыҡ. Мәжит Ғафури[2]

Яҡын һәм Урта Көнсығышта, Урта Азияла, боронғо башҡорт сауҙа юлдарында ла мосафирҙар өсөн каруанһарайҙар һалынған. Улар күберәк сауҙа менән йөрөүселәргә тәғәйенләнгән. Башҡорттар Ырымбурҙа атаҡлы Каруанһарайҙы һалдыртҡан.

Билдәләмәһе үҙгәртергә

Мосафирҙар юлға сәфәр намаҙы уҡып сыға. Сәфәр тип 18 сәғәт дауамында йәйәү юлда булыу һанала. Ҡоро ерҙә был 90 километр самаһы, ә һыу юлында, диңгеҙҙә — 60 миль. Шәриғәт талаптары мосафирҙың ниәт итеп сәфәрҙә йөрөгәндә ниндәй транспорт төрөн ҡулланыуына ла, нисә көнгә сығыуына ла ҡарамай [3].

Хәнәфи мәҙһәб буйынса, әгәр юлсы икенсе ҡалала 15 көндән артыҡҡа ҡалһа, мосафир тип һаналмай һәм намаҙҙарын тулыһынса үтәргә тейеш[3].

Сәфәр ваҡытында намаҙҙы ҡыҫҡартыу тураһында Ҡөрьәндә әйтелә.

  Әгәр Ер йөҙөндә сәфәр ҡылып йөрөһәгеҙ һәм кафырҙарҙың һеҙҙе фетнәләргә-һынарға тырышыуҙарынан ҡурҡһағыҙ, намаҙҙы ҡыҫҡартыуҙан гонаһ юҡ. Ысынлап та, кафырҙар һеҙгә асыҡ дошман.
 

Ватан үҙгәртергә

Ватан Исламда 3 төргә бүленә:

  • ватан асли (асылдағы ватан) — кешенең тыуған йәки ғаилә ҡорған урыны, шулай даими йәшәргә йыйынған урыны. Әгәр икенсе урынға күсенгәс, элек йәшәгән ватанына 15 көндән кәмгә килһә, мосафир һаналып, намаҙҙарын ҡыҫҡарта ала. Әгәр мосолманды ике йәки бер нисә ҡатыны булып, улар төрлө ерҙә йәшәһә, улар янына барғанда кеше мосафир һаналмай. .
  • иҡәмәт ватан — был асылдағы ватандан кәмендә 90 километр алыҫлыҡта булып, 15 көндән артыҡ ҡалырға уйлаһа, намаҙҙарын ҡыҫҡарта алмай. Иҡәмәт ватанда 4 рәҡәғәтлек намаҙҙар тулыһынса уҡыла.
  • ҫүкнә ватан — был асылдағы ватандан кәмендә 90 километр алыҫлыҡта булып, мосафир 15 көндән артыҡ йөрөмәҫкә уйлаһа, 4 рәҡәғәтлек намаҙар ике рәҡәғәт итеп уҡыла[3].

Еңеллек бирелеү үҙгәртергә

Шәриғәттә сәфәрҙә йөрөгәндә мосафирға намаҙ иһәм ураҙа йәһәтенән еңеллектәр бирелә: 4 рәҡәғәтлек намаҙҙар ике рәҡәғәткә ҡалдырыла ала, Рамаҙан айы булһа ла, ураҙа тотмаҫҡа рөхсәт ителә. Тотолмай ҡалған көндәр өйгә ҡайтҡас ҡаза ҡылына[1].

Ахшам менән сабах, витр һәм барлыҡ 4 рәҡәғәтле сөннәт намаҙҙары ҡыҫҡартылмай уҡыла. Юлда туҡтап, урындағы йәмәғәт менән имамға эйәреп уҡығанда намаҙ ҡыҫҡартылмай. Әгәр башҡа мосафирҙар араһында имам булып баҫып уҡыһа, барлыҡ мосафирҙар уға эйәреп ҡыҫҡартып уҡый, ә урындағы мосолмандар уларҙан ҡалып, тулыһынса уҡып бөтөп ҡуя[3].

Сәфәр ваҡытында сөннәт намаҙҙарҙы уҡымаҫҡа рөхсәт ителә, тик сабах намаҙ ғына мотлаҡ сөннәте менән уҡыла[4].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Али-заде, А. А., 2007
  2. Башҡорт теленең һүҙлеге. 1-се том. — Мәскәү, 1993. — 819-сы бит
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Арыкан Х., 2009
  4. Ибн Усаймин. Фатава Ибн Усаймин. — Т. 15. — С. 258.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Али-заде, А. А. Мосафир (архив ) // Исламский энциклопедический словарь. — М.: Ансар, 2007.
  • Гүзәл Ситдиҡова. Йәннәт баҡсаһы — Өфө: Уфимский полифграфкомбинат ДУП. 2014. — 232 бит (баш.)
  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 1-се том. — Мәскәү, 1993. — 860 бит
  • Арыкан Х. Вопросы, связанные с нахождением в пути (сафар) // Мухтасар ильми-халь. — М.: САД, 2009. — 168 с. — ISBN 978-5-902855-76-7.