Макиавеллизм — итальян яҙыусы, сәйәсмән һәм аҡыл эйәһе Никколо Макиавеллиның фекерҙәренә нигеҙләнгән доньяға ҡараш.

Дәүләт идараһы менән бәйле фекерҙәрен Макиавелли нигеҙҙә Кенәз тигән китабында аңлата. Дәүләтте идара иткән кенәз хистәренә бирелмәйенсә, икеләнеүҙәре һәм йәлләүҙе белмәйенсә иҡтидарҙы ҡулында тоторға тейешлеген күрһәтә. Бер кешенең дәүләт тарафынан үлтерелеүе күп кешенең йәшәүенә сәбәп булыуын билдәләп кенәзгә кәңәштәр бирә. Был ҡараштың нигеҙендә «маҡсатына ирешеү өсөн теләһә ниндәй сараларға мөрәжәғәт итергә кәрәк» фекере урын алғаны һымаҡ күренә. Тик Никколо Макиавелли үҙенең республика тарафтары булғанын билдәләп фекерләүҙә кенәздең белгән кешеләр менән кәңәшләшеүен йыш билдәләй.

Әҙәбиәт үҙгәртергә