Ляшко Вениамин Иванович

Ляшко Вениамин Иванович (10 август 1925 йыл — 18 июль 1980 йыл) — СССР-ҙың хәрби эшмәкәре, генерал-лейтенант. 1972—1980 йылдарҙа Киев Юғары дөйөм ғәскәри команда училищеһы начальнигы.

Ляшко Вениамин Иванович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 10 август 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Маҡан, Хәйбулла районы
Вафат булған көнө 18 июль 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (54 йәш)
Вафат булған урыны Киев, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Ерләнгән урыны Лукьянов хәрби зыяраты[d]
Һөнәр төрө офицер
Уҡыу йорто М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академия
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы XXVI съезд КПСС[d]
Хәрби звание генерал-лейтенант[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө Ғәскәр
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены "СССР-ҙың Ҡораллы Көстәре ветераны" миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы орден «За службу Родине в Вооружённых Силах СССР» III степени В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы "Совет Армияһының һәм Флоттың утыҙ йыллығы" юбилей миҙалы юбилейная медаль «40 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «50 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «60 лет Вооружённых Сил СССР» медаль «За безупречную службу»

Биографияһы үҙгәртергә

Ляшко Вениамин Иванович 1925 йылдың 10 авгусында Маҡан ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Украин. 1943 йылдың ғинуар айынан Ҡыҙыл Армияла. Армияға хеҙмәткә Иркутск өлкәһенең Черемховский районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[1]. Бөйөк Ватан һуғышында 1-се Балтик Буйы һәм Ленинград фронттары ғәскәрҙәре составында, миномет ротаһының миномет взводы командиры вазифаһында ҡатнаша. 1944 йылдан ВКП(б) ағзаһы.

Һуғыш бөткәндән һуң һәм М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академияла уҡыуҙы тамамлағас, полк һәм П. И. Чапаев исемендәге гвардия мотоуҡсылар дивизияһы командиры булып хеҙмәт итә. 1972 - 1980 йылдарҙа — Н. В. Фрунзе исемендәге ике тапҡыр Ҡыҙыл Байраҡлы Киев юғары дөйөм ғәскәри команда училищеһы начальнигы. Ижтимағи-сәйәси тормошта әүҙем ҡатнаша. КПСС-тың XXIV съезына, Украина коммунистар партияһының XXV съезына делегат итеп һайлана, партияның Киев ҡала комитеты ағзаһы була, күп тапҡыр халыҡ депутаттарының урындағы советтарына депутат итеп һайлана[асыҡлыҡ].

1980 йылдың 18 июлендә ауырыуҙан вафат була. Киев ҡалаһында Лукьяновский хәрби зыяратында ерләнгән.

Наградалары үҙгәртергә

  • Ҡыҙыл Байраҡ ордены,
  • II һәм I дәрәжә Ватан һуғышы ордены,
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены,
  • III дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн» ордены,
  • миҙалдар
  • Украина ССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә