Михайлов Златоверх монастыры

Михайлов Златоверх монастыры (укр. Михайлівський золотоверхий монастир) — Киев та иң боронға монастырҙарҙың береһе. Украин бароккоһы стилендәге 1930 йылда емерелгән һәм 1990 йылдарҙа ҡайтанан төҙөлгән Архангел Михаилға бағышланған ғибәҙәтхана, шулай уҡ күмәк кеше өсөн аш өҫтәле булған (трапезалы) Иоанн Богослов (1713 йыл) сиркәүе һәм 17161719 йылдарҙа төҙөлгән сиркәү манараһы. Михайлов соборы — өҫтө алтынға ялатылған тәүге ғибәҙәтзаналарҙың береһе, Рустә был үҙенсәлекле традиция тап ошонан башланған, тип фараз ителә.

Монастырь
Михайлов Златоверх монастыры
Михайлівський Золотоверхий монастир
Ил Украина Украина
Ҡала Киев
Конфессия Православ
Епархия Киевский патриархатының Украина православ сиркәүе 
Бөгөнгө хәле эшләй
Сайт Рәсми сайт

Тарих үҙгәртергә

Риүәйәттәр буйынса, монастырҙың барлыҡҡа килеүе беренсе Киев һәм Бөтә Русь митрополиты Михаил исеме менән бәйле.

1108 йылда кенәз Святополк Изяславич (суҡындырылғас - Михаил) ҡушыуы буйынса, атаһы Изяслав Ярославич (суҡындырылғас - Димитрий) эшләткән Дмитриев монастыры урынындағы Архангел Михаил хөрмәтенә төҙөтөлгән беренсе ғибәҙәтхана.

11081113 йылдарҙа төҙөтөлгән Михайлов соборы бында йәшәүселәр өсөн Киевтың күктәге ҡурсалаусыһы архангел Михаилға бағышланғанлыҡтан, айырым бер мәғәнәгә эйә булған. XII быуатта моностырь кенәздәрҙе ерләү урынына әйләндерелгән.

Батый Киевты яулап алған заманда, һәм Ҡырым ханы Миңле Гәрәй 1482 йылда Киевҡа һөжүм иткән ваҡытта, Златоверх монастыры ҙур зыян күрә. Поляк королдәре уға үҙҙәре теләгән игумен һайларға теләйҙәр, ғәскәр башлыҡтарына һәм митрополиттарға үҙаллылыҡ бирәләр.

Ул заманда сиркәү эргәһендә монастырь ҡаралған булған, тип фараз ителә. Элекке замандарҙан уҡ сиркәү Златоверх аатамаһын йөрөтә, был уның өҫк яғы алтын менән ялатылған берҙән-бер сиркәү булыуы менән бәйле. Риүәйәт буйынса, шулай уҡ Святополк заманында Златоверх монастырының төп изге әйбере булған изге Варвараның үлек кәүҙәһен 1108 йылда Константинополдән Киевҡа күсерәләр. XVI быуатта сиркәү Киев монастырҙарының иң байҙарының береһе була. 1612 йылда Сигизмунд III Златоверх монастырын униаттарға бирә, ләкин уларға ни монастырға, ни уның биләмәләренә хужа булырға насип булмай. Ихтимал, моностырь бының өсөн казактарға бурыслылыр, сөнки улар арҡаһында 1620 йылда Михайлов сиркәүе игумены Иов Борецкий митрополит итеп тәғәйенләнә. Иов ул саҡтарҙа митрополиттарҙың резиденцияһы һаналған Златоверх монастырында йәшәргә ҡала.

 
Михайлов соборының революцияға тиклемге тышҡы күренеше

1654 йылда Киевтың Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуы менән, Златоверх монастыры үҙенең өлкәләрендә булған һәм Речь Посполитайҙа тороп ҡалған биләмәләренең күп өлөшөнән яҙа; уның байы гетмандар ҙа, казак старшиналары ла Украинаның һул ярындағы ҙур ғына ерҙәрҙе мул итеп бүлеп бирәләр. Һатып алыу юлы менән, монастырь күп кенә ерҙәргә хужа була. 1800 йылда Златоглав монастыры Киев епархияһының чигирин епископтарының, викариевтарының килер урыны итеп билдәләнә. XVII-XVIII быуаттарҙа барокко стилендә тулыһынса үҙгәртеп ҡорғандан һуң, монголдарға тиклемге сиркәү төп ғибәҙәтхана бинаһының ярты өлөшөн тәшкил итә; унан михрап (алтарь) абсидтары, диуарҙың бер өлөшө һәм төп көмбәҙ һаҡлап ҡалдырыла. Боронғо мозаикалар XIX быуаттан алып тикшеренеүселәр тарафынан өйрәнелә, ә 1888 йылда боронғо фрескалар таҙартыла һәм өлөшләтә тергеҙелә.

XVII быуатта Златоверх ирҙәр монастыры менән күрше генә 1712 йылда Подолға (Киев)]] күсерелгән Михайлов ҡатын-ҡыҙҙар монастыры ла була. Михайлов монастырына 1861 йылда Киев ситендә һалынған Феофаниялағы Изге Пантелеймон монастырь-скит та ҡараған. Революцияға тиклем Михайлов монастыры Киев ғибәҙәтханалары араһында, бында килеүселәр һаны буйынса, Киев-Печера Лавраһынан ҡала икенсе урында торған.

Емереү үҙгәртергә

1930 йылдар урталарында, УССР-ҙың баш ҡалаһы Харьковты Киевҡа күсергәс, соборҙы емереп ташлау һәм уның урынына административ биналар төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Ҡайһы бер сәнғәт белгестәренең (мәҫәлән: репрессия үткән Макаренко Николай Емельяновичтың, Айналов Дмитрий Власьевичтың) соборҙы һаҡлап алып ҡалырға ынтылыштары (һис юғы уның монголдарға тиклемге өлөшөн) бина диуарынан боронғо мозаика һәм фрескаларҙы ғына сиеп алырға рөхсәт иткән властар тарафынан кире ҡағыла. 19341936 йылдарҙа собор тирелә, ә 1937 йылда уның ҡалған ҡоролмалары шартлатыу юлы менән юҡҡа сығарыла. 1934—1935 йылдарҙа имен ҡалған мозаикалар яңы ерлеккә төшөрөлә һәм Киевтағы София соборына күсерелә (етәксеһе Фролов Владимир Александрович булған реставраторҙар төркөмө). «Евхаристия» мозаикаһы өсөн София соборының күргәҙмә залында тышҡы яғы буйынса Михайлов соборы апсидаһын ҡабатлаусы махсус диуар төҙөйҙәр. Ленинград (Дәүләт Эрмитажына), Мәскәү (Дәүләт Третьяков галереяһы) һәм Киев (София соборы) музейҙарына ҡайһы бер Фрескалар күсерелә. 1941 йылда Киевта ҡалдырылған мозаика һәм фрескалар немец илбаҫарҙары ҡулына эләгә. Һуғыштан һуң улар СССР-ға ҡайтарыла, ләкин уларҙың күп өлөшө Киев, Мәскәү, Ленинград һәм Новгород музейҙарына барып етмәй. Изге Варвараның үлек кәүҙәһе 1960 йылдың башынан алып, Киевтағы Владимир соборында һаҡлана.

Административ үҙәк төҙөү тураһындағы ҡарар бойомға ашмайынса ҡала һәм Совет осоронда был урын буш тора.

Хәҙерге заман үҙгәртергә

 
Моностырҙың 900 йыллығына арналған Почта блогы, 2008
 
Яңынан төҙөлгән Михайлов Златоверх соборы
 
Михайлов Златоверх соборы

1997—1998 йылдарҙа тергеҙелгән Михайло соборы (архитекторы Лосицкий Юрий Георгиевич; рәсми рәүештә 1999 йылдың 30 майында асылған) —Украина православ сиркәүенә (УПЦ КП) ҡараған Православ ғибәҙәтханаларҙың береһе.

2001 йылдан Рәсәй Мәҙәниәт һәм күмәк коммуникация министрлығы Эрмитажда һаҡланып ҡалған Михайлов соборы фрескаларының оригиналь фрагменттарын һәм башҡа әйберҙәрен Украина мәҙәниәт министрлығы ҡарамағына [1]. 2008 йылдың 15 июлендә Рәсәй ҡайтарып биргән фрескалар күргәҙмәһе ойошторола [2].

Ғибәҙәтханаға ҡараған территорияларҙа Киев УПЦ КП-һының рухани мәктәптәре урынлашҡан.

Моностырь көмбәҙендә заманса электр сәғәәте – куранттар һәм ҡатмарлы көйҙәрҙе махсус әҙерлекле музыкант башҡарыуына тәғәйенләнгән клавишалы-ҡыңғыраулы музыка инструменты карильон ҡуйылған.

Ғибәҙәтхана фронтонында Архистратиг Михаилдың боронғо скульптур һынының күсермәһе урын алған (был эштә ағалы-ҡустылы Кличколар матди ярҙам күрһәтә). Скульптураның төп нөсхәһе, ғибәҙәтхананы емергән мәлдә, сәнғәт белгесе Павел Жолтовский тарафынан һаҡлап алып ҡалына, ул Львов ҡалаһындағы Этнография һәм һынлы сәнғәт музейына барып юлыға, аҙаҡ Киевҡа әйләнеп ҡайта[3].

2013 йылдың 30 ноябрендә, Евромайҙанды көс ҡулланып ҡыуғанда, «Бөркөт» милиция отрядынан ҡасҡан кешеләр Михайлов Златоверх моностырында үҙҙәренә һыйыныр урын таба. «Бөркөт» менән бәрелеш ваҡытында ғибәҙәтханала ике тапҡыр (беренсеһе – 30 ноябрҙә, икенсеһе – 19 декабрҙә) митингыға сыҡҡандар йәшенә һәм үҙҙәренең штабын ойоштора. КПБА семинаристары митингыла ҡатнашыусыларға ярҙам итәләр: төнгө дежурлыҡҡа йөрөйҙәр, медикаменттар килтерәләр, сәй әҙерләйҙәр, йылы һыу ташыйҙар. 2013 йылдың 11 декабрь төнөндә Михайлов Златоверх монастыры 8 йыл эсендә беренсе тапҡыр набат ҡаға, быға тиклем бындай күренеш һуңғы тапҡыр монгол-татар баҫҡынсылығы мәлендә, 1240 йылда ғына үткәрелгән була. Бары тик ошо ҡыңғырау тауышы арҡаһында ғына Киев үҙәгендә күпләп халыҡ йыйыла; һәм «Бөркөт» махсус отрядының һәм Украина Эске эштәр ғәскәре хәрбиҙәренең Евромайҙанды таҙартырға маташыуҙары уңышһыҙ тамалана.

2014 йылдың 26 ғинуарында Михайлов Златоверх монастыры бинаһында Евромайҙанды һаҡлауҙа һәләк булған активист Жизневський Михайло Михайловичҡа йыназа уҡылаҠалып:Значимость факта.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә