Мейрид Корриган

Бөйөк Британияның тыныслыҡ өсөн көрәшсеһе

Мейрид Корриган (ингл. Mairead Corrigan, кейәүгә сыҡҡас, Мейрид Магуайр, ингл. Mairead Maguire; 27 ғинуар 1944 йыл) — Бетти Уильямс менән берлектә тыныслыҡ буйынса 1976 йылғы Нобель премияһы лауреаты, Тыныс кешеләр берләшмәһен (Community of Peace People) ойоштороусыларҙың береһе. Был ойошманың эшмәкәрлеге Төньяҡ Ирландиялағы ҡанлы конфликтты тыныс көйләргә ярҙамлаша.

Мейрид Корриган
ингл. Mairead Corrigan
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Бөйөк Британия
Тыуған көнө 27 ғинуар 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[2][3][4][…] (80 йәш)
Тыуған урыны Белфаст[d], Төньяҡ Ирландия, Бөйөк Британия
Һөнәр төрө антивоенный активист, сәйәсмән
Уҡыу йорто Тринити Колледж[d]
Ҡатнашыусы Dialogue for Catalonia[d]
Ойошма ағзаһы Nobel Women's Initiative[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Мейрид Корриган Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Корриган католик белем ала. 1973 йылда СССР-ҙа була, коммунистик йәмғиәттә диндең урыны тураһындағы фильмды эшләүҙә ҡатнаша. 1976 йылдың 10 авгусында апаһының өс улы британ хәрбиҙәре менән ИРА яугирҙәре араһындағы атыштың осраҡлы ҡорбаны була. Балаларҙың әсәһе, Мейридтың апаһы Анна Магуайр, 1980 йылда Яңы Зеландияла үҙ-үҙенә ҡул һалып мәрхүм була.

Ҡәрҙәштәренең һәләкәте Мейридтың тормошонда боролош яһай. Шаңҡып ҡалған Корриган был фажиғәнең осраҡлы шаһиты Бетти Уильямс менән бергә Төньяҡ Ирландияла көс ҡулланыуға ҡаршы тыныс марш ойоштора. Тиҙҙән улар журналистка Кьяран Маккеон менән Тыныс кешеләр берләшмәһен ойоштора, уның эшмәкәрлеге шул уҡ йылды Нобель комитеты тарафынан билдәләнә. 1978 йылда берләшмәне ойоштороусыларҙың өсөһө лә, яңы әүҙемселәр үҙен күрһәтһен өсөн юл асып, вазифаһынан китә.

Бынан һуң, тыныслыҡ эшмәкәрлеген дауам итеп, Корриган донъяның 25-тән ашыу илендә була, сәйәси һәм дини лидерҙар менән осраша. 1990 йылда Pacem in Terris премияһына лайыҡ була. 1993 йылда алты Нобель премияһы лауреаты менән бергә Таиландҡа бара, унда Мьянмаға үтеп инеп, Нобелдең 1991 йылғы тыныслыҡ буйынса премияһы лауреаты Аун Сан Су Чжиҙың ҡулға алыныуына ҡаршы протест акцияһы ойошторорға тырыша.

Ғәззә секторының блокадала тотолоуына ҡаршы 2010 йылдың майында Корриган Ғәззә секторына юлланған Азатлыҡ флотилияһын оҙатып бара[5]. Израиль Корриганға 10 йылға илгә инеүҙе тыя һәм, Тель-Авив аэропортына килеп төшкәс, уны депортациялай. 2014 йылдың мартында Корриган тыныслыҡты яҡлыусы арҡалаштары менән бергә Ҡаһирә аэропортында тотола һәм Мысырҙан ҡыуыла[6].

Ираҡтағы һуғышҡа ҡаршы хәрәкәттә ҡатнаша. «Оккупай» хәрәкәтен, Джулиан Ассанджды һәм Брэдли Мэннингты яҡлап сығыш яһай.

Шәхси тормошо үҙгәртергә

Атаһы Эндрю Корриган (Andrew Corrigan) — тәҙрә йыуыу буйынса подрядсы, әсәһе — йорт хужабикәһе. Корригандың биш ҡыҙ һәм ике малай ҡәрҙәше була. Изге Винсент башланғыс мәктәбендә (St. Vincent’s Primary School) белем ала, 1 йыл Мисс Гордондың коммерция колледжында (Miss Gordons Commercial College) уҡый. 16 йәшенән төрлө ойошмаларҙа стенографистка булып эшләй. 1981 йылдың сентябрендә ул һәләк булған апаһының элекке ире Джэки Магуайрға кейәүгә сыға. Өс балаға үгәй әсәй була, үҙенең ике балаһы тыуа[7].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #136901441 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. Mairead Maguire // SNAC (ингл.) — 2010.
  3. Mairead Maguire // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  4. Mairead Corrigan-Maguire // Энциклопедия Брокгауз (нем.) / Hrsg.: Bibliographisches Institut & F. A. Brockhaus, Wissen Media Verlag
  5. Расстрел «флотилии мира»
  6. Нобелевскую лауреатку выслали из Египта. islamnews.ru (5 март 2014). Дата обращения: 6 март 2014.
  7. Мейрид Корриган. Биографическая справка (инг.)(инг.) — Сайт Нобелевского комитета.

Һылтанмалар үҙгәртергә