Масловская Анна Ивановна

Масловская Анна Ивановна (6 ғинуар 1920 йыл, Курсевич, Белорус ССР-ы — 11 ноябрь 1980 йыл, Мәскәү) — Советтар Союзы Геройы, ваҡытлыса оккупацияланған Белоруссия территорияһында Ворошилов исемендәге партизан бригадаһының Пархоменко исемендәге партизан отряды комиссары ярҙамсыһы.

Масловская Анна Ивановна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Белорус Совет Социалистик Республикаһы
Тыуған көнө 6 ғинуар 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})
Тыуған урыны Поставский район[d], Беларусь
Вафат булған көнө 11 ноябрь 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (60 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Ваганьков зыяраты[d]
Һөнәр төрө партизан
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Советтар Союзы Геройы Ленин ордены В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы медаль «Партизану Отечественной войны» I степени «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы «Хеҙмәт ветераны» миҙалы юбилейная медаль «50 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «60 лет Вооружённых Сил СССР»

Биографияһы үҙгәртергә

Анна Ивановна Масловская 1920 йылдың 6 ғинуарында Курсевичи ауылында тыуған (хәҙер Белоруссияның Витебск өлкәһе, Поставский районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 6 синыфты тамамлай. Витебск өлкәһе Лынтупы ауылы урта мәктәбендә комсорг булып эшләй.

1941 йылдың 22 июнендә, Бөйөк Ватан һуғышы башында үҙ ирке менән Ҡыҙыл Армия сафына инә. Анна Масловская хеҙмәт иткән хәрби часть, Витебск янында ҡамауға эләгә. Командование уны Поставский районына дошман тылына эшкә йүнәлтә.

1942 йылдың 24 декабренән 1944 йылдың 4 июлендә тиклем комсомолдың йәшерен Поставский районы комитеты ағзаһы. Ворошилов исемендәге партизан бригадаһының заданиеһы буйынса Постава гарнизонының партизандарға күсеүе тураһында һөйләшеүҙәр алып бара. Һөҙөмтәлә 80-гә яҡын кеше ҡоралы менән партизандар яғына күсә.

Поставала фашистарҙы хеҙмәтләндергән тегеү оҫтаханаһына эшкә урынлаша. Бер көн оҫтаханаға гарнизон начальнигы генерал фон Цуг инә, уға яңы мундир кәрәк була. Анна ярҙамы менән подпольщиктар генералды туранан-тура оҫтаханала үлтерә. Генерал юғалғандан һуң, гестаповсылар уны эҙләй башлай

1943 йылдың май айында подпольщик ҡыҙ үҙе партизандарға китергә мәжбүр була. Партизан ҡыҙ, Пархоменко исемендәге йәштәр отрядының комиссар урынбаҫары, дошмандың бер нисә тиҫтә һалдатын һәм офицерын юҡ итә, һуғыш яланынан 23 яралы партизанды сығара. Залесье, Камаи, Лынтупы, Мяделдә фашист гарнизондарын тар-мар итеүҙә, Постава халҡын үлем лагерынан азат итеүҙә ҡатнаша.

1943 йыл аҙағында, командир заданиеһы буйынса крәҫтиән кейемен кейеп, гарнизон начальнигы полковник Антонайтис менән һөйләшергә Лынтупыға юллана. Һөйләшеүҙәр уңышлы тамамлана һәм Антонайтис партизангдарға ярҙам итергә ризалаша. Икенсе көндә ул Масловская аша бер нисә винтовка һәм патрондар тапшыра[1].

Һуғыштан һуң эшсе йәштәр мәктәбен тамамлай, 1961 йылда — Белоруссияның Коммунистар Партияһы Үҙәк комитеты янындағы Юғары партия мәктәбен тамамлай. 1949 йылдан ВКП(б)/КППС ағзаһы. Мәскәүҙә йәшәй. Ата-әсәләре һуғыш ваҡытында һәләк булған ун биш баланы уллыҡҡа ала[2] Мәскәү экскурсиялар бюроһында экскурсовод булып эшләй. Һуғыш ветерандары комитеты советы ағзаһы була. 1980 йылдың 11 ноябрендә вафат була. Мәскәүҙә Ваганьков зыяратында ерләнә.

Халыҡ данының Мядель музейында уға экспозиция арналған.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 авгусындағы указы менән командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне, шул уҡ ваҡытта немец-фашист ғәскәрҙәре менән һуғышта күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн Масловская Анна Ивановнаға Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 4411) тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.

Ленин ордены, миҙалдар менән бүләкләнә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Памяць: Гісторыка-дакументальная хроніка Пастаўскага раёну. — Мінск: БЕЛТА, 2001.- С.286.
  2. Герой Советского Союза Масловская Анна Ивановна(недоступная ссылка).// warmuseum.by.Дата обращения 28 июля 2012.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Всенародное партизанское движение в Белоруссии в годы Великой Отечественной войны (июнь 1941 — июль 1944): Документы и материалы. Т.2. — Мн., 1978. — С.326-327.
  • Масловская Анна Ивановна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — С. 51. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  • Розовский Э. Тропою отважных // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко. — Вып. 1. — М.: Политиздат, 1969. — 447 с.

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • Масловская, Анна Ивановна. «Герои страны» сайты.
  • Советские женщины в Великой Отечественной войне (неопр.). // a-z.ru. Дата обращения 28 июля 2012.
  • Осиненко Надежда Михайловна