Макурин Алексей Васильевич

Макурин Алексей Васильевич (28 апрель 1972 йыл) — спортсы. Еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1994). «Бер туған Знаменскийҙар мемориалы» халыҡ‑ара ярыштар (Мәскәү, 1993) һәм Йәштәр олимпия уйындары (1991) еңеүсеһе; бейеклеккә һикереү буйынса үҫмер спортсылар араһында СССР (1990—91) һәм БДБ (1992) чемпионы. 1993—1999 йылдарҙа Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы.

Макурин Алексей Васильевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 28 апрель 1972({{padleft:1972|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (51 йәш)
Тыуған урыны Стәрлетамаҡ, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө спортсы

Биографияһы үҙгәртергә

Алексей Васильевич Макурин 1972 йылдың 28 апрелендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған. 1979 йылда мәктәптә спорт класында уҡыуға һайлап алына. Ун ете йәшендә етем ҡала.

Алексей, буйға тәпәш булһа ла (буйы - 168 см), бейеклеккә һикереү буйынса махсуслаша, 180 см бейеклеккә һикерә. Һикереүсе Рөстәм Әхмәтовтың (Бердичев ҡалаһы) методикаһын ҡулланып, буйын арттырырға тырышып, оҙаҡ ваҡыт арҡыры таяҡта эленеп тора. 1990 йылда, уны Рәсәй йыйылма командаһына алғанда, буйы 186 сантиметр һәм ауырлығы 83 килограмм була, шуның өсөн уны дуҫтары «осоусы шифоньер» тип йөрөтәләр.

1995 йылда Стәрлетамаҡ педагогия институтын, 2004 йылда – Стәрлетамаҡ физик культура институтын тамамлай.

Спорт менән Стәрлетамаҡ ҡалаһының олимпия резервындағы махсус балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә, «Динамо» физкультура-спорт йәмғиәтендә (тренерҙары А. А. Пономаренко һәм Р. А. Салеев) шөғөлләнә.  Һуңынан Рәсәй йыйылма командаһының Башҡортостан буйынса тренеры Әнүәр Агеевта күнекмәләр ала.

1990 йылда СССР йыйылма командаһы ағзаһы була, 1992 йылда – БДБ йыйылма командаһы (1992), 1993 – 1999 йылдарҙа – Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. 1996 йылда ул ҡуйған бейеклеккә һикереү буйынса Башҡортостан рекорды — 2 метр 32 сантиметр, әлегә тиклем үтелмәгән.

Әлеге ваҡытта Стәрлетамаҡ янғын һүндереү часында спорт эшен ойоштороусы булып эшләй.

Ғаиләһе: өйләнгән, ике балаһы бар.

Ҡаҙаныштары үҙгәртергә

  • Мәскәүҙә «Мемориал братьев Знаменских» халыҡ-ара ярыштар еңеүсеһе (1993);
  • Йәштәр олимпия уйындары еңеүсеһе (1991);
  • Үҫмер спортсылар араһында бейеклеккә һикереү буйынса СССР (1990-1991) һәм БДБ (1992) чемпионы[1][2]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә