Мимесис

эсэстетиканың төп принциптарының береһе, дөйөм мәғәнәлә — сәнғәттең ысынбарлыҡҡа оҡшатылыуы.

Мимесис, йәки мимезис,[1], (бор. грекса μίμησις — оҡшашлыҡ, яңынан тергеҙеү, оҡшатып эшләнгән нәмә) — эстетиканың төп принциптарының береһе, дөйөм мәғәнәлә — сәнғәттең ысынбарлыҡҡа оҡшатылыуы.

Мимесис
Ҡапма-ҡаршыһы diegesis[d]
Вильгельм Бендз, «Скульптор Кристен Кристенсен натурщигы менән үҙенең ательеһында», 1827

Антиклыҡ үҙгәртергә

Владислав Татаркевич классик осорҙа грек һүҙе "мимесис"тың дүрт төп мәғәнәһен бүлеп күрһәтә:

  1. беренсел (йоласа)
  2. тәбиғәт хәрәкәте ысулдарына оҡшатып эшләнгән нәмә (Демокрит)
  3. ябай күсермәһе (Платон)
  4. ижади яңынан тергеҙеү (Аристотель)

Йола үҙгәртергә

Кембридж ритуалистары һәм бигерәк тәДжейн Эллен Харрисон[2], күрһәтеүенсә, уларҙың иң боронғолары "үрнәккә оҡшатып эшләнгән нәмә"нән алыҫ торған бейеү, музыка һәм йырҙың синкретик берлеген тәшкил иткән дионисий мистерияларының ҡанбабалар культына оҡшаған хәрәкәттәренә ҡараған. Шулай итеп, беренсел мәғәнәһе, ысынында, «тасуири күҙаллау»[3].

Демокрит үҙгәртергә

Б. э. т. V быуатҡа тиклем «мимесис» һүҙе культ теленән фәлсәфәүи телгә күскән. Демокрит өсөн ул эстетик термин түгел, дөрөҫөрәге, техник термин: туҡыусылыҡта кешеләр үрмәксегә, төҙөлөштә — ҡарлуғасҡа, йырлағанда — аҡҡошҡа һәм һандуғасҡа оҡшатырға тырыша. Бындай төшөнсә айырыуса таралыу тапмаған, ә һуңыраҡ Гиппократта һәм эпикурейлыларҙа, бигерәк тә Лукрецийҙа барлыҡҡа килгән. Демокрит-Лукрецийҙың «Материалистик» линияһы Гюстав Ле Бондың һәм Габриэль Тардтың позитивист социологияһында («Төркөм психологияһы») тергеҙелә[4], ә унан һуң Арнольд Тойнбиҙың историософияһына[5] һәм Рене Жирарҙың фәлсәфәһенә[6][7] үтеп инә.

Платон үҙгәртергә

Платон хеҙмәттәрендә терминдың иҫке йола мәғәнәһе лә осрай, әммә Сократ йоғонтоһо аҫтында, уны әкренләп скульптураға, рәсем сәнғәтенә һәм шиғриәткә ҡарата ҡуллана башлаған; башта сикләнгән көйө (мәҫәлән, трагедияны ғына «оҡшатып эшләнгән нәмә», ә эпик шиғриәтте — тасуирлы тип атаған), әммә ахырҙа уның сиктәрен өс сәнғәткә тулыһынса киңәйтә.

Шул уҡ ваҡытта мимесис Платонда әйберҙәрҙең тышҡы яғын (күренеш) күсереүгә әйләнә. Платон буйынса, оҡшатып эшләнгән нәмә — был хәҡиҡәткә алып килгән юл түгел.

Аристотель үҙгәртергә

Аристотель платон теорияһын {{comment|әүерелдергән|трансформировать}}, әйберҙәргә оҡшатып, сәнғәт уларҙы ысынында булғандан йә бик матур, йә ерәнгес итеп күрһәтә, һәм уларҙың дөйөм, типик, кәрәкле һыҙаттарын күрһәтеү менән сикләнә алыуы мөмкин (һәм хатта тейеш), тип раҫлаған .

Ул европа сәнғәте эстетикаһына килгән өс төрлө бер әйбергә оҡшатыуҙы айырған. Ул шағир, рәссам кеүек үк, йә «әйберҙәрҙе, улар нисек булған һәм бар, йәки улар нисек һөйләй һәм уйлай, йәки улар ниндәй булырға тейеш, шулай һүрәтләргә тейеш»,[8]. тип әйтә.

Эллинизм үҙгәртергә

Грецияла оҡшатыу теорияһы классик дәүерҙең емеше булған. Эллинистик һәм рим дәүерҙәре нигеҙҙә уны һаҡлаған, әммә шуның менән бергә уның менән ризаһыҙлыҡ һәм контртәҡдимдәр ҡуйҙы. Мәҫәлән, Өлкән Филострат күҙ алдына килтереү, хыял воображение оҡшатыуға ҡарағанда аҡыллыраҡ ғәмәл, тип иҫәпләгән, сөнки оҡшатыу фәҡәт күргәнде генә, ә хыял күрмәгән нәмәне билдәләй.

Урта быуаттар үҙгәртергә

Тертуллиан кеүек иртә һәм киҫкен христиан аҡыл эйәләре, Аллаһ был донъяның ниндәй ҙә булһа һүрәттәрен эшләүҙе тыя, тип иҫәпләән; {{comment|мәжүсилек һынташтарына ҡаршы көрәшеүселәр|иконоборцы}} шуға оҡшаш уйлаған. Бындай киҫкенлектән схоластар ирекле булған, уның ҡарауы рухи биҙәктәр матди биҙәктәрҙән ҡиммәтерәк, тип иҫәпләгән. Бындай тәүшарттарҙа оҡшатыу теорияһы икенсе планға күскән, ә «оҡшатыу» (лат. imitatioimitatio) термины һирәк ҡулланылған. Әммә уны XII быуат гуманистары тергеҙә. Иоанн Солсберийский, боронғолар менән ризалашып, һүрәттәрҙе оҡшатыу тип билдәләй. Аристотелдең бөйөк эйәрсене Фома Аквинский «сәнғәт тәбиғәткә оҡшарға тырыша» («ars imitatur naturam») тигән классик тезисты иң элек сикләүһеҙ иғлан иткән.

Ренессанс үҙгәртергә

Яңырыу дәүерендә оҡшатыу яңынан сәнғәт теорияһының төп төшөнсәһе булған, ә оҡшатыу теорияһы үҙенең апогеяһына етә. XV быуат башынан алып пластик сәнғәттәр оҡшатыу теорияһы ҡабул иткән (Леон Баттиста Альберти, Леонардо да Винчи, Джироламо Кардано). Оҡшатыу төшөнсәһе әҙәбиәткә ҡарата XVI быуат уртаһынан, Аристотелдең «Поэтика»һын үҙләштергәндән һуң, ҡулланыла.

Оҡшатыу теорияһы сәнғәт теорияһында кәм тигәндә өс быуат дауамында үҙ позицияһын һаҡлаған. Шулай ҙа ошо осорҙа ул бер тиң генә теория булмаған, һәм пластик сәнғәт теорияһында уның бер сағылышы, ә поэтикала — башҡа (мәктәптәге кеүек) төҫмөрө булған. Баштан уҡ берәүҙәр уны Аристотелсә, ә икенселәре — Платонса аңлаған. Тәбиғәт ҡанундарға интерпретация сәнғәт ашыу рефоматорға. альберти, уның тышҡы ҡиәфәтенә ҡарағанда. Альберти интерпретацияһында сәнғәт тәбиғәттең тышҡы ҡиәфәтенә түгел, уның ҡанундарына оҡшатҡан. Скалигер интерпретацияһында — уның нормаларына оҡшатҡан. Шиғриәттә оҡшашлыҡ менән етди шөғөлләнгән Торквато Тассо, һүҙҙәр (parole) төшөнсәләрҙе (concetti) ҡабатлай, һәм һуңынан ғына әйберҙе (cose) ҡабатлағанлыҡтан, уның сәнғәттә ҡатмарлы процедура икәнен белгән.

Яңырыуҙың һөҙөмтәләрҙә мөһим булған яңылыҡ индереүендә шундай тезис бар: фәҡәт тәбиғәткә генә оҡшатыу түгел, һәм иң элек башҡаларҙан тәбиғәткә яҡшыраҡ оҡшатҡан йәғни боронғо рәссамдарға оҡшатыу кәрәк. Антиклыҡҡа оҡшатыу девизы XV быуатта уҡ барлыҡҡа килгән, ә уның аҙағында XVII быуат аҙағында ул тәбиғәткә оҡшатыу девизын ҡыҫырыҡлап тиерлек сығарған. Был оҡшатыу төшөнсәһе тарихында ҙур үҙгәреш булған. Ул сәнғәт теорияһын классиктан академик сәнғәткә әйләндергән. Оҡшатыу принцибы икеләтелгән, компромислы, формулала барлыҡҡа килгән: тәбиғәткә оҡшатырға кәрәк, әммә антиклыҡ уға нисек оҡшаған, шулай оҡшарға, йәғни Аполлон Бельведерский өлгөһө буйынса әүәләргә һәм Цицерон кеүек яҙырға кәрәк. XV һәм XVI быуаттарҙа шиғриәттә антиклыкҡа, ә XVII һәм XVIII быуаттарҙа — пластик сәнғәткә оҡшатып күрһәтергә тырышҡандар.

Баттё үҙгәртергә

Шарль Баттёның теория принциптарын дөйөмләштергән һәм уның сиктәрен архитектураға һәм музыкаға саҡлы киңәйткән «Берҙәм принципҡа тупланған күркәм сәнғәттәр» (Les beaux arts reduits à un seul principe, 1746) оҡшатыу теорияһының һуңғы баҫҡысы булған. Баттё, бер яҡтан, оҡшатыуҙы тәбиғәттең ысын күсермәһе, ә икенсе яҡтан — натурала һайлау, фәҡәт матур тәбиғәткә генә оҡшатыу, тип иҫәпләгән.

Реализм үҙгәртергә

Әммә хатта Дидро оҡшатыу теорияһын етди коррекцияға дусар итә: уның фекеренсә, яҡшы сәнғәт матур ысынбарлыҡты түгел, ғәмәлдәгеһен тергеҙә. Был инде XIX быуатта сәскә атҡан реализм теорияһы башланғысы. Ул тәбиғәткә сағылдырыу метафораһы һәм танып-белеү лозунгыһы менән оҡшау талабын билдәләп ҡуя. Был Стендаль һәм Бальзактың ижади тәжрибәһендә, манифестар һәм Шанфлёри манифестарында, һәм Чернышевский трактатында күренеп тора. Айырмалыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, реализм иҫке теорияның яңы версияһы: көндәлек ысынбарлыҡтың уның ижтимағи-иҡтисади аспектында мимесис идеяһы була.

Өҙөмтәләр үҙгәртергә

  • «Я чувствую, что литература должна отражать жизнь, и что её модус — это классический акт мимесиса, подражания действию», — Роджер Желязны.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Мимикрия
  • Диегезис

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Существуют варианты ударения ми́месис[9], миме́сис / миме́зис[10].
  2. Ancient Art and Ritual, by Jane Ellen Harrison
  3. Владимир Вейдле. О смысле мимесиса
  4. Серж Московичи. Век толп 2009 йыл 30 ғинуар архивланған.
  5. Постижение истории
  6. «О СОКРОВЕННОМ ОТ СОЗДАНИЯ МИРА» 2007 йыл 30 ноябрь архивланған.
  7. «ЖЕРТВЕННЫЙ КРИЗИС» 2008 йыл 3 ноябрь архивланған.
  8. Аристотель. Об искусстве поэзии. М., 1957. С. 157
  9. Мимесис // Русский орфографический словарь / Под ред. В. В. Лопатина, О. Е. Ивановой. — Изд. 4-е, испр. и доп. — М.: АСТ-ПРЕСС КНИГА, ИРЯ РАН, 2013. — С. 349. — 896 с. — (Фундаментальные словари русского языка). — ISBN 978-5-462-01272-3.
  10. МИМЕЗИС; МИМЕСИС // Большой толковый словарь русского языка / Гл. ред. С. А. Кузнецов. — 1-е изд.. — СПб.: Норинт, 1998. — 1534 с. — ISBN 5-7711-0015-3.