Михалков Никита Сергеевич

СССР һәм Рәсәй киноактёры, режиссер, сценарист һәм продюсер

Михалков Никита Сергеевич (21 октябрь 1945 йыл) — СССР һәм Рәсәй киноактёры, режиссер, сценарист һәм продюсер. Н. С. Михалков етәкселегендәге Театр һәм кино үҙәгенең художество етәксеһе (2017 йылдан). РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1984). «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орденының тулы кавалеры. 1998 йылдан Рәсәй кинематографистар Союзы рәйесе[9][10]. Өс тапҡыр РФ Дәүләт премияһы лауреаты (1993, 1995, 1999), Ленин комсомолы премияһы (1978).

Михалков Никита Сергеевич
рус. Никита Сергеевич Михалков
Рәсем
Зат ир-ат[1][2][3]
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй[4]
Тыуған ваҡыттағы исеме рус. Никита Сергеевич Михалков
Патронимы йәки матронимы Сергеевич[d]
Тыуған көнө 21 октябрь 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[2][5][6] (78 йәш)
Тыуған урыны Мәскәү, СССР
Атаһы Сергей Владимирович Михалков[d]
Әсәһе Наталья Петровна Кончаловская[d]
Бер туғандары Кончаловский Андрей Сергеевич
Хәләл ефете Анастасия Александровна Вертинская[d] һәм Татьяна Евгеньевна Михалкова[d]
Балалары Степан Никитич Михалков[d], Анна Никитична Михалкова[d], Артём Никитич Михалков[d] һәм Надежда Никитична Михалкова[d]
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө актёр, кинорежиссёр, сценарий яҙыусы, кинопродюсер, кино актёры, юғары мәктәп уҡытыусыһы, эшҡыуар, йырсы, алып барыусы, телетапшырыуҙар алып барыусы, блогер, киносценарист, яҙыусы, режиссёр
Эшмәкәрлек төрө актёрлыҡ оҫталығы[d][7], ведение блога[d], кинематограф, Телевидение, киносценарий[d][7], кинорежиссура[d][7] һәм әҙәбиәт[7]
Эш урыны Юғары сценаристар һәм режиссерҙар курсы[d]
Уҡыу йорто С. А. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институты
Театральный институт имени Бориса Щукина[d]
Центральная музыкальная школа[d]
ГОУ ЦО № 1239[d]
Музыка ҡоралы вокал[d]
Ойошма ағзаһы Российский фонд культуры[d] һәм Рәсәй Кинематографистар союзы[d]
Ведущий теле- или радиопередачи БесогонTV[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайт besogontv.ru
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 1 650 000 ± 9999[8]
 Михалков Никита Сергеевич Викимилектә

«Урга — мөхәббәт биләмәһе» («Урга — территория любви») фильмы өсөн Венеция кинофестиваленең «Золотой лев» (1991) «Сит телдәге иң яҡшы фильм» категорияһында «Оскар» (1993) премияһына номинант. «Утомленные солнцем» фильмы «Сит телдәге иң яҡшы фильм» категорияһында «Оскар» (1995) премияһы лауреаты һәм Канн кинофестивале Гран-приһы (1994). «12» фильмы өсөн Венеция кинофестиваленең (2007) киносәнғәтенә индергән өлөшө өсөн «Махсус арыҫлан» эйәһе, «Сит телдә иң яҡшы фильм өсөн» категорияһында «Оскар» (2008) премияһы номинанты.

Биографияһы үҙгәртергә

Никита Сергеевич Михалков 1945 йылдың 21 октябрендә Мәскәүҙә совет әҙәбиәтсеһе, яҙыусы һәм шағир Сергей Михалков менән яҙыусы һәм тәржемәсе Наталья Кончаловская ғаиләһендә тыуа. Ағаһы — Андрей Михалков-Кончаловский.

1956—1959 йылдарҙа Никита Михалков Мәскәү консерваторияһы ҡарамағындағы Үҙәк музыка мәктәбендә фортепиано класы буйынса уҡый, эргәһендәге театр студияһында шөғөлләнә Станиславский исемендәге драма театрының театр студияһында шөғөлләнә.

1963 йылда Щукин исемендәге театр училищеһына инә; 1966 йыл, дүртенсе курс студенты булараҡ, кино төшөрөүҙәрҙә ҡатнаша һәм шуның өсөн уҡыуҙан сығарыла (ул ваҡытта студенттарға бындай ғәмәл тыйыла). ВГИК-тың режиссер факультетының икенсе курсына күсә.

1971 йылда ВГИК-ты тамамлай (Михаил Ромм оҫтаханаһы). Диплом эше булып «Спокойный день в конце войны» фильмы тора, уның сценарийын Михалков Рөстәм Ибраһимбәков менән бергә яҙа.

27 йәшендә үҙе теләп хәрби хеҙмәткә бара[11], 1972—1973 йылдарҙа Камчаткала флотта, «Михаил Кутузов» крейсерында хеҙмәт итә. Хеҙмәттәштәре һөйләүенсә, художестволы үҙешмәкәрлектә ҡатнаша, концерттар менән даими сығыш яһап, тулы зал йыя[12].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Библиография үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә