Моника Кримади (алб. Monika Kryemadhi; тыуған. 9 апрель 1974, Тирана) — албан сәйәсмәне, парламент ағзаһы һәм Интеграция өсөн социалистик хәрәкәт партияһының әйҙәүсе ағзаһы.

Моника Кримади
Рәсем
Ҡултамға
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Албания
Тыуған көнө 9 апрель 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[1] (50 йәш)
Тыуған урыны Тирана, Албания
Хәләл ефете Илир Мета[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән
Биләгән вазифаһы Европа Советы Парламент ассамблеяһының алмаштырыусы ағзаһы[d][2], Европа Советы Парламент ассамблеяһының алмаштырыусы ағзаһы[d][2] һәм депутат Народного собрания Албании[d]
Уҡыу йорто Тирана университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Социалистическое движение за интеграцию[d]
 Моника Кримади Викимилектә

Белеме үҙгәртергә

Моника Кримади 1974 йылдың 9 апрелендә Тирана ҡалаһында тыуа, ошонда урта мәктәпте тамамлай. 1992 йылдан алып Тирана университетының тәбиғәт фәндәре факультетында химик-органик булырға уҡый. 1999 йылдан Гармиш-Партенкирхенда Джордж Маршалл исемендәге Хәүефһеҙлек мәсьәләләре буйынса Европа үҙәгендә уҡый. 2000—2002 йылдарҙа Тирана университетының иҡтисад факультетында белем ала, бизнес-етәксе һөнәре буйынса магистр дәрәжәһенә лайыҡ була. Аспирантурала уҡыуын дауам итә.

Сәйәси карьераһы үҙгәртергә

Кримади үҙенең сәйәси карьераһын 1991 йылда, FRESSH-ҡа (Албания Социалистик партияһының йәштәр ойошмаһы) нигеҙ һалыусылар араһында булған сағында башлай. 1992 йылдың ғинуарында ул президиумы ағзаһы итеп, шул уҡ йылдың майында FRESSH-тың I һәм II конгрестарының генераль секретары итеп һайлана. 2002 йылдың апреленә тиклем FRESSH-тың президенты була. 1995 йылдан 2000 йылға тиклем ул IUSY вице-президенты итеп һайлана. Кримади 1991 йылдың декабренән 2004 йылдың сентябренә тиклем Социалистик партия ағзаһы була. Шулай уҡ ошо ваҡыт эсендә (2001—2005 йылдарҙа) ул Албанияның Халыҡ йыйылышы ағзаһы була. Ике тапҡыр Тирана муниципаль советына һайлана, шунан уны Европа советына делегация секретары итеп ебәрәләр. 2004 йылдың сентябрендә Кримади Интеграция өсөн социалистик хәрәкәт (LSI) партияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе була. Моника Кримади хәҙерге ваҡытта LSI-ның Тирана бүлексәһенең генераль секретары.

Шәхси тормошо үҙгәртергә

Сәйәсмән Илир Метаның ҡатыны, уларҙың өс балаһы була: Бор, Бесар һәм Эра.

Телевидение үҙгәртергә

Моника Кримади 2005 йылда Kënga Magjike музыкаль конкурсында Майлинда Брегу менән дуэтта йырлай, унда жюри ағзаларының береһе була.

Һылтанмалар үҙгәртергә

  1. Monika KRYEMADHI // https://pace.coe.int/en/members/4583
  2. 2,0 2,1 http://www.assembly.coe.int/nw/xml/AssemblyList/MP-Details-EN.asp?MemberID=4583