Маргита Фигули (словак. Margita Figuli; 2 октябрь 1909 йыл, Вишни-Кубин, Австро-Венгрия — 27 март 1995 йыл, Братислава, Словакия) — словак яҙыусыһы һәм шағирәһе. ЧССР-ҙың халыҡ артисы (1974).

Маргита Фигули
словак. Margita Figuli
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Словакия
Псевдоним Oľga Morena[2] һәм Morena[2]
Тыуған көнө 2 октябрь 1909({{padleft:1909|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})[1][3][4][…]
Тыуған урыны Вишни-Кубин[d], Долны-Кубин[d], Жилин крайы[d]
Вафат булған көнө 27 март 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[1][3][4][…] (85 йәш)
Вафат булған урыны Братислава, Словакия[1]
Ерләнгән урыны Соловьиная долина[d]
Ҡәбере һүрәте
Һөнәр төрө тәржемәсе, шағир, яҙыусы, балалар яҙыусыһы, прозаик
Эшмәкәрлек төрө шиғриәт
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Маргита Фигули Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Фигули Маргита Австро-Венгрия империяһының Вишни-Кубин ауылында (хәҙер — Словакияның Жилин крайы территорияһында). 1924 йылда Словакияның Дольни Кубин ҡалаһындағы гимназияны тамамлай. 1928 йылда Маргита Фигули Банска-Бистрицала сауҙа академияһын тамамлай һәм Братислава ҡалаһының Татра-банкта секретарь булып эшләй башлай.

Банкта эшләгән осоронда консерваторияға фортепиано класы буйынса музыка дәрестәренә йөрөй. Шулай уҡ яҙыусылыҡ эше менән дә шөғөлләнә башлай, тәүге шиғырҙаын баҫтыра.

Маргита Фигулиҙың беренсе новеллалары Татра-банктың «Календарь» гәзитендә, «Словенске погляды», «Живена», «Элан» журналдарында баҫылып сыға. 1941 йылда Маргита Фигули һуғышҡа ҡаршы «Стальная птица» хикәйәһен баҫтырып сығара, уның өсөн банктан эштән бушатыла. Ошо ваҡыттан ул тулыһынса әҙәби эшмәкәрлек менән шөғөлләнә башлай.

«Вавилон» һәм «Тройка гнедых» романдары донъяның тиҫтәләгән телдәренә, шул иҫәптән рус теленә тәржемә ителә.

Маргита Фигули Братислава ҡалаһында вафат була, «Славичий удоль» («Соловьиный дол») зыяратында ерләнгән.

Әҫәрҙәре үҙгәртергә


Вавилон (1943; изд. 1946)
Тройка гнедых (1940; 1958 йылда цензура талаптары буйынса үҙгәртелгән
Зузана
Нить Ариадны (1964)
Вихрь в нас (1974)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә