Мешков Леонид Александрович

Мешков Леонид Александрович (30 май 1948 йыл — 31 март 2016 йыл) — СССР һәм Рәсәй теле- һәм кинооператоры.

Мешков Леонид Александрович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 30 май 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 31 март 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (67 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө кинооператор, режиссёр-документалист

Биографияһы үҙгәртергә

Леонид Александрович Мешков 1948 йылдың 30 майында Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуған.

1969 йылда Башҡортостан телевидениеһына килә һәм 2015 йылға тиклем «Башҡортостан» телерадиокомпанияһында телевидение операторы булып эшләй. Ошо ваҡыт эсендә 170-тән ашыу документаль фильм төшөрә. Уның был эштәре Бөтә Союз һәм Халыҡ-ара кинофестивалдәрҙә приздар ала. Документаль кинонан тыш кинооператор булараҡ «Кинйә абыҙ» («Кинзя‑абыз», 2007) нәфис фильмы өҫтөндә эшләй. Режиссер-оператор сифатында «Дуҫлык, Дружба, Фройндшафт» (1984), «Нефтекама» (1986), «Башҡортостан курорттары» (1990), «Арҡайым» (1991), «Башҡорт балеты Америкала» (1996) һәм башҡа бер нисә документаль фильмдар төшөрә[1].

Мешков 1987 йылдан алып кинематографистар союзы ағзаһы булып тора. 1992 йылда ул С. А. Гера́симов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематогра́фия институтын тамамлай. Профессор С. Е. Медынскийҙың ижади оҫтаханаһында шөғөлләнә. 1995 йылда Мешковҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеме бирелә, 2007 йылда «ТЭФИ-Регион» Бөтә Рәсәй телевизион премия лауреаты була[1].

Оҙайлы ауырыуҙан һуң 2016 йылдың 31 мартында вафат була. Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләнгән[2].

Фестивалдәрҙең лауреат-фильмдары үҙгәртергә

  • «Мелеузовские конники» (1980) — Бөтә Союз документаль фильмдар фестивале, Баҡы, 1981 йыл
  • «Курай-танец» (2004) —"Разум. XXI век" халыҡ-ара фестивалендә, Томск, 2005 йыл
  • «Еҙем әбейҙәре» (2006) — Сычуань халыҡ-ара документаль фильмдар фестивале, Чэнду (Ҡытай) телевизион документаль кино фестивалдәре, Вроцлав (Польша), Прага, Ханты-Мансийск, барыһы ла 2007 йыл

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә