Михаил Архангел сиркәүе (Каменоломни)

Михаил Архангел сиркәүеРәсәйҙең Ростов өлкәһе, Октябрь районы, Каменоломни ҡасабаһындағы православие сиркәүе. Шахта һәм Миллер епархияһының Нижнедонский благочиниеһына ҡарай[1]. Рәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты[2] булып тора.

Михаил Архангел сиркәүе
Нигеҙләү датаһы 1950
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған архангел Михаил[d]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Каменоломни[d]
Епархия Шахтинская епархия[d]
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d]
Карта
 Михаил Архангел сиркәүе (Каменоломни) Викимилектә

Тарихы үҙгәртергә

Максимовский утары янында (Каменоломни ҡасабаһының иҫке исеме) XIX быуат аҙағында Кривянский станицаһынан күсеп килгән йәш казак ғаиләләре Новогрушевский утарын барлыҡҡа килтерә. Ике утарҙы бер-береһенән ҙур булмаған шишмәләр айыра. Күпмелер ваҡыт үткәс, Новогрушевскийҙа ҡорам һәм сиркәү-мәхәллә мәктәбе төҙөлә. Икенсе донъя һуғышы йылдарында ҡорам емерелгәнлектән, ғибәҙәт ҡылыу торлаҡ йортҡа күсерелә, әммә ул тиҙҙән балалар йорто[3].итеп үҙгәртеп ҡорола.

1948 йылдан башлап ғибәҙәт ҡылыу йортоноң православие общинаһы ағзалары аҡса йыя, артабан был аҡсаға айырым ер участкалары һәм йорт биләүҙәре домовладение һатып алына. Йылдар үтеү менән улар хәҙерге көнгә тиклем эшләгән ғибәҙәтханаға әүерелә. Хужалыҡ ҡаралтылары, алтын көмбәҙле манаралар ҡорола, яңы йәкшәмбе мәктәбе булдырыла.

1980 йылдарҙа ғибәҙәтхана яңынан тергеҙелә реконструкция, шул ваҡытта уның стеналары ҡыҙыл кирбестән һалына.

1992 йылда ғибәҙәтхана бинаһы урындағы әһәмиәткә эйә мәҙәни мираҫ объекты тип таныла.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Каменоломни|Церковь Михаила Архангела. sobory.ru. Дата обращения: 21 февраль 2017. (Тикшерелеү көнө: 1 апрель 2019)
  2. Памятники истории и культуры (объекты культурного наследия) народов Российской Федерации. old.kulturnoe-nasledie.ru. Дата обращения: 21 февраль 2017. 2017 йыл 22 февраль архивланған.
  3. Храм Архангела Михаила — Нижнедонское Благочиние. www.don-blago.ru. Дата обращения: 21 февраль 2017. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 апрель 2019)