Милославский Фёдор Яковлевич

Милославский Федор Яковлевич (?  — 1664/1665) — Рәсәй дәүләт эшмәкәре. Окольничий, воевода, илсе.

Милославский Фёдор Яковлевич
Зат ир-ат
Нәҫеле Милославские[d]

Сығышы үҙгәртергә

Федор Яковлевич Милославскийҙар ырыуының өсөнсө тармағынан (Федор Терентьевич Милославскийҙан таралған) сыҡҡан. Ул Сапожок, Тотьма һәм Яренскта воевода булған Яков Михайлович Милославскийҙың (-1643/1644) улы. Ә Федор Яковлевичтың олатаһы — Михаил (Иван тип суҡындырылған) Васильевич беренсе ополчение ҡатнашыусыһы һәм бер нисә ҡаланың воеводаһы була[1]. Федор Яковлевичтың һәм уның туғаны Григорийҙың әсәһе тип[2] Прасковья Кирилловна Грязеваны атайҙар (Кирилл Андреевичтың ҡыҙы һәм Иван менән Мина Кириллович Грязевтарҙың апаһы).

Үрләүе һәм хеҙмәте үҙгәртергә

1648 йылда Мария Ильинична, Илья Данилович Милославскийҙың ҡыҙы (Милославскийҙарҙың ИльяТерентьевичтан сыҡҡан икенсе тармағы) Рәсәй батшабикәһе булып китә. Был уның ҡайһы бер яҡын һәм алыҫ туғандарының үрләүенә килтерә. Улар араһында Федор Яковлевич та була.

Федор Яковлевич 1648 йылда стольник[1] һәм окольничий[3] була. 1658 йылда ул окольничий[4] һәм стольник була, уның 1000 ғаиләнән килгән оклады 120 һум тәшкил итә[5].

Өфө өйәҙе үҙгәртергә

1649—1652 йылдарҙа (1651 йылды ла күрһәтәләр) Федор Яковлевич Өфөлә һәм өйәҙҙә воевода була[1]. 1651 йылда ул батша бойороғо буйынса татар Байегет Байчурин менән башҡорт Туйгилде Сирмешев етәкселегендә ике милләт араһындағы ер буйынса бәхәсте хәл итеүҙә ҡатнаша. Бәхәс урынына ебәрелгән Өфө приставтары Степан Уржумцев менән Иван Рукавишников урындағы 174 кешенән ер биләмәләре буйынса һорау алыу үткәрә, бәхәсләшеүсе яҡтарҙы: н документтарын тикшерә. Татар, башҡорт, удмурттарҙан һораша. Приставтар, бәхәсле ерҙәрҙең документтар буйынса һалағош башҡорттарының аҫаба ерҙәре составына инеүен асыҡлап, мәсьәләне башҡорттар файҙаһына хәл итә.

Фарсы үҙгәртергә

Иван Кириллович Грязевкә оҡшап, Иван Яковлевич та дипломатия менән шөғөлләнгәнә.

1662 йылдың 4 майында Ҡыҙылбаш еренә сәйәхәткә бәйле Федор Яковлевичты иптәштәре менән бергә Алексей Михайлович[6]. 1662—1664 йылдарҙа (Башҡорт энциклопедияһы) йәки 1664 йылда[1] йәки башта 1662 йылда, ә икенсе тапҡыр 1664 йылда[7] икенсе тапҡыр Фарсы иленә илсе итеп ебәрелә. Окольничий Федор Яковлевичтың ярҙамсылары стольниктар Федор Саввич Нарбековов менән дьяк В. Ушаков була[8]. Рәсәй өсөн файҙалы килешеүҙәр төҙөү маҡсатынан Федор Яковлевич иптәштәре менән шаһ Ғәббәс II тапшырырға тейешле бүләктәр араһында орган да була. Илселәрҙе оҫта һәм музыканттар Симон Гутовский оҙатып йөрөй.

1664 йылдың көҙөндә илселәр ҡайта. Шаһ Ғәббәс урыҫ сауҙагәрҙәренә үҙенең ерҙәрендә һалымһыҙ һатыу итергә рөхсәт итә. Бының өсөн ул икенсе орган ебәреүҙе һорай. Алексей Михайлович указы менән яңы орган эшләнә башлай[9]. Был экспедиция сауҙаны үҫтереүҙән тыш Рәсәйгә дарыу үләндәрен индереүгә булышлыҡ итә[10].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 МИЛОСЛАВСКИЕ — информация на портале Энциклопедия Всемирная история 2017 йыл 17 сентябрь архивланған.
  2. Белов А. А. «Люберцы: История города»: «Наследники Грязева» http://pyramid1.narod.ru/book3.htm
  3. Систематические списки боярам, окольничим и думным дворянам с 1468 года до уничтожения сих чинов СПб 1833 стр. 54
  4. Боярская книга 1658 года стр. 19
  5. Боярская книга 1658 года стр. 24
  6. Страница: Дневальные записки Приказа Тайных дел 7165-7183 (Белокуров 1908).djvu/147 — Викитека
  7. Хождения за три века; Белов А. А. «Люберцы: История города»
  8. РГАДА Фонд 77 — Дело 14 http://www.vostlit.info/Texts/Dokumenty/Russ/XVI/Posolbook/PosolBook.html#fd77
  9. Хождения за три века
  10. Башкирская энциклопедия

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә