Марина Цветаева музейы (Өҫән-Ивановка ауылы)

Марина Цветаева музейы — музей. Башҡортостан Республикаһы Бәләбәй районы Өҫән-Ивановка ауылында урынлашҡан. Музей директоры — Татьяна Ивановна Тарасенко.

Иҫтәлекле урын
Марина Цветаева музейы
Расположен Башкортостан Республикаһы, Өҫән-Ивановка ауылы
Төп ваҡиғалар:
Төҙөлөү ваҡыты
1993Музей асылған
Бөгөнгө хәле Эшләй
Сайт Рәсми сайт

Музей тарихы үҙгәртергә

1911 йылдың йәйендә Марина Цветаева һәм уның туберкулез менән ауырыған буласаҡ ире Сергей Эфрон Өҫән-Ивановка ауылында ҡымыҙ менән дауалана. Көндәлек көнкүреш ҡыйынлыҡтарына ҡарамаҫтан, Бәләбәй өйәҙенең Өҫән-Ивановка заводында үткәргән йәйен шағир «инде ҙурайған саҡтағы йылдарҙағы... иң яҡшыһы» тип һанаған.

1993 йылдың 25 сентябрендә Өҫән-Ивановка урмансылығы бинаһында Марина Цветаева музейы әҙәби художестволы музей булараҡ асыла. Музей башта Башҡортостан Республикаһының Милли музейы филиалы, 2002 йылдан алып Милли әҙәби музеының филиалы булып һанала. Марина Цветаева йәшәгән йортта мемориаль билдә ҡуйылған.

Экспозициялары үҙгәртергә

Музей фондтары бер меңдән артыҡ һаҡлау берәмеге тәшкил итә, шул иҫәптән М. И. Цветаеваның портреты (рәссамы А. В. Шарабанов) шағирәнең тормошон, ижадын, уның ауылда ҡымыҙ менән дауаланған саҡтағы тормошон сағылдырған фотоматериалдар, тарих-тыуған яҡты өйрәнеү һәм этнографик экспонаттар тупланған. Материалдарҙың бер өлөшөн музейға Мәскәүҙәге М. И. Цветаеваның Үҙәк Йорт-музейының директоры Э. С. Красовская бүләк иткән[1].

Музей комплексына 1899 йылда А. С. Пушкин тыуыуына 100 йыллығын билдәләгәндә ултыртылған ҡарағай урманы — Пушкин посады; 1992 йылда йәш ҡарағайҙан ултыртылған Цветаева аллеяһы; Ҡыҙҙар шишмәһе — электән йәшәгән кешеләр иҫләүенсә, Марина Цветаева ошо шишмә янында булырға һәм шиғырҙарын уҡырға яратҡан; Пушкин аллеяһы (А. С. Пушкиндың 200 йыллығына); И. Осокиндың элекке баҡыр иретеүсе заводы территорияһындағы байҙар быуаһы; 19 быуаттағы старообрядсылыҡ сиркәүе; М. Цветаева йәшәгән йорттағы иҫтәлекле билдә инә .

Музейҙа төрлө күргәҙмәләр, Республика күләмендәге Цветаева байрамының сиктәрендә йыл һайын үткәрелә торған Цветаева уҡыуҙары уҙғарыла. Өҫән-Ивановка ауылында Марина Цветаева урамы ла бар.

1992 йылда музей йорто янында шағирәнең тыуыуына 100 йыл тулыуы айҡанлы Цветаеваға Рәсәйҙә беренсе һәйкәл ҡуйылды[2] (скульпторы -Ю. Ф. Солдатов)[3].

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Александрова Т. Марина Цветаеваның һәм Сергей Эфрондың бәхетле йәйе / Т. Александрова // Ватандың ҡомартҡылары.- 1997.- № 38.-171-172 биттәре.

Әхмәтйәнов Д. Өҫән-Ивановкаға, Цветаеваға. / Әхмәтйәнов Д. // Бәләбәй хәбәрҙәре.- 1994.- 12 июнь.- 1-се бит.

Әхмәтйәнов Д. Алтынсы Цветаеваныҡы …/Әхмәтйәнов Д.// Бәләбәй хәбәрҙәре.- 1993.- 28 сент.- 1-се бит.

Әхмәтйәнов Д. Уның ҡәберендә сәскәләр юҡ: М. И. Цветаева вафатының 55 йыллығына / Әхмәтйәнов Д. // Бәләбәй хәбәрҙәре.- 1996.- 31 авг.

Әхмәтйәнов Д. Һүнмәй торған миләш тәлғәше / Әхмәтйәнов Д.// Бәләбәй хәбәрҙәре.- 2001.- 29 сент.- 55-се бит.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Марина Цветаева музейы (Мәскәү)
  • М. И. Цветаеваның мемориаль Йорт-музейы Болшевта. был Более

Һылтанмалар үҙгәртергә

http://pyzhjanov-sanek.narod.ru/

http://башкирская-энциклопедия.рф/index.php/prosmotr/2-statya/1126-tsvetaevoj-m-muzej(недоступная ссылка)

http://gidox.ru/tour/muzey_marinyi_tsvetaevoy_s_usen_ivanovskoe(недоступная ссылка)

http://www.elabuga.com/zvet_reading/_happy_time.html 2013 йыл 13 август архивланған.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә