Мазаник Елена Григорьевна

совет разведчигы, Белоруссия генераль комиссары Вильгельм Кубены юҡ итеүҙе туранан-тура башҡарыусы. Советтар Союзы Геройы

Еле́на Григо́рьевна Маза́ник (бел. Алена Рыгораўна Мазанік; 22 март (4 апрель) 1914, Поддегтярня[d], Минск губернаһы[d]7 апрель 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (82 йәш), Минск) — совет разведчигы, Белоруссия генераль комиссары Вильгельм Кубены юҡ итеүҙе туранан-тура башҡарыусы. Советтар Союзы Геройы (1943).

Мазаник Елена Григорьевна
бел. Алена Рыгораўна Мазанік
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Беларусь
Тыуған көнө 22 март (4 апрель) 1914
Тыуған урыны Поддегтярня[d], Пуховичская волость[d], Игуменский уезд[d], Минск губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 7 апрель 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (82 йәш)
Вафат булған урыны Минск, Беларусь
Ерләнгән урыны Көнсығыш зыяраты[d]
Ҡәбере һүрәте
Һөнәр төрө разведчик
Эш урыны Центральная научная библиотека им. Я. Коласа НАН Беларуси[d]
Уҡыу йорто Белорусский государственный педагогический университет[d]
Блужский учебно-педагогический комплекс детский сад — базовая школа имени М. Чепика[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Советтар Союзы Геройы Ленин ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Хеҙмәт ветераны» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы Ватан һуғышы ордены В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы медаль «Партизану Отечественной войны» «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә илле йыл» юбилей миҙалы юбилейная медаль «50 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «60 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «70 лет Вооружённых Сил СССР» Заслуженный работник культуры Белорусской ССР медаль «Партизану Отечественной войны» I степени
Изображение памятной доски
 Мазаник Елена Григорьевна Викимилектә

Биографияы үҙгәртергә

Поддегтярная (be Паддзягцярня) (хәҙер — Минск өлкәһе Пуховичский районы) ауылы янындағы бер утарҙа крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Белеме — 6 класс. 1931 йылда Елена БССР Халыҡ Комиссарҙары Советы ашханаһына официант булып эшкә урынлаша. Тиҙҙән Болеслав Антонович Тарлецкийға, НКВД шофёры һәм хеҙмәткәренә кейәүгә сыға. 1935 йылда уның Женя семле улы тыуа, йәш ярымда вафат була. Совнарком Бала тыуғандан һуң Елена Белоруссия Халыҡ Комиссарҙары Советы ял йортона эшкә күсә; 1939 йылда балаһы сроынан алдан тыуа; баланы ҡотҡарып ҡала алмайҙар[1]. Шул уҡ йылда Елена Белоруссия Компартияһының Үҙәк Комитеты ашханаһына эшкә күсә.

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Минск немец илбаҫарҙары ҡулына күскәс, Елена (әхирәттәре уны Галина тип йөрөтә, шул исем менән ул немецтәргә лә, партизандарға ла билдәле була) немец хәрби частарының береһенә йыйыштырыусы булып эшкә урынлаша, һуңынан фабрика-кухняла һәм немец офицерҙары казиноһында эшләй. 1943 йылдың июнь башында Театр урамы, 27 адресы буйынса өс ҡатлы айырым йортҡа эшкә ҡабул ителә, унда Белоруссия генераль комиссары Вильгельм Кубе ғаиләһе менән бергә йәшәгән була.

Кубены үлтереүҙе әҙерләү үҙгәртергә

Елена был йортта эшләй башламаҫ элек тә Кубеға һунар башланған була. Мәскәүҙән санкция алғандан һуң, Минск районында йәйелдерелгән партизан отрядтары генераль комиссарҙы үлтереүҙе әҙерләргә тотона. Мәҫәлән, 1943 йылдың 22 июлендә минск театрында 70 немец һалдатын юҡ иткән бомба шартлай. Әммә Кубе шартлау алдынан бер нисә минут элек кенә бинанан сығып өлгөргән була. 1943 йылдың 6 сентябрендә, офицерҙар ашханаһында теракт һөҙөмтәһендә, банкет мәлендә 36 юғары вазифалы чиновник һәм офицер һәләк була; ниндәйҙер сәбәп менән генераль комиссар үҙе был банкетта булмай. Кубе йыш йөрөгән юлға ҡуйылған засада ла һөҙөмтә бирмәй[2].

 
Гауляйтер Кубе. Минск, 1943 йыл.

1943 йылдың 8 авгусында Кубела элек эшләгән йыйыштырыусыларҙың береһе Татьяна Калита («Тала») Елена Мазаникты НКВД-ның оператив төркөмө хеҙмәткәре («Коля бабай» бригадаһы составында эшләүсе «Артур» отряды) Надежда Троян («Канская») менән таныштыра. Бер нисә осрашыу барышында Елена Кубены үлтерергә риза була (мина ҡуйыу йә ағыулау планлаштырыла), һәм, беренсенән, ғаиләһен Минскиҙан эвакуациялауҙы (апаһы Валентина Шуцкаяны һәм уның туғандары), һәм, икенсенән, Надежда Трояндың етәксеһе Иван Золотарь менән шәхси осрашыуҙы шарт итеп ҡуя. Әммә осрашыу мөмкин булмауы, Елена Мазаник менән һаман осрашыуын дауам итә, шулай булыуға ҡарамаҫтан, уға ышанмай башлай, һәм 16 сентябрҙә объектив сәбәптәр арҡаһында Кубены юҡ итеү мөмкин булмауы тураһында белдерә [3].

Надежда Трояндан тыш, Елена Мазаник менән бәйләнеште яйларға тағы ла бер партизан агенты — Николай Хохлов тырышҡан, тип билдәләр кәрәк. 1943 йылдың авгусында немец антифашисы Карл Кляйнюнг менән бергә ул обер-лейтенант Отто Витгенштейн исеме менән немец тылына оҙатыла. «Юрий» оператив төркөмө позицияһынан (командиры Эммануил Куцин) эшләп, Хохлов 1943 йылдың 18 сентябрендә Елена Мазаник менән осраша һәм уны Кубены үлтеререүгә күндерергә тырыша. Әммә һөйләшеү һөҙөмтәһеҙ тамамлана: Елена Хохловҡа ышанмай һәм уның менән хеҙмәттәшлек итергә риза булмай [4].

Ике баш тартыуҙы ҙа, моғайын, Елена Мазаниктың күп кенә партизандар отрядының элемтәсеһе Мария Осипованың («Ҡара», «Селән») осрашыуы менән аңлатырға булалыр. 1943 йылдың 3 сентябрендә минск кинотеатры директоры Николай Похлебаев аша Еленаның һеңлеһе Валентина менән таныша, ә инде Валентина аша «Галина» менән осраша. Елена Мазаник Осиповаға ла Надежда Троянға ҡуйған шартын ҡуя: апаһының ғаиләһен эвакуациялау һәм командир менән шәхси осрашыу. «Галина» үҙе Минскиҙан китә алмағанлыҡтан, партизан командиры — майор Николай Ф<u>ё</u>доров («Ҡыңғырау», «Дима» махсус отряды етәкселәренең береһе) менән осрашыуға Валентина килә, һәм шунан һуң ғына Елена Кубены юҡ итеү буйынса конкрет тәҡдимдәр буйынса килешеүгә ризалаша.

Осипованың беренсе тәҡдимен — теракт ҡылыу өсөн мышаяҡ файҙаланыу — Елена шунда уҡ кире ҡаға, сөнки беренсе булып Кубеның бәләкәй балаһы ашағн була, был операцияны тормошҡа ашырыуға ҡамасаулауы ихтимал. Һөҙөмтәлә Кубены шартлатырға ҡарар ителә.[5]

1943 йылдың 20 сентябренә операцияны әҙерләү тамамлана: Мария Осипова Елена Мазаникка ҙур булмаған мина — бер-бер була ҡалһа тип — үҙен-үҙе үлтерер өсөн ағыу тапшыра.

Кубены юҡ итеү үҙгәртергә

1943 йылдың 21 сентябренә ҡарата төндә Елена һәм Валентина минаның 24 сәғәткә иҫәпләнгән сәғәт механизмын тоҡандыра. Яҡынса 6.30 сәғәттә Елена, яулыҡҡа төрөлгән минаны сумкаһына һалып эшкә китә. Уңышһыҙлыҡҡа осраһа уның ағыуы бар. Шул уҡ ваҡытта Масюковщина ауылында Валентинаның ғаиләләһе әйберҙәрен йыя; улар ике ылауға тейәлеп, юлға сыға — тәүҙә минск йүнәлешендә, ә һуңынан — партизандарға.

Инеү урынында торған Кубеның һаҡсылары үҙҙәренә яҡшы таныш йыйыштырыусыны темтеп тормай — дөрөҫөрәге, мина төрөлгән яулыҡҡа иғтибар итәләр итеүен, әммә Елена, яулыҡты Кубеның ҡатыны Анитаға бүләк итәм, тигәнгә ышана. Кейемен алыштырғанда, Елена минаны күлдәк аҫтына бәйләй. Алъяпҡыс кейеп тормай, күлдәк аҫтындағы ҡоролма бөтөнләй беленмәй. Бер аҙҙан Елена, теше һыҙлауына һылтанып, Анитанан эштән алдараҡ китергә рөхсәт һорай.

Яҡынса иртәнге сәғәт 10-да Кубе эшкә, өлкән балалары мәктәпкә китә, һәм бер ни тиклем ваҡыт үтеүгә Анита бәләкәй балаһы менән магазинға китә. Йортта бары тик хеҙмәтсе — Янина ғына ҡалғанлыҡтан, Куба Елена Кубеның икенсе ҡаттағы йоҡо бүлмәһенә үтеп инә һәм минаны һалып ҡалдыра. Бынан һуң ул, хужабикә рөхсәтенә һылтанып, шунда уҡ сығып китә.

Шул тирәлә Валентина ла эш урынынан китә. Кинотеатр директоры Николай Похлебаев биргән машина уларҙы көтөп торған була, шул машинаға ултырып, Елена, Валентина һәм Мария Осипова тиҙҙән ҡаланан сығып китә. Шофёр Николай Фурс уларҙы урманда төшөрөп ҡалдыра, һәм ҡатындар партизандар базаһына ҡаршылыҡһыҙ барып етә.

1943 йылдың 22 сентябрендә сәғәт 00.40 мина хәрәкәткә килә [1]. Кубе шул урында һәләк була; янындағы ауырлы ҡатыны Анита зыян күрмәй.

1943 йылдың 12 октябрендә 22.00 сәғәттә Кубены юҡ итеүҙә ҡатнашҡан Елена Мазаник һәм башҡалар самолётта совет тылына ебәрелә. Отчёт яҙғандан һуң уны ентекле һорау алыу көткән әле. Эштең айырыуса мөһимлеге арҡаһында, дәүләт именлеге халыҡ комиссары В. Меркулов, уның урынбаҫары Б Кобулов һәм Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының РККА генштабы разведка идаралығы начальнигы Ф. Кузнецовһорау алған.

Шулай уҡ билдәләргә кәрәк, Кубены юҡ итеүҙе совет разведкаһының башҡа төркөмдәре лә планлаштырған була. Операция уңышлы үткәрелгәндән һуң, был төркөмдәрҙең ҡайһы бер етәкселәре, дөрөҫ мәғлүмәт алырға өлгөрмәгәнлектән, өлгәшелгән уңыштары тураһында Мәскәүгә отчёт ебәрә. Мәҫәлән, Үҙәк һәм Белорус партизан хәрәкәте штабының махсус төркөм командиры майор Степан Казанцев, Кубе уның фатирында ҡара эшсе булып эшләгән минск геттоһы тотҡоно Лев Либерман карауат матрацы аҫтына һалған минанан һәләк булған,[6] тип хәбәр итә. Шулай уҡ БССР НКГБ-һының «Үс алыусылар» оператив төркөмө командиры С. В. Юрин да хаталы мәғлүмәт ебәрә: уның һүҙҙәре буйынса, Кубены юҡ иткән Елена Мазаник тап уның төркөмө менән бәйле булған.[К 1] 1943 йылдың 29 октябрь операцияһын атҡарыу бар яҡтан да тикшерелгәндән һуң Елена Мазаник (Мария Осипова һәм Надежда Троян менән бергә) Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.

Һуғыштан һуң үҙгәртергә

 
Могила на Восточном кладбище Минска.

Елена һуғыштан һуң кейәүгә сыҡvfq. 1946 йылда ВКП(б). cафына инә. Минск ҡалаһында йәшәй.

1948 йылда Белоруссия компартияһының Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары республика партия мәктәбен, 1952 йылда — Минск дәүләт педагогия институтынтамамлай.

1952 йылдан 1960 йылға саҡлы Белорус ССР-ы Фәндәр Академияһының Фундаменталь китапханаһы директор урынбаҫары булып эшләй. Белорус СССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Елена Григорьевна Мазаник 1996 йылдың 7 апрелендә вафат була, Минскиҙың Көнсығыш зыяратында ерләнгән.

Наградалары үҙгәртергә

Библиография үҙгәртергә

  • Е. Г. Мазаник Возмездие. — Минск: литаратура Мастацкий, 1981.

Сәнғәттә үҙгәртергә

  • 1958 йылда Белоруссия генераль комиссары Кубены юҡ итеү мотивтары буйынса сыҡҡан «Сәғәт төн уртаһында туҡтаны» совет нәфис фильмы сыға.
  • 2012 йылда Минск гауляйтерын үлтереү мотивтары буйынса «Гауляйтерға һунар» (режиссёры Олег Базилов) сериал төшөрөлә.
    • 2013 йылда «Диверсанттар» атамаһы менән документаль сериал сыға, өсөнсө серияһында гауляйтер Вильгельм Кубены үлтереүгә әҙерлек һәм уны юҡ итеү һүрәтләнә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

комментарийҙар
  1. Анита Кубе писала письма убийце своего мужа(недоступная ссылка) // Комсомольская правда — Беларусь.
  2. Попов А. Ю. Диверсанты Сталина. НКВД в тылу врага. — М.: Яуза, Эксмо, 2008. — С. 344—345.
  3. В. Селеменев, В. Шимолин, 2007, с. 157
  4. В. Селеменев, В. Шимолин, 2007
  5. В. Селеменев, В. Шимолин, 2007, с. 145
  6. Иоффе Э. Г. 800 дней воли и борьбы // Беларусь сегодня : газета. — Мн., 21.10.2003. — В. 150 (23541). Архивировано из первоисточника 21 сентябрь 2010.
  7. Надтачаев В. Погоня за гауляйтером 2012 йыл 18 апрель архивланған. // Белорусская военная газета. — 2011. — № 214 (10 нояб.).
иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Абакумовская Т., Кузнецова Н. Эхо судьбы // Советская культура. — 1987. — 26 марта.
  • Аркадьев Л. Она казнила палача // Труд: газета. — 2000. — № 129 (14 июля).
  • Бакшеева Г. 3. В памяти навсегда… — М.: 1979.
  • Волков Ю. С. Казнь гауляйтера // Война без прикрас и героических подвигов. — СПб., 1999.
  • Климашевская И. Когда пробил час… // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко. — М.: Политиздат, 1969. — 447 с.
  • Люди легенд. — М., 1966. — Вып. 2.
  • Мазаник Елена Григорьевна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — С. 10. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  • Навечно в сердце народном. — 3-е изд., доп. и испр. — Мн., 1984.
  • Перминов Ст. Выбор пал на мину // Встретимся после задания. — М.: Издательство ДОСААФ, 1973. — С. 176—222.
  • Селеменев В., Шимолин В. Охота на палача // Нёман. — 2007. — № 6.

Һылтанмалар үҙгәртергә


Өҙөмтә хатаһы: "К" төркөмөнөң ғәмәлдәге <ref> тамғалары өсөн кәрәкле <references group="К"/> тамғаһы табылманы