Ма́нты́, манту́ йәки бууз, позы— Үҙәк Азия, Төркиә, Монголия, Корея («манду́» (кор. 만두?, 饅頭?) илдәренең традицион итле блюдоһы. Уны ваҡ итеп туралған итте йә ит үткәргестән сығарылған фаршты йоҡа ғына итеп йәйелгән ҡамырға төрөп яһайҙар һәм махсус манты ҡаҙанында (урыҫса мантоварка) парҙа бешерәләр. Башҡорт теле манты һүҙен ҡытай теленән үҙләштергән. Был һүҙ яҡынса «маньтоу» (ҡытайса 饅頭) тигән ҡытай һүҙенән килеп сыҡҡан һәм «тултырылған баш» йәки «варвар башы» тигән мәғәнәне аңлата.

Ҡулдан яһап бешерелгән манты
Төрөк мантыһы
Корея «манду́»һы

Эслеге үҙгәртергә

Урта Азия һәм Ҡаҙағстанда һуғанлы итле (ҡағиҙә булараҡ, һарыҡ итенән һәм һарыҡтың эс майынан), картуф һәм эс майы ҡушылған, картуфлы-итле-ҡабаҡлы һәм итле фарш киң таралған. Мантының төрө «майда манты/чычкан манты»һы (формаһы буйынса бәләкәй генә вареникиларҙы хәтерләтә) өсөн картуф иҙмәһе файҙаланыла.

Уйғырҙарҙа манты фаршы туралған һарыҡ итенән, һуғандан һәм ваҡ ҡына итеп туралған ҡабаҡтан әҙерләнә.

Дунган кухняһында ла «ҡыҙҙырылған манты» блюдоһы бар. Был мантылар алдан парҙа бешерелеп алына, ә һуңынан ҡыҙған майҙа еңелсә ҡыҙҙырыла.

Монголияла фаршты һыйыр, кәзә, йылҡы, дөйә итенән йәки ҡытай рецебы буйынса сусҡа итенән дә эшләйҙәр. Тәм биреү өсөн фаршҡа ҡош ите киҫәктәрен дә өҫтәйҙәр. Ҡайһы бер осраҡтарҙа фаршҡа бәләкәй генә киҫәктәр менән елен, дөйә үркәсе, ҡойроҡ майын да ҡушалар. Ҡабаҡ урынына, итте йомшартыу, уға һут биреү өсөн, кишер йәки башҡа төрлө йәшелсә файҙаланалар. Ҡайһы берҙә һуғандан тыш, өҫтәп, һарымһаҡ та ҡушалар. Дунгандар һәм уйғырҙар ҡабаҡ урынына йыш ҡына джусай үҫемлеген файҙалана. Мантының итһеҙ, бары тик ҡабаҡ йәки джусай менән генә бешерелгән варианттары ла бар. Ҡытайҙың диңгеҙ буйҙары төбәктәрендә фарш әҙерләү өсөн ашарға яраҡлы диңгеҙ ҡыҫалаларын да файҙаланалар.

Ҡамыры үҙгәртергә

Ҡамыры — әсеткеһеҙ һәм сөсө, һыуға баҫыла. Әммә ҡышҡы ваҡыттарҙа уйғырҙар һәм дунгандар әсе ҡамыр файҙалана. Формаһы буйынса манты ҡамырҙан әүәләп түңкәрелгән сеүәтәне хәтерләтә. Уның өҫкә яғы, эслектең һуты ағып сыҡмаһын йәки парға осмаһын өсөн ныҡлап йәбештерелгән була. Һут аҡҡан манты бөтә тәмен юғалтасаҡ. Мантылар түңәрәк тә, өсмөйөш тә, дүртмөйөш тә булырға мөмкин. Ундайҙарҙы «ялҡауҙар» мантыһы тип йөрөтәләр.

 
Үзбәк мантыһы

Милли кухняларҙа үҙгәртергә

Үзбәк мантыһы үҙгәртергә

Үзбәк мантыһы манты бешерә торған махсус һауытта, парҙа бешерелә. Был һауыттар Үзбәкстанда «мантикаскон» йәки «мантышница» тип атала. Күп осраҡта фаршты һарыҡ итенән әҙерләйҙәр. Шулай уҡ бер юлы бер нисә ит төрөнән әҙерләнгән варианттар ҙа бар. Ҡабаҡ һәм ит ҡушып әҙерләнгәндәре лә популяр. Вегетариндар өсөн ҡабаҡтан, картуфтан һәм башҡа йәшелсәләрҙән әҙерләнгәндәр ҙә бар. Ҡайһы саҡта уларға ҡойроҡ майы өҫтәйҙәр. Ҡул менән әүәләгәндә мантының остарын, ғәҙәттә, сатрашлап йәбештерәләр. Мантының ҡамыры бик йоҡа ғына итеп йәйелә. Популяр тәм биргестәр булып әсегән һөт, ҡатыҡ йәки ҡыҙҙырылған һуған һанала.

 
Уйғур «кава-манта»һы

Уйғыр мантыһы үҙгәртергә

Уйғырҙарҙа мантының 10 төрө бар: хошан, джусай-манта, кава-манта, болдурган-манта, йеник-манта һәм башҡалар.

Кава-манта үҙгәртергә

Кава — һарыҡ ите менән бер тигеҙ өлөштә файҙаланылған ҡабаҡ. Парҙа бешерелә. Кава-мантаның бер төрө — хошан, ҡыҙҙырылған манты. Бындай мантылар иң тәүҙә алтынһыу төҫкә ингәнсе майҙа ҡыҙҙырыла һәм артабан манты бешереү һауытында әҙерләнә. Был ысул ҡыҙҙырғанда барлыҡҡа килгән зыянлы матдәләрҙән ҡотолорға ярҙам итә һәм бер уҡ ваҡытта мантыға ҡыҙҙырылған тәм дә бирә.

Джусай-манта үҙгәртергә

Парҙа әҙерләнә. Эслек өсөн джусай үҫемлеге файҙаланыла. Һарыҡ ите менән бергә лә, айырым да була.

Болдурган-манта үҙгәртергә

Парҙа бешерелә. Был блюдола әсе ҡамыр файҙаланыла. Мантылар ҡабарып тора. Эслек бары тик һарыҡ итенән йәки һарыҡ итенә джусай ҡушып эшләнелә.

Уйғыр мантыһын ҡыҙыл боросҡа үҫемлек майы ҡушып эшләнгән тәмләткес — «лазджан» менән ашайҙар. Шулай уҡ, помидор һәм әсе борос, һарымһаҡ менән эшләнгән «кобра» приправаһы ла бик популяр. Уйғыр кухняһында манты, лагман менән бер рәттән, төп блюдоларҙың береһе булып һанала.

Тажик мантыһы үҙгәртергә

Тажик мантыһы ла, тажикса «монтиказон» тип аталған һауытта, парҙа әҙерләнә. Күп осраҡта фаршты һарыҡ, һыйыр итенән әҙерләйҙәр. Шулай уҡ бер нисә төр итте һәм ҡойроҡ майын ҡушып эшләгән осраҡтар ҙа бар. Ҡул менән әүәләгәндә мантының остарын сатрашлап йәбештерәләр. Шулай уҡ ул түңәрәк һәм өсмөйөш формала ла әүәләнә. Ҡамырҙы бик йоҡа йәйәләр. Популяр тәмләткес булып ҡара һәм ҡыҙыл борос һанала. Бынан тыш, бөтнөк, базилик һәм башҡа төрлө тәмләткес тә ҡушырға мөмкин. Тажик мантыһын әсегән һөт, ҡаймаҡ, аҡ май йәки быҡтырылған йәшелсә салаты менән ашайҙар.

Тарихтан үҙгәртергә

"Манты"ның башҡорт атамаһы ҡытай теленнән үҙләштерелгән. Мантыға оҡшаш блюдо — монголдарҙың «Бууз» блюдоһы. Ул да манты кеүек әҙерләнә. Әсе ҡамырҙан әҙерләнгәнен «мантуун бууз», эслекһеҙ, ҡамырҙан ғына булғанын «мантуун бууз» тип атайҙар.

Хәҙерге Ҡытайҙа мантыға оҡшаш блюдолар «баоцзы» (ҡыт. 包子, bāozi; дунганский язык. бо́зы), «маньтоу» ((ҡытайса 馒头) тип атала. Ул парҙа бешерелгән, эслеге булмаған булкалар. Әммә ҡайһы бер тарихсылар борон "маньтоу"ның хәҙерге, беҙгә билдәле булған мантыға оҡшаған булыуын раҫлай[1]. «Бууз[а]», «бозы», «позы» һүҙҙәре ҡытайҙың «баоцзы» һүҙенән килеп сыҡҡан. Ло Гуаньчжундың Хань династияһының ҡолатылыуын һәм «Өс батшалыҡ осоро»н һүрәтләгән «Өс батшалыҡ осоро романы» ҡытай классик урта быуат әҫәрендә «маньтоу»-ҙың килеп сығыу тарихы телгә алына. Унда «маньтоу»ҙың һәләк булғандарға кеше ҡорбаны килтереүҙе имитациялау өсөн уйлап сығарылған нәмә булыуы тураһында һөйләнә. Был уйлап сығарылған нәмәнең авторы тип шул осорҙоң полководецы, дәүләт эшмәкәре Чжугэ Лян атала. Һүрәтләнгән маньтоу итле эслек менән була. Япон «мандзю»һы (饅頭) — ҡыҙҙырылған, эслекле булка.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Баоцзы
  • Вареники
  • Маульташен
  • Момо
  • Оромо
  • Пельмени
  • Подкогыльо
  • Позы
  • Равиоли
  • Хинкали
  • Цзяоцзы

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Wu Dingbo. Handbook of Chinese popular culture. — Greenwood Publishing Group, 1994. — P. 38. — ISBN 0313278083., стр. 38

Һылтанмалар үҙгәртергә