Мигель де Сервантес

Миге́ль де Серва́нтес Сааве́дра (исп. Miguel de Cervantes Saavedra; сама менән 29 сентябрь 1547 йыл, Испания, Алькала-де-Энарес — 23 апрель 1616 йыл, Мадрид)— бөтә донъяға билдәле испан яҙыусыһы. Иң беренсе, донъя әҙәбиәтендә билдәле әҫәр — «Хитроумный Идальго Дон Кихот Ламанчский» романы менән таныла.

Мигель Сервантес
Тыуған көнө:

29 сентябрь 1547({{padleft:1547|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})

Тыуған урыны:

Испания Алькала-де-Энарес ҡалаһы

Вафат булған көнө:

22 апрель 1616({{padleft:1616|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (68 йәш)

Вафат булған урыны:

Испанияның баш ҡалаһы Мадрид

Гражданлығы:

Испания Испания

Эшмәкәрлеге:

Романист, новеллист, драматург, шағир, һалдат

Йүнәлеше:

Яңырыу осоро, маньеризм

Жанр:

Роман, новелла, трагедия, интермедия

Биографияһы үҙгәртергә

Тәүге йылдар үҙгәртергә

 
Сервантес суҡындырылған сиркәү. Алкала де Энарес

Мигель Сервантес хәйерселеккә төшкән дворян ғаиләһендә, Алькала-де-Энарес ҡалаһында тыуған. Уның атаһы Идальго Родриго де Сервантес ябай табип була, әсәһе — Донья Леонор де Кортина, үҙ байлығын юғалтҡан дворян ҡыҙы. Уларҙың ғаиләһендә 7 бала үҫә, Мигель иһә дүртенсе бала була. Сервантестың бала, үҫмер сағы тураһында бик аҙ билдәле. Уның тыуған йылы булып, 29 сентябрь 1547 йыл һанала. Был дата сиркәү китабындағы яҙыу буйынса билдәләнгән. Сервантестың 1547 йылдың 9 октябрендә суҡындырылыуы билдәле.[1] в церкви Санта Мария ла Майор города Алькала-де-Энарес.

Ҡайһы бер биографтар Сервантес Саламанки университетында уҡыған тип раҫлай, әммә был версияға ышандырырлыҡ дәлилдәр юҡ. Шулай уҡ уның Кордовала (Испания) йәки Севильяла иезуиттарҙа уҡыуы тураһында ла тикшерелмәгән юрау бар[2].

Иерусалимдың сефард общинаһы президенты Авраам Хаим фекере буйынса, Сервантестың әсәһенең тамырҙары суҡынған йәһүдтәр ғаиләһенә барып тоташа. Атаһы дворяндар ғаиләһенән. Әммә уның ата-әсәһенең йорто тыуған ҡалаһы Алькала де Энарестың худерия үҙәгенең йәһүдттәр кварталында урынлашҡан. Сервантестың өйө ҡаланың элеке йәһүдттәр үҙәгендә була.[3]

Италия үҙгәртергә

Сервантесты Кастилионы ташлап китергә мәжбүр иткән сәбәптәр билдәһеҙ ҡала. Ул студент булғанмы, әллә хөкөмдән ҡурҡҡанмы, йәки дуэлда Антонио де Сигураны яралағаны өсөн королдең «Ҡулға алырға!» тигән ордерынан ҡасҡанмы — былар барыһы ла уның тормошоноң тағы ла бер сере булып ҡала.[4]. Нисек кенә булмаһын, Италияға китеп, ул үҙ карьераһы өсөн башҡа йәш испандар нимә эшләй, шуның менән шөғөлләнә. Рим йәш яҙыусы өсөн үҙенең сиркәү ритуалдарын һәм бөйөклөгөн асһа, боронғо емереклектәре күп булған ҡалала Сервантес үҙе өсөн антик сәнғәтте аса һәм үҙенең иғтибарын Яңырыу дәүеренә, архитектураға һәм шиғриәткә йүнәлтә (уның итальян әҙәбиәтен белеүе әҫәрҙәрендә сағыла). Боронғо донъя ҡаҙаныштарында ул сәнғәтте терегеҙеүгә көслө импульс таба алған.[5][6]. Шулай итеп, уның һуңғы эштәрендә күренгән Италияға булған бөтмәҫ һөйөүе иртә Яңырыу осорона үҙенә күрә кире ҡайтыу теләге булып тора[7].

Хәрби карьераһы һәм Лепантолағы алыш үҙгәртергә

1570 йылда Сервантес Испанияның Неаполь диңгеҙ пехотаһы полкына һалдат итеп алына. Ул бында, актив хеҙмәткә күскәнсе, йылға яҡын ваҡыт була. 1571 йылдың сентябрендә Сервантес Изге лига (1571) галер флот составына ингән «Маркиз» бортында йөҙөп китә. 7 октябрҙә был флот Патрасс ҡултығындағы Лепанто алышында Оттоман флотилияһын (Ғосман империяһы) еңә. Ул көндө Сервантес биҙгәк менән ауырыуына ҡарамаҫтан, түшәктән баш тартып, һуғышҡа индереүҙәрен һорай. Күреүселәр әйтеүенсә, ул: «ауырыу булһам да, палубала йәшенеп ятмайынса, һәр һалдатҡа тейеш булғанса, алышырға әҙермен», — ти. Ул корабль бортында батырҙарса алышып, 3 пуля яраһы ала — береһе иңбашына, икеһе күкрәгенә. Иңбашындағы яра һул ҡулының хәрәкәтһеҙлегенә килтерә. «Парнасҡа сәйәхәт» поэмаһында ул һул ҡулының эшмәкәрлеген уң ҡулының даны өсөн юғалтыуын әйтә (ул «Дон Кихот»-тың беренсе өлөшөнөң уңышы тураһында уйлай). Был һуғышта ҡатнашыуын Сервантес һәр ваҡытта ҙур ғорурлыҡ менән иҫкә ала. Ул Европа тарихы барышын билдәләгән ваҡиғала ҡатнашыуына ышана.

Ҡулын юғалтыу сәбәбенең икенсе, шикле булған тағы бер варианты бар. Ата-әсәһенең ярлы булыуы арҡаһында Сервантес насар ғына белем ала, йәшәү өсөн урлашырға мәжбүр була. Йәнәһе лә, нәҡ ошо урлашыуы өсөн ул ҡулынан яҙа һәм Италияға китә. Әммә был версия әллә ни ышандырмай, сөнки был ваҡытта бурҙарҙың ҡулын ҡырҡмайҙар, ә галераға ебәрәләр. Унда иһә ике ҡул да кәрәк була.

Лепантолағы һуғыштан һуң Мигель Сервантес, яралары төҙәлеп, яңынан хеҙмәткә яраҡлы булғансы, алты ай госпиталдә ята.[8]. 1572 йылдан 1575 йылға тиклем ул Неаполдә була һәм хеҙмәтен дауам итә. Бынан тыш, Корфу (утрау) һәм Пилос Навариноға экспедицияла ҡатнаша. 1557 йылда ғосман төрөктәре тарафынан Тунис (ҡала) һәм Хальк-эль-|Уэд Ла-Гулетта баҫып алыуына шаһит була.[9]:220. Тағы ла, Сервантес Португалия-ла була һәм хеҙмәте буйынса 1580 йылдарҙа, Оранға бара, Севильяла хеҙмәт итә.

Яҡынса 1575 йылда Герцог де Сессе Мигелға король һәм министрҙар өсөн рекомендация хаттары бирә (уны Мигель әсиргә алынған ваҡытта юғалта). Унда батыр һалдатҡа мәрхәмәтлек һәм ярҙам күрһәтеү һорала.[10].

Алжир әсирлегендә үҙгәртергә

1575 йылда Мигель Сервантес ағаһы Родриго менән «Солнце» галераһы бортында Неапольдан Барселонаға ҡайта (la Galera del Sol)[11]. 26 сентябрҙә, иртәнсәк Каталонск ярына яҡынлашҡан ваҡытта галераға алжир Корсары һөжүм итә. Һөжүм итеүселәргә ҡаршылыҡ күрһәтелә, шул арҡала «Солнце» командаһы ағзаларының күбеһе үлтерелә, ҡалғандары әсиргә алына һәм уларҙы алжирға алып китәләр.[9]:236

Сервантеста табылған рекомендация хаттары, һоралған түләү суммаһын арттыра. Алжир әсирлегендә мигель Сервантес 5 йыл була (1575—1580 йылдар). Ул дүрт тапҡыр ҡасырға маташа һәм мөғжизә менән генә язаланмай тороп ҡала. Тотҡонда саҡта төрлө ғазаптарға дусар ителә.

Родриго Сервантестың атаһы, 1578 йылдың 17 мартындағы юллауында, улы Солнце галераһынан Каррильо де Кесада командаһы аҫтында әсиргә алына һәм аркебуздан атыу арҡаһында күкрәгенән яралана, һул ҡулһыҙ ҡала, тип белдерә[12]. Мигельдең атаһының уны һатып алыуға аҡсаһы булмай, сөнки ул алдан ғына ошо уҡ кораблдә булған икенсе улы Родригоны әсирлектән аҡса түләп сығарған була. Ошо юллауҙың шаһиты булған Матео де Сантистебан Мигелде 8 йыл белеүен, уның менән Лепанто алышында, уға 22 йәки 23 йәш булғанда танышыуын белдерә. Ул алыш ваҡытында Мигелдең ауырыуын, температураһы юғары булыуына һәм уға карауатта ҡалырға ҡушһалар ҙа уның алышта ҡатнашырға хәл итеүенә лә шаһитлыҡ итә. Һуғышта күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн капитан уға ғәҙәти түләүҙән тыш, тағы ла өҫтәп дүрт дукат менән бүләкләй.

Мигельдең Алжир әсирлегендә булыуы тураһындағы хәбәрҙе Каррьедо уйһыулығының Саласар ауылында йәшәгән һалдат Габриэль де Кастаньеда хат менән килтерә. Уның мәғлүмәте буйынса Мигель ислам ҡабул иткән гректа,Арнаутриомамикапитанында яҡынса ике йыл әсирлектә була (йәғни 1575 йылда) Мигель Сервантестың әсәһенең 1580 йылдағы үтенесендә, улын һатып алыу өсөн Валенсия короллегенән тауар рәүешендә 2000 Дукат (тәнкә) сығарырға рөхсәт һорауы бедерелә.[13].

1580 йылдың 10 октябрендә Алжирҙа Мигель Сервантес һәм 11 шаһит ҡатнашлығында Мигельде әсирлектән һатып алыу тураһында нотариаль акт төҙөлә. 22 октябрҙә Изге Троица Ордены монахы Хуан Хиль, ошо акт нигеҙендә Сервантестың король алдындағы хеҙмәтен раҫлап, доклад әҙерләй.

Португалиялағы хеҙмәте үҙгәртергә

Әсирлектән ҡотолғас, Мигель ағаһы менән Португалияла һәм маркиз де Санта Круста хеҙмәт итә

Оранға барыу үҙгәртергә

1580 йылдарҙа Мигель король приказы менән Оранға бара.

Севильелағы хеҙмәт үҙгәртергә

Севильела ул Антонио де Гевара приказы буйынса Испан флоты эштәре менән булыша.

Америкаға китеү уйы үҙгәртергә

1590 йылдың 21 майында Мадридта Мигель Совет Индийға америка колонияһында (атап әйткәндә " Яңы короллектең Ревизион контораһында Яңы Гранада йәки Гватемалалағы Соконуско провинцияһының губернаторлығын йәки Картахены галераһында иҫәпсе йәки Ла-Пас (Боливия) ҡалаһында коррехидор) вакантлы урын биреүҙәрен һорап ғариза яҙа. "[14] . 1590 йылдың 6 июнендә Индий советы рәйесе ғаризала, үтенес яҙыусы уға ниндәйҙер хеҙмәт биреүҙәренә лайыҡлы, уға ышанырға була, тигән билдә ҡалдыра.

Сервантес үҙе тураһында үҙгәртергә

1613 йылда Мигель Сервантес үҙенең «Назидательные новеллы» прологында яҙа:

Портрет аҫтында минең дуҫым: «Һеҙ бында күргән кеше оҙонса йөҙлө, каштан төҫөндәге сәсле, асыҡ ҙур маңлайлы, шат ҡарашлы, көмөрө танаулы; 20 йыл элек алтын, ә хәҙер көмөш һаҡаллы; оҙон мыйыҡлы, ҙур булмаған ауыҙлы; һирәк тә, йыш та урынлашмаған тешле, сөнки тештәре уның ни бары 6 ғына; буйы ғәҙәти — ҙур ҙа, бәләкәй ҙә түгел; йөҙөнөң төҫө яҡшы, ҡуңырға ҡарағанда асығыраҡ; еңелсә генә көмөрөрәк, ауыр аяҡлы. «Галатея» һәм «Дон Кихот Ламанчский», «Путешествие на Парнас» һәм башҡа әҫәрҙәр авторы. Уның исеме Мигель де Сервантес Сааведра. Бер нисә йыл һалдат булып хеҙмәт итә, 5,5 йыл ярым әсирлектә була һәм унда бәхетһеҙлектәрҙе түҙемле итеп үткәрергә өйрәнә. Лепантолағы диңгеҙ һуғышында аркебуздан атыу сәбәпле ҡулы ғәрипләнә».

Шәхси тормошо үҙгәртергә

1584 йылдың 12 декабрендә Мигель де Сервантес Эскивиас ҡалаһынан 19 йәшлек Каталине Паласиос де Саласарға өйләнә. Унан уға бәләкәй генә бирнә ҡала. Уның никахтан тыш тыуған бер ҡыҙы Исабель де Сервантес үҫә.

Холҡо үҙгәртергә

Биограф Шаль Мигель Сервантесты шулай тип ҡылыҡһырлай:

«Еңел-елпе, хыялланыусан шиғирға тормош белеме етешмәй, ул үҙенең хәрби кампанияларынан да, әҫәрҙәренән дә файҙа алмай. Эскерһеҙ, үҙенә дан ала белмәгән, уңышҡа иҫәп томаған кеше. Ул бар матур нәмәгә лә бер ҡатлы ғашиҡ, романтик һәм мөхәббәт хыялға бирелеүсән, һуғыш майҙанында янып тора, йә тәрән уйҙарға бата, йә ғәмһеҙ шат була... Тормошон анализлауҙан ул намыҫлы, киң күңелле, ғәжәп һәм бер ҡатлы әүлиә, бәхетһеҙлектәрендә герой, бөйөклөгөндә изге булып күренә.»

Әҙәби эшмәкәрлеге үҙгәртергә

 
Мигель де Сервантес (Retratos de Españoles Ilustres, 1791).

Мигельдең әҙәби эшмәкәрлеге һуң ғына башлана. Был ваҡытта уға 38 йәш була. Беренсе хеҙмәте «Галатея (новелла)»нан (1585) һуң бик күп драматик пьесаларын ижад итә. Улар әллә ни уңыш ҡаҙанмай.

«Дон Кихот» әҫәренең буласаҡ авторы үҙенә икмәк табыу өсөн интендант хеҙмәтенә урывнлаша. Уға «Непобедимая армада» өсөн провиант һатып алыуҙы йөкмәтәләр, һуңынан недоимка йыйыусы итеп тәғәйенләйҙәр. Был бурыстарҙы башҡарғанда ҙур уңышһыҙлыҡҡа осрай. Ҡаҙна аҡсаһын бер банкирға ышынып биреп (ул был аҡсалар менән ҡаса), Сервантес 1597 йылда өҫтөнә сығыуҙа ғәйепләнеп, төрмәгә эләгә. 5 йылдан һуң уға тағы ла төрмәгә ултырырға тура килә. Уны аҡса менән мутлашып енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләйҙәр. Был йылдар уның тормошондағы иң уңышһыҙ ваҡыт булып һанала.

Шулай ҙа ул үҙенең яҙыу эшмәкәрлеген туҡтатмай, тик ижад емешенең береһен дә баҫтырып сығармай тора.

1598 йылдан 1603 йылға тиклем Сервантестың тормошо тураһында бер нәмә лә билдәле түгел. 1603 йылда ул Вальядолидта килеп сыға. Ул унда тамаҡлыҡ ҡына эш хаҡы биргән ваҡ шәхси эштәр менән шөғөлләнә. 1604 йылда «Хитроумный Идальго Дон Кихот Ламанчский» романынң тәүге өлөшө сыға һәм Испанияла, сит илдә ҙур уңышҡа ирешә, төрлө телдергә тәржемә ителә. Тик ул авторҙың матди хәлен яҡшыртмай, киреһенсә, уға дошмандарса ҡарашты көсәйтә.

Ошо ваҡыттан алып, үлгәнсә, Сервантестың әҙәби эшмәкәрлеге туҡтамай. 1604 һәм 1616 йылдар арауығында «Дон Кихот»тың икенсе өлөшө, бөтә новеллалары, бик күп драматик әҫәрҙәре, «Путешествие на Парнас» поэмаһы һәм «Персилес и Сихизмунда» романы (автор үлгәндән һуң баҫылып сыға) яҙыла. Мигель Сервантес үлем түшәгендә лә эшләүҙән туҡтамай тиерлек. 1616 йылдың 23 апрелендә мейеләге һары һыу ауырыуынан уның ғүмере өҙөлә. Сервантестың үлгән көнө икенсе бер бөйөк яҙыусы Уильям Шекспирҙың үлгән көнө менән тура килә.

Мираҫ үҙгәртергә

 

Сервантес Мадридта үлә, ул унда вафатынан саҡ ҡына алда Вальядолидтан күсеп бара. Уның ҡәбере ташландыҡ хәлгә ҡала, сөнки унда бер яҙыу ҙа булмай.[15].

Испанияла Сервантестың мәйет ҡалдыҡтарын эҙләү башлана һәм 2015 йылдың мартында де лас Тринитариас монастырында бер кәшәнәлә табыла. 400 йыл үткәс, 2015 йылдың июнендә, Испанияла Сервантесты яңынан ерләйҙәр.[16][2]</ref>

Мадридта Сервантесҡа 1835 йылда ғына һәйкәл ҡуйыла (скульпторы Антонио Сола); пьедесталда латын һәм испан телендәге ике яҙыу: «Мигель де Сервантес Сааведреға, испан шағирҙары батшаһына»[17].

Сервантестың донъялағы әһәмиәте уның «Дон Кихот» романы менән бәйле. Әкренләп был әҫәр, бәлки, хатта авторҙың иркенән тыш та, кеше тәбиғәтенең тәрән психологик анализына, изге, әммә идеализм һәм реалистик тәжрибәлелекте тар-мар итеүсе ике яҡлы күңел эшмәкәрлегенә күсә.

Романдары үҙгәртергә

Дон Кихот үҙгәртергә

Мигель де Сервантестың әҫәргә исем биргән геройҙың мажаралары хаҡындағы донъяла киң билдәлелек алған романы — «Дон Кихот». Әҫәрҙең тулы исеме — «Хәйләкәр идальго Дон Кихот Ламанчский», русса «Хитроу́мный ида́льго Дон Кихо́т Лама́нчский» испанса «El ingenioso hidalgo Don Quijote de la Mancha»). Ике томда баҫыла, уларҙың беренсеһе 1605 йылда, икенсеһе — 1615 йылда донъя күрә. Әҫәр рыцарь романдарына пародия ителеп уйланылған була. Һуңынан ул Европаның бөтә телдәренә тәржемә ителә һәм бөгөнгәсә иң популяр китаптарҙың береһе булып ҡала килә. 2002 йылда «Дон Кихот» донъя әҙәбиәтенең иң яҡшы романы булып таныла[18].

 
Дон Кихот менән Санчо Панса.
Мадридта Сервантес һәйкәле

Был китабын яҙырға Сервантесты «Интерлюдии романсов» романы дәртләндерә. Унда күп рыцарь романдарын уҡығандан һуң аҡылдан яҙған фермер мыҫҡыллап һүрәтләнгән була: бахыр фермер ҡатынын ташлап ҡалдыра һәм лонъя буйлап сәйәхәткә сығып китә. Сервантестың геройы Дон Кихот та нәҡ шулай эшләй, тик ул буйҙаҡ була. Сюжеттың төптә ятҡан мәғәнәһе шулай уҡ испан драматургы, шағир һәм яҙыусы Лопе де Вегаға ла ишаралай: ул да, үҙенең күп һанлы автобиографик мөхәббәт әҫәрҙәрен яҙғандан һуң, ғаиләһен ҡалдыра ла флотҡа хеҙмәткә юллана.

Рус теленә тәржемәселәре үҙгәртергә

Һуңғы мәғлүмәт буйынса, Сервантест әҫәрҙәрен рус теленә беренсе тәржемә итеүсе булып Никанор Иванович Ознобишин һанала. Ул 1761 йылда «Корнелия» новеллаһын тәржемәләй.

Артабанғы быуаттарҙа «Дон Кихот» романын тәржемәләйҙәр:

  • 1838 — Константин Масальский
  • 1866 — Владимир Карелин
  • 1896 — Варвара Андреевская
  • 1907 — Мария Ватсон
  • 19291932 — Григорий Лозинский, Константин Мочульский, Александр Смирнов, Борис Кржевский, Елизавета Васильева; шиғырҙар — Михаил Кузмин
  • 1951 — Николай Любимов

Хәтер үҙгәртергә

 
СССР-ҙың Почта маркаһы, 1966 йыл
  • 1991 йылда Испанияның Сит ил эштәре һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлек министрлығы ҡарамағы аҫтында Сервантес институты (исп. Instituto Cervantes) ойошторола. Был дәүләт учреждениеһының төп бурысы — испан телен уҡытыу һәм милләт мәҙәниәтен таратыу. Институттың төп үҙәктәре илдең баш ҡалаһы Мадридта һәм яҙыусының тыуған төйәге Алькала-де-Энарес ҡалаһында урынлашҡан. Сервантес институтының Ер шарының биш континетында 77 үҙәге бар, шуларҙың береһе Мәскәүҙә эшләй.
  • Сервантестың «Цыганочка» новеллаһы геройы хѳрмәтенә 1904 йылда асылған астероидҡа (529) Прециоза исеме бирелә. Икенсе версия буйынса ул Пий Александр Вольфтың 1810 йылда яҙылған пьссаһының исемен ала[19]).
  • «Хитроумный идальго Дон Кихот Ламанчский» романының геройы һәм героиняһы хѳрмәтенә 1905 йылда һәм 1983 йылда асылған атероидтарға (571) Дульсинея һәм (3552) Дон Кихот исемдәре бирелә.
  • 1965 йылда Сальвадор Дали «Биш үлемһеҙ испанлы» серияһын эшләй һәм унда Сервантесты, Ель Сиданы, Ель Греконы, Веласкесты һәм Дон Кихотты индерә.
  • 1966 йылда СССР-ҙа Сервантесҡа арналған почта маркаһы сығарыла.
  • 1976 йылда Меркурийҙағы кратерға Сервантес исеме бирелә.[20].
  • 2005 йылдың 18 сентябрендә Кѳньяҡ Европа обсерваторияһында Эрик Вальтер Эльст тарафынан 1992 йылдың 2 февралендә асылған астероидҡа «79144 Cervantes» исеме бирелә[21].
  • Мадридтағы Испания майҙанын Мигель Сервантесҡа ҡуйылған скульптор композицияһы биҙәй. Сервантес һәм уның билдәле геройҙары композицияның тѳп фигуралары.
  • Мәскәүҙәге Ленинград шоссеһында урынлашҡан Дуҫлыҡ паркында Сервантесҡа һәйкәл ҡуйылған. Был скульптура яҙыусыға XIX быуатта Мадридта ҡуйылған һәйкәлдең бермә-бер копияһы. 1980 йылда СССР илсеһе Юрий Дубинин Испания хөкүмәте менән мәҙәни билдәләр менән алмашыныу тураһында килешә. Советтар Союзы Испанияға Александр Сергеевич Пушкин һәйкәлен, ҡаршы яҡ беҙгә Сервантес һәйкәлен бүләк итә.
  • Аргентинаның «Чуррук» тибындағы эскадра миноносецы Сервантес хѳрмәтенә уның исемен йөрөтә: «ARA Cervantes (D-1)».
  • Испан ҡалаһы Толедола Сервантесҡа һәйкәл ҡуйылған.
  • Севилья ҡалаһында ла Сервантесҡа һәйкәл бар.

Әҙип кинола үҙгәртергә

  • Сервантес. (1969). Режиссеры Винсент Шерман Актёрҙар Франсиско Рабаль, Джина Лоллобриджида, Хосе Феррер һәм Сервантес ролендә Буххольц.
  • Сервантес (сериал), испан телесериалы (2007). Режиссеры Инес Париже. Төп ролдәрҙә актёрҙар Мигель һәм Уильям.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Сервантес Сааведра Мигель де — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (3-е издание)
  2. "Cervantes, Miguel de", The Encyclopedia Americana, 1994 
  3. Еврейская душа Мигеля Сервантеса
  4. The Enigma of Cervantine Genealogy, 118
  5. F.A. de Armas, Cervantes and the Italian Renaissance, 32
  6. Frederick A. de Armas, Quixotic Frescoes: Cervantes and Italian Renaissance Art, 5.
  7. F.A. de Armas, Cervantes and the Italian Renaissance, 33.
  8. J. Fitzmaurice-Kelly, The Life of Cervantes, 9.
  9. 9,0 9,1 M.A. Garcés, Cervantes in Algiers.
  10. Coleccion de Documentos ineditos de Indias. Tomo XXV. — Мадрид, 1875, стр. 406—407
  11. Watts Henry Edwards. Life of Miguel de Cervantes. — Harvard College Library: Walter Scott, 1891. — P. 30.
  12. Coleccion de Documentos ineditos de Indias. Tomo XXV. — Мадрид, 1875, стр. 387, 389
  13. Coleccion de Documentos ineditos de Indias. Tomo XXV.— Мадрид, 1875, стр. 407—408.
  14. Coleccion de Documentos ineditos de Indias. Tomo XXV. — Мадрид, 1875, стр. 531—532.
  15. http://lenta.ru/news/2014/04/28/cervantes/%7Ctitle=(недоступная ссылка)
  16. [1]
  17. Luis Astrana Marín, Vida ejemplar y heroica de Miguel de Cervantes Saavedra
  18. Лучшим романом в мировой литературе признан «Дон Кихот» Сервантеса — РИА Новости (09.05.2002)
  19. Ҡалып:Книга:Словарь имён малых планет
  20. Cervantes — на сайте рабочей группы МАС по номенклатуре планетной системы
  21. Циркуляры малых планет за 18 сентября 2005 года — в документе надо выполнить поиск Циркуляра малых планет № 54829 (M.P.C. 54829)

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә