Ма́джуро (ингл. Majuro [ˈmædʒəroʊ]) — Тымыҡ океандағы утрау дәүләте Маршалл Утрауҙарының баш ҡалаһы.

Ҡала
Маджуро
Ҡалып:Lang-mah
Флаг
Флаг
Ил

Маршалл Утрауҙары

Статус

Баш ҡала

Координаталар

7°04′ с. ш. 171°16′ в. д.HGЯO

Майҙаны

9,71 км²

Халҡы

30 000 кеше (2008)

Тығыҙлығы

2862,72 кеше/км²

Конфессиональ составы

протестанттар, католиктар

Сәғәт бүлкәте

UTC+12

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Маджуро (Маршалл Утрауҙары)
Маджуро
Маджуро
Маджуролағы лагуна, 1973 йылдың феврале

Ҡала шул уҡ исемле атоллда төҙөлгән, был атолл 64 утрауҙарҙан тора. Бында аэропорт һәм диңгеҙ порты бар. Халҡы башлыса Д-У-Д (Делап—Улига—Джаррит, Delap—Uliga—Djarrit — атоллдың көнсығыш осонан, көньяҡтан төньяҡҡа ҡарай һаналған) утрауҙарында тупланған. Улига — төп эш районы, банк һәм туризм үҙәге. Улигала Маршалл Утрауҙары колледжы, урта һәм башланғыс мәктәптәр урынлашҡан. Хөкүмәт учреждениелары Делап утрауында урынлашҡан, бында шулай уҡ бер нисә ҙур магазиндар эшләй. Джаррит утрауында башлыса торлаҡ йорттар, урта һәм башланғыс мәктәптәр урынлашҡан. Атоллдың көнбайыш өлөшөндә Д-У-Д утрауҙарынан 30 км алыҫлыҡта Лаура ҡасабаһы урынлашҡан, ул популяр пляжлы үҫеп барыусы район булып тора.

Атоллдың майҙаны — барлығы 9,71 км², лагуна майҙаны — 295 км². Утрауҙа туристар араһында спорт балыҡ тотоуы һәм дайвинг популяр булып тора.

Икенсе донъя һуғышы осоронда, 1944 йылдың 30 ғинуарында АҠШ ғәскәрҙәре быға тиклем Япония армияһы тарафынан контроллдә тотолған Маджуроны биләй.

Туғандаш ҡалалар үҙгәртергә

Ҡала Регион Ил Йыл
-   Гуам   АҠШ 1973
Тайбэй[1]   Тайвань 1999
Каваи Нара   Япония

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Taipei - International Sister Cities. Taipei City Council. Дата обращения: 23 август 2013. Архивировано 2 ноябрь 2012 года. 2012 йыл 2 ноябрь архивланған.

Һылтанмалар үҙгәртергә