Лионель Андрес Месси (исп. Lionel Andrés Messi, испанса әйтелеше: [anˈdɾez ljoˈnel ˈmesi]; 24 июнь 1987 йыл, Росарио, Аргентина) — Аргентина футболсыһы, һөжүмсе һәм Испанияның «Барселона» командаһы капитаны, 2011 йылдан — Аргентина йыйылма командаһы капитаны. «Барселона» һәм Аргентина йыйылма командаһы тарихында иң яҡшы бомбардир. Белгестәр тарафынан замандың иң яҡшы футболсыһы һәм футболдың барлыҡ тарихындағы иң яҡшы уйынсыһы тип таныла.

Футбол
Футбол
Лионель Месси
Информация
Тулы исеме Лионель Андрес Месси
Тыуа 24 июнь 1987({{padleft:1987|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})[1][2][3][…] (36 йәш)
Росарио, Аргентина
Гражданлығы Аргентина Аргентина
Буйы 170[4] см
Ауырлығы 72[4] кг
Клубы
Клубы ПСЖ
Карьера
Йәштәр клубтары
1992—1995 Аргентина Грандоли
1995—2000 Аргентина Ньюэллс Олд Бойз
2000—2003 Испания Барселона
Клуб карьераһы*
2003—х. в. Испания Барселона 481 (441)
2003—2004  Испания Барселона C 10 (5)
2004—2005  Испания Барселона B 22 (6)
Йыйылма командаһы**
2004—2005 Аргентина Аргентина (20 йәшкә тиклем) 18 (14)
2005—х. в. Аргентина Аргентина 138 (70)
2008 Аргентина Аргентина (олимп.) 5 (2)
Халыҡ-ара миҙалдары
Олимпия уйындары
Алтын Пекин 2008 футбол
Донъя чемпионаттары
Көмөш Бразилия 2014
Америка кубоктары
Көмөш Венесуэла 2007
Көмөш Чили 2015
Көмөш США 2016
Бронза Бразилия 2019

* Профессиональ клуб өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе милли чемпионаттарҙың төрлө лигалары өсөн генә һанала, 30.06.2020 ҡарата төҙәтелгән.

** Рәсми матчтарҙа милли йыйылма команда өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе.

«Барселона» футбол академияһы тәрбиәләнеүсеһе, беренсе команда составында 17 йәшенән сығыш яһай. Шул ваҡыттан алып клуб менән бергә ун тапҡыр Испания чемпионы титулын яулай, дүрт тапҡыр — УЕФА-ның Чемпиондары лигаһы, алты тапҡыр — Испания кубогы, һигеҙ тапҡыр — Испания Суперкубогы, өс тапҡыр — Европа суперкубогы һәм өс тапҡыр Клубтар араһында Донъя чемпионаты еңеүсеһе була. Алтышар тапҡыр УЕФА-ның Чемпиондар лигаһының һәм Испания чемпионатының иң яҡшы бомбардиры була.

2005, 2007—2013, 2015—2017 һәм 2019 йылдарҙа Аргентинала иң яҡшы йыл уйынсыһы булып таныла, һуңғы ун награда сит илдәрҙәге иң шәп аргентиналы булараҡ тапшырыла[5]. 2009, 2010, 2011, 2015, 2017, 2018 һәм 2019 йылдарҙа Испания чемпионатының иң яҡшы уйынсыһы булып таныла. 2009 йылда буласаҡ УЕФА версияһы буйынса Европаның клуб футболында иң яҡшы футболсы һәм УЕФА Чемпиондары лигаһының иң яҡшы һөжүмсеһе булып таныла. Шул уҡ йылда Европаның иң яҡшы футболсыһы булараҡ «Алтын туп»ҡа һәм ФИФА версияһы буйынса донъяның иң яҡшы футболсыһы булараҡ «Гәүһәр туп»ҡа лайыҡ була. 2010 йылда донъяның иң яҡшы футболсыһы тип таныла («France Football» һәм ФИФА-ның берләштерелгән призы — «ФИФА-ның алтын тубының» тәүге эйәһе). 2011 йылда Европа иң яҡшы уйынсы була (Европала иң яҡшы йыл футболсыһы призының тәүге эйәһе). Алты тапҡыр яулаған «Алтын бутса» яулай (2010, 2012, 2013, 2017, 2018, 2019).

2012 йылдың мартында «Барселона» өсөн бөтә рәсми матчтарҙа һөҙөмтәлелек буйынса рекорд ҡуя — 234 гол индерә. Шулай уҡ 2011/12 йылдар миҙгелендә Испания чемпионатында һөҙөмтәлелек рекорды ҡуя — миҙгел эсендә 50 туп индерә. 2014 йылдың мартында «Барселона» тарихында 87 йыл элек индерелгән голдар һаны буйынса ҡуйылған рекордты үтеп, үҙенең бомбардир иҫәбен 371 голға еткерә. 2014 йылдың 22 ноябрендә Испания чемпионатын да голдар һаны буйынса 59 йыл үҙгәрмәгән рекордты 251 туп индереп үҙгәртә. 2014 йылдың 25 ноябрендә Чемпиондар лигаһында һөҙөмтәлелек рекордына төҙәтеүҙәр индерә — 71 гол. 2017 йылда 29 йәшендә «Барселона» өсөн рәсми матчтарҙа 500-сө голын индерә һәм испан футболында был билдәне бер клуб өсөн генә үткән берҙән-бер уйынсы була. «Эль-Класико» тарихында иң яҡшы бомбардир.

2005 йылда Аргентина йыйылма командаһы өсөн уйнай башлай. «Альбиселестала» донъя чемпионатында гол индереүсе иң йәш уйынсы була. Йәштәр йыйылма командаһы составында 2005 йылда — Донъя чемпионы (турнирҙың иң яҡшы уйынсыһы һәм иң яҡшы бомбардиры), 2008 йылда Олимпия чемпионы була. Милли йыйылма команда составында — Донъя чемпионатының (2014) көмөш призеры (турнирҙың иң яҡшы уйынсыһы). Бөтә ваҡыттағы Аргентина символик йыйылма командаһы составына инә.

Биографияһы үҙгәртергә

1987 йылдың 24 июнендә Аргентинаның Росарио ҡалаһында тыуа. Атаһы — Хорхе Орасио Месси ҡорос ҡойоу комбинатында фабрика эшсеһе, әсәһе — Селия Мария Месся (ҡыҙ фамилияһы — Куччиттини), тулыһынса мәшғүл булмаған йыйыштырыусы. Ике ағаһы — Родриго һәм Матиас, шулай уҡ Мария Соль исемле апаһы бар. Уның ике туған ике ағаһы — Эммануэль һәм Максимилиано Бьянкуччи ҙа футболсылар.

Атаһы сығышы менән Италияның Анкона ҡалаһынан. Уның атаһы Анджело Месси 1883 йылда Аргентинаға күсеп килә. Башҡа ата-бабалары сығыштары менән Каталониянан була; аныҡлап әйткәндә, уның өсөнсө быуын олатаһы — (прапрадед) Рамон Льобер Перес (1895), уның ейәнсәре Роза Мария Перес Аргентинала Анджелоның вариҫы Эусебио Месси Бароға кейәүгә сыға. Рамондың ағаһы, Гонсаль Льобер Перес (1904), икенсе билдәле футболсы Боян Кркичҡа өсөнсө быуын олатай тура килә.

Месси биш йәшенән атаһы тренер булған «Грандоль» һәүәҫкәрҙәр футбол клубында шөғөлләнә. Тәүге дәрестәренә өләсәһе Селия йөрөтә. Ул ғаиләлә ейәнен футболсы итеп күрергә теләгән берҙән-бер кеше була; артабан Лионель бөтә голдарын уға арнай. 1995 йылдан ул «Олд Ньюэллс Бойз» профессиональ клубы өсөн уйнай башлай, 1997 йылда, ошо клуб уйынсыһы булараҡ, Перуҙың Дуҫлыҡ кубогын яулай. 11 йәшендә унда соматотропин (үҫеү гормондары) дефициты асыҡлана. «Ривер Плейт» Месси менән ҡыҙыҡһына, әммә дауалау өсөн етерлек күләмдә аҡсаға эйә булмай, сөнки дауалау айына тора 900 доллар тора.

Лионелгә 13 йәш булғанда — «Барселона» клубы акционерҙарҙың береһе йәш футболсы тураһында ишетеп ҡала. Ул ике скаутты — Мартин Монтеро һәм Фабиан Сольдиниҙы Мессиҙың атаһын улын клубҡа ҡарауға алып килергә өгөтләү өсөн яллай. 2000 йылдың 17 сентябрендә Месси атаһы менән Каталонияға килә, әммә клубының спорт директоры Решак Карлестың бушамауы һөҙөмтәһендә ҡарау 3 октябрҙә үтә. Решак уйынсының һәләтенә таң ҡала һәм директорҙар советын Мессиҙың ғаиләһенең Европаға күсеүен һәм йылына 90 мең евронан ашыу тәшкил иткән дауаланыуҙы түләргә күндерә. Шул ваҡыттан алып Месии клубының йәштәр командаһында сығыш яһай башлай.

Карьераһы үҙгәртергә

Тәүге аҙымдары үҙгәртергә

Лионель Месси бәләкәйҙән тыуған ҡалаһының «Олд Ньюэллс Бойз» клубы өсөн уйнай башлай[6]. 11 йәшендә ата-әсәһе менән Барселонаға күсә, унда 13 йәшендә йәштәр командаһында уйнай башлай һәм тәүге уйында уҡ «покер» яһай, ә барлығы миҙгелдәге 30 уйында 37 туп индерә. Команда составында ул тиҙ арала үҙ уйынын таба һәм йыш ҡына икенсе команданың старт старт составында уйнай башлай, уртаса алғанда, уйын һайын гол индерә. 16 йәш булғанда уның уйынына Фабио Капелло иғтибар итә; ул команданың баш тренеры Франк Райкаардуға Мессиҙы бер миҙгелгә «Ювентус»ҡа ҡуртымға алырға тәҡдим итә, әммә уныһы баш тарта.

Месси 2003 йылдың 17 ноябрендә «Портуға» ҡаршы иптәштәрсә уйында төп состав өсөн дебют үткәрә.

2004/05 йылдар миҙгеле үҙгәртергә

Мессиҙың рәсми матчта дебюты 2004 йылдың 16 октябрендә «Эспаньол»ға ҡаршы уйында үтә. «Барселона» 1:0 иҫәбенә еңә. "Зәңгәр-гранат"тар өсөн беренсе тубын аргентинлы 2005 йылдың 1 майында «Альбасете» ҡапҡаһына индерә, шулай итеп клуб тарихына Испания чемпионатында айырылып торған иң йәш уйынсы булып инә. Ул саҡта уға 17 йәш 10 ай 7 көн була. 2004 йылдың 7 декабрендә Мессиҙың Чемпиондар лигаһында дебюты үтә. Команда Донецкиҙың "Шахтер"ына ҡаршы уйнай. Һөҙөмтәлә украиндар 2:0 иҫәбенә еңә.

2005/06 йылдар миҙгеле үҙгәртергә

 
Месси «Хетафе» менән матчта. 2007 йылдың 18 апреле

Был миҙгелдә Месси Испания чемпионатында еңә. 2005 йылдың 2 ноябрендә ул Чемпиондар лигаһында «Панатинаикос» ҡапҡаһына беренсе тубын индерә. Унда «Барселона» 5:0 иҫәбенә уйнай. Шулай уҡ Месси Чемпиондар лигаһы еңеүсеһе була, әммә йәрәхәте арҡаһында финал матчында ҡатнаша алмай, унда «каталондар» "Арсенал"ды 2:1 иҫәбенә еңә. Декабрҙә «Tuttosport» итальян гәзите уны, 2005 йылда 21 йәштән йәшерәктәр араһында иң яҡшы уйынсы булараҡ, «Алтын малай» исеме менән бүләкләй. Лауреатты билдәләгәндә Месси Уэйна Руниһы һәм Лукаса Подольскиҙы үтеп китә.

Месси Испания чемпионатының 17 матчында — 6, Чемпиондар лигаһының 6 матчында 1 гол индерә.

2006/07 йылдар миҙгеле үҙгәртергә

 
Месси 2007 йылдың 31 мартында

2006/07 йылдар миҙгелендә Месси Испания чемпионатында һоҡланғыс уйын күрһәтә. «Реалға» ҡаршы "Эль-Класико"ла уйнағанда ул хъет-трик эшләй, матч 3:3 иҫәбенә тамамлана. Ошо уйындан һуң донъяла «мессимания» башлана, йәш аргентиналы миллиондарҙың кумирына һәм Барселонала беренсе һанлыға әйләнә. Уңыштары арҡаһында Месси «Золотой мяч»ҡа (France Football) дәғүә итә һәм бразилиялы Кака менән португал Криштиану Роналдунан ҡала өсөнсө була. Шулай уҡ ул ФИФА-ның «Гәүһәр тубына» дәғүә итә, әммә бында ла Каканан ҡала икенсе була, Роналду 3-сө урында ҡала.

2007/08 йылдар миҙгеле үҙгәртергә

2007/08 йылдар миҙгеле Месси һәм «Барселона» өсөн бик уңышлы булмай. «Барса» Испания чемпионатында 3-сө урын яулай һәм Чемпиондар лигаһының ярымфиналында "Манчестер Юнайтед"тан еңелә (0:0 һәм 0:1). Ошо миҙгелдән һуң Франк Райкард баш тренер вазифаһынан китә. Был миҙгел Месси өсөн йәрәхәттәргә «бай» булып, уға тулы көсөнә уйнарға ҡамасаулай. Ләкин шуға ҡарамаҫтан, ул тағы ла «Алтын туп»ҡа (баш Football France) һәм ФИФА-ның «Гәүһәр тубына» номинациялана, әммә ике рейтингта ла португал Роналдо Криштиануҙан ҡалышып, икенсе була. Бынан һуң Диего Марадона Лионелгә: «Был — мин һиңә икенсе булыу мөмкинлеге биреүемдең һуңғыһы», — ти.

2008/09 йылдар миҙгеле үҙгәртергә

 
Месси Римдә Чемпиондар лигаһының финал матчында «Манчестер Юнайтед»ҡа ҡаршы
 
Месси Примера матчында

Яңы миҙгел башында Лионель Месси 19-сы номерын Италияның «Милан» клубына киткән Роналдиньоның 10-сы номерына алмаштырып ала. Месси миҙгелде шәп үткәрә, «Барселона» менән өс турнирҙа: Испания чемпионатында, Испания Кубогында һәм УЕФА-ның Чемпиондар лигаһында еңеү яулай. Испания чемпионатында ул 31 осрашыуҙа 23 гол индерә, 12 һөҙөмтәле пас бирә. 2008 йылдың 13 декабрендә Месси «Камп Ноуҙа» "Эль-Класико"ла 90 минутҡа өҫтәлгән ваҡыттың 1-се минутында гол индерә, ә «Барселона» дәғүәсеһен 2:0 иҫәбе менән еңә. 2009 йылдың 2 майында «каталондар» «мадридтарҙы» «Сантьяго Бернабеуҙа» 6:2 иҫәбе менән тар-мар итә, Месси дубль һәм иҫәп дәғүәселәр файҙаһына 0:1 булғанда Тьерри Анриға һөҙөмтәле пасы менән айырылып тора.

Шулай уҡ Месси «Местальяла», Испания кубогының финалында басктарҙың «Атлетигын» 4:1 иҫәбе менән еңгәндә, хәл иткес тупты индерә.

2009 йылыдың 27 майында Римдә «Барселона» һәм Англияның «Манчестер Юнайтеды» ҡатнашҡан Чемпиондар лигаһының финал уйындары үтә. Уйын каталондар файҙаһына 2:0 иҫәбе менән тамамлана. Месси финалдың иң яҡшы уйынсыһы булып таныла. Шулай уҡ ул индергән туп был уйында уның туғыҙынсы голы була, һәм ул турнирҙың команданың иң яҡшы бомбардиры исемен ала.

2009/10 йылдар миҙгеле үҙгәртергә

 
Месси Жоан Гампер кубогын уйнатҡан ваҡытта.

Миҙгел башында «Барселона» 22 йәшлек Аргентина форварды Месси менән яңы контракт төҙөй. Ул 2016 йылға тиклем ғәмәлдә була, ә сумма 250 млн евро тәшкил итә. Бынан алдағы 150 млн евролыҡ килешеү 2014 йылда тамамланырға тейеш була.

Миҙгел башында «Барселона» УЕФА Суперкубогын һәм Футбол буйынса Испания кубогын яулай. Испания Суперкубогы өсөн матчта «Барса» "Атлетик"ты еңә (ҡунаҡта 2:1, өйҙә 3:0 иҫәбенә), ә өйҙәге осрашыуҙа Месси дубл. Бер нисә көндән һуң «Барса» УЕФА Суперкубогы өсөн матчта Донецкийҙың «Шахтёр» 1:0 иҫәбенә еңә, Месси үҙ иҫәбенә һөҙөмтәле пас яҙа. Испания чемпионатында Месси тәүге голын «Хетафеға» (2:0) индерә. Ә икенсе турҙа «Атлетико Мадрид»ҡа ҡаршы матчта Месси дубль эшләй һәм һөҙөмтәле пас бирә. Киев «Динамо»һына ҡаршы матчтың икенсе турында Месси Чемпиондар лдигаһында беренсе тубын индерә, уйын 2:1 иҫәбенә «каталондарҙың» еңеүе менән тамамлана.

1 декабрҙә Лионель Месси 473 мәрәй йыйып һәм төп дәғүәсеһе — Криштиану Роналдуны 240 мәрәйгә артта ҡалдырып[7] «Алтын тупҡа (France Football)» эйә була[8][9]. Месси 480 мөмкинлектән 473 мәрәй йыя — донъяның 96 журналисы уны бер тауыштан тиерлек иң яҡшы уйынсы тип билдәләй[7]. Ул — «France Football» журналыны7 маҡтаулы наградаһына эйәбулған беренсе аргентиналы[10]. Месси үҙе шундай ышаныслы еңеүгә өлгәшерен көтмәгәнлеген белдерә:

  «Признаюсь честно, я знал, что буду в числе фаворитов, так как «Барселона» провела восхитительный сезон, выиграв все трофеи. Но я не ожидал, что отрыв будет таким большим. «Золотой мяч» очень важен для меня. Все, кто его получал, великие игроки. Но хочу заметить, что некоторые из великих так и не удостоились этого приза. Что касается меня, то будет нелегко завоевать «Золотой мяч» во второй раз, так как будет сложно повторить сезон, который мы провели»[11].  

Абу-Дабиҙа үткән Донъяның Клубном чемпионатында Месси «Барселона» уңышына ҙур өлөш индерә. Мексиканың «Атланте»һы менән ярымфинал уйындарында еңеү голын керетә[12]. Аргентинаның «Эстудиантесына» ҡаршы финал уйындарында өҫтәмә ваҡыттың икенсе таймында күкрәге менән гол индерә[13]. Месси финал матчының, шулай уҡ турнирҙың иң яҡшы уйынсыһы тип таныла.

21 декабрҙә Месси рәсми рәүештә 2009 йылдың иң яҡшы уйынсыһы исемеә лайыҡ була[14]. ФИФА-ның шәхси наградаларын тапшырыу гала-концертында ул Криштиану Роналдуны, Хавиҙы, Каканы и Иньеста Андресты уҙып китеп, тарихта «Гәүһәр туп»ҡа эйә беренсе аргентиналы була (тауыш биреүҙә ФИФА эгидаһы аҫтында сығыш яһаған барлыҡ йыйылма командаларҙың тренерҙары һәм капитандары ҡатнаша)[15].

2010 йылдың 10 ғинуарында Испания чемпионатында «Тенерифе» менән уйнағанда Месси хет-трик эшләй. Ул уның өсөн миҙгелдә беренсе һәм «Барселона» өсөн сығыш яһауы ваҡытында өсөнсө хет-трик була[16].

 
Лионель Месси Чемпиондар Лигаһында «Арсеналға» ҡаршы матчта

16 ғинуарҙа «Севильяға» ҡаршы уйнағанда Месси үҙенең 100-сө голын индерә[17], һуңынан «Барселона» составында 101-се гол авторы була. Был күрһәткескә етеү өсөн уға ни бары 188 уйын кәрәк була. Уға тиклем клуб тарихында 100 бейеклеге бындай йәштә буйһонмай (22 йәш, 6 ай һәм 22 көн)[18].

14 мартта Испания чемпионатында «Валенсия» менән матчта Месси тағы ла хет-трик эшләй — ул миҙгелдә икенсе, йыйылма команда составында дүртенсе була. 21 мартта «Сарагосаға» ҡаршы матчта һөжүмсе хет-тригын ҡабатлай.

6 апрелдә Чемпиондар лигаһында «Арсеналға» ҡаршы яуап ярымфинал уйынында Месси беренсе тапҡыр «покер» эшләй — дүрт гол индерә һәм ағымдағы турнирҙың иң яҡшы бомбардиры була. Ул — Чемпиондар лигаһы уйындары тарихында бер уйында 4 гол индергән алтынсы футболсы. Чемпионадар лигаһында барлығы 25 гол индереп, Месси был күрһәткес буйынса Ривалдо менән тиңләшә. Месси клуб өсөн индергән туптар иҫәбе буйынса 10-сы була.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #137928408 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. Lionel Andrés Messi // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
  3. Lionel Andrés Messi // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
  4. 4,0 4,1 Lionel Messi (ингл.). FC Barcelona. Дата обращения: 2017-26-11. Архивировано 25 октябрь 2017 года.
  5. С 2008 года приз был разделён на две номинации: лучший футболист, выступающий в чемпионате Аргентины и лучший аргентинец за рубежом
  6. Юные годы Лионеля Месси. Евроспорт (11 май 2013). Архивировано 15 май 2013 года.
  7. 7,0 7,1 Признали его лучшим 2009 йыл 4 декабрь архивланған.
  8. Лионель Месси получил "Золотой мяч". Lenta.ru (1 декабрь 2009). Архивировано 2 октябрь 2013 года.
  9. Numero Uno. Lenta.ru (1 февраль 2009). Архивировано 2 октябрь 2013 года.
  10. Месси стал лауреатом премии «Золотой мяч» 2009 йыл 4 декабрь архивланған.
  11. Месси: не ожидал, что выиграю столь убедительно 2009 йыл 4 декабрь архивланған.
  12. "Барселона" вышла в финал клубного чемпионата мира. Lenta.ru (17 декабрь 2009). Архивировано 2 октябрь 2013 года.
  13. "Барселона" выиграла клубный чемпионат мира по футболу. Lenta.ru (20 декабрь 2009). Архивировано 2 октябрь 2013 года.
  14. Испанская газета узнала имя обладателя "Бриллиантового мяча". Lenta.ru (21 декабрь 2009). Архивировано 2 октябрь 2013 года.
  15. Лионель Месси признан лучшим футболистом мира. Lenta.ru (22 декабрь 2009). Архивировано 2 октябрь 2013 года.
  16. Третий хет-трик Месси. Новости. БарсаМания 2010 йыл 15 ғинуар архивланған.
  17. Лионель Месси забил свой сотый гол в составе "Барселоны". Lenta.ru (17 ғинуар 2010). Архивировано 2 октябрь 2013 года.
  18. 101 гол Месси. Новости. БарсаМания 2010 йыл 21 ғинуар архивланған.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Кайоли Л. Месси. Исключительная биография / Пер. с англ. Т. Шуликовой. — М.: Центрполиграф, 2013. — 351 с. — 2500 экз., ISBN 978-5-227-04747-2

Һылтанмалар үҙгәртергә