«Миус-фронт» — Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Миус йылғаһының көнбайыш ярында вермахтың нығытылған оборона һыҙығы. 1941 йылдың декабрендә төҙөлгән.

Юл буйындағы «Миус-фронт һыҙығы» билдәһе, Донбасстан алып Аҙау диңгеҙенә тиклем юл буйында ҡуйылған

Совет ғәскәрҙәре ике тапҡыр «Миус-фронт» һыҙығын өҙөргә маташа: 1941 йылдың декабренән 1942 йылдың июленә тиклем һәм 1943 йылдың февраленән алып авгусҡа тиклем. Уларға был 1943 йылдың авгусында Донбасс һөжүме операцияһы ваҡытында ғына мөмкин була, ул саҡта Көньяҡ фронт ғәскәрҙәре Куйбышево ҡасабаһы районында немец ғәскәрҙәре оборонаһы һыҙығын өҙә.[Прим. 1]. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса «Миус-фронтта» Ҡыҙыл Армияның дөйөм юғалтыуҙары (һәләк булғандар, яралылар, әсирҙәр һәм хәбәрһеҙ юғалғандар) 150 мең тирәһе кеше тәшкил итә[1].

Нығытманың тасуирламаһы үҙгәртергә

Оборонаның төп һыҙығы Аҙау диңгеҙенең яры буйынан Таганрогтан көнсығышҡа ҡарай башлана, артабан Миус йылғаһы буйлап үтә, был һыҙыҡтың исемен бирә.

Һыҙыҡ нығытмаларының тәрәнлеге урыны менән 11 километрға етә. Миус йылғаһы буйында һыҙыҡ йылғаның бейек уң яҡ ярынан үтә. Шулай уҡ Донецк һырттарына хас булған текә ярҙар, бейеклектәр, йырындар һәм ҡаялар ҡулланыла. Шул иҫәптән, оборона системаһына Донецк өлкәһе Шахтёр районының Сауровка ауылы янындағы бейеклек — Саур-Ҡәбер ҡурғаны ҡулланыла[Прим. 2].

Оборона өсөн 40-50 километр киңлегендәге һыҙатта барлығы 800 самаһы тораҡ пункты йәлеп ителә. Оборонаның икенсе һыҙығы Крынка һәм Мокрый Еланчик йылғаларының уң яҡ ярҙары буйлап һәм Красный Кут, Мануйловка, Андреевка тораҡ пункттары аша үтә. Оборонаның өсөнсө һыҙығы Кальмиус йылғаһының уң яҡ яры буйлап Сталино, Макеевка һәм Горловка аулыдарынан көнсығышҡа ҡарай үтә. Әммә был нығытмалар һуғыштарҙа ҡулланылмай.

Нығытмалар ҡороу өсөн рельстар, шахталарҙағы складтарҙан ағастар ҡулланыла, урындағы халыҡтың йорттары һүтеп алына. Оборона һыҙығы төҙөлөштәрендә граждан халҡы, шул иҫәптән ҡатын-ҡыҙҙар, балалар һәм ҡарттар йәлеп ителә[2].

Доттар һәм дзоттар сылбыры, пулемёттар ояһы һәм артиллерия позициялары төҙөлә. Яландарға миналар һалына, траншеялар, танкыға ҡаршы йырындар ҡаҙыла һәм сым кәртәләр ҡуйыла. Мина яландарының киңлеге 200 метрҙан да кәм булмай. Дот һәм дзоттарҙың тығыҙлығы квадрат километрға 20-30-ға тиклем етә.

1941 йылдың көҙө — 1942 йылдың яҙы үҙгәртергә

 
Август-декабрь 1941

Миус йылғаһы сигенә немец армияһы (Клейстың танк төркөмө) 1941 йылдың октябрь урталарында сыға: 17 октябрендә Таганрог баҫып алына. Көҙгө юлһыҙлыҡ һәм яғыулыҡ запастарының кәмеүе тотҡарланырға мәжбүр итә[3]."Көньяҡ" төркөмө командующийы фельдмаршал Герд фон Рундштедт ҡыш етер алдынан һөжүм итеүҙе кәрәкле тип һанамай. Шуға күрә Миус йылғаһында нығытмалар һыҙығын төҙөү башлана[4]. Әммә Гитлер һөжүм итеүҙе дауам итергә ҡуша, һәм 17 ноябрҙә Клейст танкылары Дондағы Ростовҡа йүнәлә. Көсөргәнешле аҙна алышынан һуң Ҡыҙыл Армияның ҡаршылығы юҡҡа сыға һәм 20 ноябренә ҡарай төндә немец ғәскәрҙәре ҡалаға инә.

28 ноябрҙә совет ғәскәрҙәре С. К. Тимошенко командованиеһы аҫтында ныҡышмалы, ҡан ҡойошло һуғыштан һуң Дондағы Ростовты яңынан яулай. Рундштед Гитлерҙан ғәскәрҙәрен Миуста әҙерләнгән оборона сигенә алып барырға рөхсәт һорай, әммә рөхсәт ала алмай. Шуға ҡарамаҫтан, китеүгә бойороҡ бирелә, бының өсөн Рунштедт шул уҡ көндә командованиенан ситләтелә. «Көньяҡ» төркөмөнөң яңы командующийы Вальтер фон Райхенау урынға килеп, сигенеүгә бойороҡто раҫлай. Миус сиген 17-се ялан армияһы киләһе 1942 йылдың яҙында Кавказға һөжүм башланғанға тиклем тота[Прим. 3].

 
Матвей Ҡурғанда Павел Таганрогскийҙың храм-һәйкәле

1942/43 ҡышы үҙгәртергә

 
1942-43 ҡышы

Миус-фронтта вермахтың оборонаһы 1942 йылдың июленә тиклем дауам итә, Ҡыҙыл Армияның Харьков янындағы уңышһыҙ һөжүменән һуң немец командованиеһы Кубань һәм Кавказға һөжүм башлай. 24 июлдә 17-се армия частары яңынан Ростовҡа инә. Был юлы совет ғәскәрҙәре ҡаланы тотоп ҡала алмай, был 227 -се бойороҡтоң «Бер аҙым да артҡа!» тексында ла биләдәләнә.

1942 йылдың декабрендә Сталинград аҫтында Паулюстың 6-сы армияһы ҡамалғандан һуң, вермахт төркөмөнә Кубанда һәм Төньяҡ Кавказда («А» армияһы төркөмө) ҡамау янай, сөнки Сталинград районындағы Ҡыҙыл Армия частары, Дондағы Ростовҡа күпкә яҡын була, унан аша төркөмдөң Көнсығыш фронттың башҡа частары менән бәйләнеше үтә.

Гитлер Кавказдан 1942 йылдың 27 декабрендәсигенергә бойора, Ҡыҙыл Армия көстәре был ваҡытта инде Ростов ҡалаһынан ныҡ яҡында була. 1943 йылдың ғинуары дауамында ҡала эргәһендә көсөргәнешле һуғыштар дауам итә. Шулай ҙа вермахт Ҡыҙыл Армия ҡыҫымына сыҙай: 1-се танк армияһы ҡамауҙан сыға һәм Дон аша сығып ҡотола. Бынан һуң немец ғәскәрҙәре Дондағы Ростовты ҡалдыра (1943 йылдың 14 февралендә азат ителә) һәм яңынан Миус-фронт һыҙығына китә, унда 1943 йылдың йәйенә тиклем нығына[5].

Миус-фронтты өҙөү үҙгәртергә

Миус-фронтты өҙөүгә әҙерлек 1943 йылдың майында башлана. Һөжүмдә Көньяҡ фронт берләшмәләре ҡатнаша.

17 июль — 2 август үҙгәртергә

17 июлдә совет ғәскәрҙәре өс гвардия механизацияланған корпустары (төньяҡтан көньяҡҡа 1, 4-се һәм 2-се мех.корпустар) 31-се гвардия пехота корпусы ярҙамы менән вермахтың 6-сы армия фронтын өҙә һәм Степановка һәм Мариновка ауылдары районында Миустың көнбайыш ярындағы плацдармды биләй. Хәүефте бөтөрөү өсөн, немец командованиеһы тиҙ арала көньяҡ йүнәлештәге башҡа участкаларҙан танк частарын йыя. Харьков янынан, унда алыштар дауам итеүгә ҡарамаҫтан, «Райх Дас» һәм «Тотенкопф» СС танк дивизияһы күсерелә[6]. 6-сы армия резервынан Миус-фронтҡа яңы барлыҡҡа килгән 23-сө танк дивизияһы йүнәлтелә[7]. Көньяҡ флангыны 294-се пехота дивизияһы һаҡлай.

Ике яҡтан да эре танк һәм моторлаштырылған көстәрҙең көсөргәнешле алыштары һөҙөмтәһендә, дошман 2 августа йәнә һөжүмде йырып сыға һәм яңынан Куйбышево-Дмитровка районындағы Миус йылғаһы сиктәренә сығыуға өлгәшә. Июль аҙағында Миус-фронт тынып тора[8][Прим. 4].

18 — 31 авгусы үҙгәртергә

 
1943 йылдың июле-декабрендә совет армияһының һөжүме

18 августа Көньяҡ фронт ғәскәрҙәренең һөжүме башлана. Алдан 70-минут артиллерия әҙерлеге үткәрелә, унда 1500 артиллерия орудиеһы һәм миномёты ҡатнаша. Артиллерия әҙерлегенән һуң 5-се удар армия һөжүм башлай. Танкылар һөжүм итә, улар алдынан мина яланын үтеүҙе күрһәтеп, саперҙар бара, сөнки төтөн һәм саң арҡаһында саперҙар ҡуйған билдәләрҙе танкистар күрмәй. Танк артынан пехота бара. Һөжүмгә һауанан «Ил» самолеттары — 7-се штурмлау авиация корпусы штурмовиктары ярҙам итә. Миус-фронтта 8-9 километрға тиклем үтеп инә.

19 августа Куйбышево ауылы янында генерал-лейтенант Т. И. Танасчишин етәкселегендә 4-се гвардия механизацияланған корпус фронт һыҙығынан 20 километр алға сыға. Уларҙың танкылары Амвросиевкаға яҡынлаша. 24 километрға тиклем үтеп инә һәм оборонаның икенсе һыҙығына яҡынайып, 16 км тиклем фронтты өҙөүгә өлгәшә

20 һәм 21 августа немец ғәскәрҙәренең контрһөжүменән һуң совет ғәскәрҙәре бер аҙ сигенә. 22-26 августа Германия командованиеһы Ҡырымдан 13-сө танк дивизияһын күсерә[9][10]. Фронттың күрше участкаларынан подразделениелар туплап, немецтар флангынан һөжүм итә һәм һөжүм итеүселәрҙе ҡамарға маташа.

24 август төнөнә ҡарай совет ғәскәрҙәре һөжүм башлай һәм Артемовка, Кринички, Семеновский утарын яулап ала. Таганрогҡа ҡарай юлды биләй, был герман ғәскәрҙәренең резервтар күсереү мөмкинлегенән мәхрүм итә.

27 августа Амвросиевка, Оло Мешково һәм Благодатный ауылдары азат ителә.

Саур-Могилы штурмы совет ғәскәрҙәре тарафынан 1943 йылдың 28 авгусында башлана. Штурмлауҙа гвардия полковнигы Семен Самуилович Левин етәкслегенәге 96-сы гвардия уҡсылар дивизияһы ҡатнаша. 29 августа артиллерия һөжүменән һуң совет ғәскәрҙәре түбәне баҫып ала, әммә немецтарҙың утар йүнәлешендәге контратакалары (хәҙер Сауровка ауылы) һөжүмде ҡыҫырыҡлай. Бейеклек иртәнсәк 31 августа алына. Бейеклекте алғандан һуң совет ғәскәрҙәре Снежный һәм Чистяково (хәҙер Торез) йүнәлешенә сигенеүсе немец ғәскәрҙәре эҙәрлекләүҙе дауам итә.

Әһәмиәте үҙгәртергә

Миус-фронт Ҡыҙыл Армияның көньяҡ йүнәлешендә алға барыуын оҙаҡҡа тотҡарлай. Әгәр Дондағы Ростов 1943 йылдың февралендә азат ителһә, Таганрог бары тик шул уҡ йылдың 30 авгусында азат ителә Бының менән бер үк ваҡытта, Миус-фронт вермахтың билдәле көстәрен үҙенә йүнәлтә, шулай итеп Ҡыҙыл Армияның башҡа йүнәлештәрҙә дөйөм уңышына үҙ өлөшөн индерә.

1943 йылда Көньяҡ фронттың июль һөжүме Германияға Курск дуғаһынан Миус-фронтҡа өс танк дивизияһын күсерергә мәжбүр итә, был да Курск алышы һөҙөмтәһендә сағыла. 1943 йылдың 30-31 июлендә Ҡыҙыл Армия частарының Миус-фронтты өҙөргә маташыуында элиталы СС танк корпусы Прохоровская янындағы ике аҙна элегерәк алышҡа ҡарағанда күберәк кешеләрен һәм техникаһын юғалта. Миус-фронттағы юғалтыуҙар шул тиклем күп була, бер һәләк булған немец һалдатына Ҡыҙыл Армияның ете-һигеҙ һалдаты тура килә.

Ватан тарихында һәм әҙәбиәтендә күп йылдар миус һуғышындағы мәғлүмәттәр һәм юғалтыуҙар йәшерен тотола, ә Миус-фронтының әһәмиәте һәм «бәләкәй Сталинград» тип танылған урында яугирҙәрҙең ҡаһарманлығы тураһында бөтә мәғлүмәт рәсәй халҡының төп массаһы өсөн билдәһеҙ була һәм баһаланмай ҡала.

Миус-фронттағы һуғыш тураһында хәтер үҙгәртергә

 
Красный Луч ауылында «Миус-Фронт» мемориаль комплекс, 2007 й.
Файл:SambekHills.JPG
Ростов өлкәһе Неклиновский районында Самбек ҡасабаһынан алыҫ түгел «Самбек бейеклегенә Дан мемориалы»
  • Снежное ҡалаһы янында «Саур-Могила» мемориаль комплексы — 1943 йылдың авгусында немец-фашист ғәскәрҙәре менән Көньяҡ фронттың 5-се удар армияһы частары бейеклек өсөн ҡаты һуғыштар алып бара . 1967—1975 йылдарҙа Миус йылғаһында немец оборона һыҙығын өҙгәндә һәм бейеклекте яулағанда һәләк булған совет һалдаттарының батырлығы тураһында иҫтәлегенә Саур-Могилала мемориаль комплекс төҙөлә.
  • Красный Лучта «Миус-Фронт» мемориаль комплекс төҙөлә
  • 1980 йылдың 7 майында Ростов өлкәһенең Неклиновский районында Самбек ҡасабаһынан йыраҡ түгел «Таганроглылар» почетлы исеменә лайыҡ булған 130-сө һәм 416- сы уҡсылар дивизияһы яугирҙәре хөрмәтенә «Самбек бейеклегендә Дан мемориалы» тип рәсми аталған хәрби дан мемориалы төҙөлә. Һәйкәл ваҡыт үтеү менән емерелгән окоптар, пулемёт оялары, ауыл ситендәге блиндаждар урынында иң юғары нөктәлә урынлашҡан. Мемориаль комплексҡа инеү урынында ҙур ташта яҙыу уйып яҙылған:

Туҡта, иптәш! Һин йәшәгән тыныс тормош өсөн һәләк булған халҡыңдың батырҙары ҡаны менән һуғарылған ергә баш эй. Бер кем дә бер нәмә лә онотолмаған.


Комплекстың авторы — Баҡы ҡалаһы скульптор Э. Шамилов[11] һәм Ростов архитекторҙары В. И. һәм И. В. Григор[12]. Һәйкәл был урындарҙы азат итеүсе ике уҡсылар дивизияһын сағылдырған ике бетон стенанан ғибәрәт, был һәйкәл Ростов өлкәһендә иң ҙур һәйкәл булып тора. Һәйкәлде асыуҙа Әзербайжан ССР-ы Компартияһы үҙәк комитетының беренсе секретары Гейдар Алиев етәкселегендәге делегация ҡатнаша[13][14].
 
Матвеево-ҡурған районында «Якорь» һәйкәле
 
«Миус-фронтты өҙөү» һәйкәле, Х. Степанов, Матвей-Ҡурған районы
  • «Якорь» һәйкәле Ростов өлкәһенең Матвей Ҡурғаны ҡасабаһынан 5 км алыҫлыҡта Ростов өлкәһенең Матвей Ҡурған районында урынлашҡан.

Һәйкәлдең бейеклеге — 27 м, Севастополь һәм Баҡы хәрби-диңгеҙ училищеһы курсанттарынан барлыҡҡа килгән 3-сө гвардия уҡсылар корпусы бригадаһы моряктары хөрмәтенә 1973 йылда асыла. 1942 йылдың мартында бында Таганрогты азат итеү өсөн һөжүм алыштары бара, унда төп үҙәк булып СС танк дивизияһы «Викинг» һаҡлаған Волков тауы була. Һәйкәле янында постаментта яҙыу бар: «Ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәтеп, моряктар фашистарҙың терә үҙәген яулай». «Якорь» мемориалы Матвей Ҡурғандың бөтә яғынан да күренеп тора.

Әлеге ваҡытта «Якорь» райондың символы һәм иҫтәлекле урыны, шулай уҡ был бейеклектә һәләк булыусылар тураһында иҫтәлек булып тора. Бында тантаналы саралар үтә, уҡыусылар һәм йәштәр килә.

  • «Миус-фронтты өҙөү» һәйкәле. 1983 йылда асыла. Рәсәйҙең Ростов өлкәһе Матвеев-Ҡурған районының Степановка утарында, Ростов-Донецк (Украина) трассаһында урынлашҡан. Авторы (архитектор) — Перфилов В. И.

2008 йылда, Миус-фронтты өҙөүҙең 65 йыллығы хөрмәтенә бында 1943 йылдың авгусы ваҡиғаларының хәрби-тарихи реконструкцияһы үтә .

  • «Пушка» һәйкәле. 1943 йылдың август айында Миус-фронтты яулаусы 905-се полк 248-се уҡсылар дивизияһының уҡсылар ротаһы яугирҙарына ҡуйылған. Подгорный утары һәм Петрополье ауылы янындағы тигеҙ далала күтәрелеп тороусы Ҡара Ҡарға тауы мөһим стратегик бейеклектәрҙең береһе була.

Тауҙы штурмлағанда өлкән сержант Павел Пудовкин Александр Матросовтың батырлығын ҡабатлай, ул доттың амбразураһын кәүҙәһе менән ҡаплай, был полк яугирҙәренә һөжүмде дауам итергә һәм был участкала Миус-фронтты өҙөргә мөмкинлек бирә. Өлкән сержант Павел Пудовкинға үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

  • Матвей Ҡурған ҡасабаһында Таганрогтың Изге Павел храм-һәйкәле.

Миус ерҙәрен азат итеүҙә ҡатнашҡан бөтә совет яугирҙәренең батырлығына храм-һәйкәл. Урындағы халыҡтың башланғысы һәм иғәнәһенә төҙөлгән. Храм диуарҙарына киләсәктә алтын хәрефтәр менән Миус янын һаҡлаусылар һәм Миус-фронтты штурмлаусы Ҡыҙыл Армия берләшмәләре һәм бөтә хәрби частарының исемдәрен мәңгеләштереү планлаштырыла.

Комментарийҙар үҙгәртергә

  1. Дөйөм илдең дошманға ҡалдырып сигенеүен барышында сигендә Днепр (Се. Пантера Линия — Вот).
  2. высота кургана 277,9 метров, одна из высочайших точек донецкого кряжа
  3. В составе сил, оборонявших Миус-фронт в зимой-весной 1942 была и 1-я горнострелковая дивизия ([1])
  4. По некоторым данным, потери II танкового корпуса СС в боях у Степановки превысили потери последнего за всё время Курской битвы (Рипли, стр. 155)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. С Чаленко Хаҡы еңеү салюты // Таганрог правда. — 2013. — 30 авг.
  2. Олейников М. Я. Саур-Могила. Путеводитель. — Донецк: «Донбасс», 1976. — С. 8. — 25 000 экз.
  3. David Irving, «Hitler’s War», Viking Adult (1977) ISBN 0-670-37412-1, ISBN 978-0-670-37412-0
  4. С. Митчем, «Фельдмаршалы Гитлера», Смоленск «Русич», 1999, стр. 396
  5. Э. фон Манштейн «Утерянные победы»
  6. 6
  7. Митчем, 2009, с. 256
  8. Рипли, 2009, с. 161
  9. Жирохов, 2011, с. 100
  10. 9
  11. Бровкина М. Самбекские высоты // Российская газета. — 2012. — 12 мая.
  12. Самбекский н бейеклеге дан мемориалы «сайтынан Wikimapia»
  13. Открытие «Мемориала славы» воинского подвига бойцов 130-й и 416-й стрелковых дивизий в честь 35-летия Победы
  14. Азербайджанская диаспора приняла участие в Параде Победы у "Мемориала Славы «На Самбекских Высотах»(недоступная ссылка)

Литература үҙгәртергә

  • Твои освободители, Донбасс. Очерки, воспоминания / составитель Тепляков Г. В. — 5-е, дополненное. — Донецк: «Донбасс», 1976. — 423 с. — 100 000 экз.
  • Олейников М. Я. Саур-Могила. Путеводитель. — Донецк: «Донбасс», 1976. — 32 с. — 25 000 экз.
  • Пужаев Г. К. Кровь и слава Миуса. — 3-е перераб.. — Таганрог: БАННЭРплюс, 2008. — 400 с. — ISBN 5-7280-0041-X.
  • Миус-фронт в ВОВ, 1941—1942 годы, 1943 год. — Ростов-на-Дону: Южный научный центр РАН, 2010.
  • Чаленко С. Миус-фронт ждёт правды // Таганрогская правда. — 2010. — 28 дек.
  • Тим Рипли. История войск СС 1925 - 1945. — М.: Центрполиграф, 2009. — 351 с.
  • Сэмьюэл В. Митчем. Танковые легионы Гитлера. — Москва: Яуза-Пресс, 2009. — 416 с. — ISBN 978-5-9955-0042-1.
  • Жирохов М. А. Битва за Донбасс. Миус-фронт. 1941-1943. — Москва: Центрполиграф, 2011. — 352 с. — 4000 экз. — ISBN 978-5-227-02674-3.

Һылтанмалар үҙгәртергә