Людвик Лазарь Заменһоф

Лазарь Маркович Заменһоф йәки Лю́двик Ла́зарь За́менһоф (идиш לײזער לוי זאַמענהאָף‏‎ — Лейзер Лейви Заменгоф; польск. Ludwik Łazarz Zamenhof; эспер. Ludoviko Lazaro Zamenhof; 15 декабрь 1859 йыл, Белосток — 14 апрель 1917 йыл, Варшава) — поляк[4] күҙ табибы, йәһүд сығышлы тел белгесе, эсперанто — халыҡ-ара төҙөлгән телдәр араһындағы иң уңышлы телгә нигеҙ һалыусы[5]. Доктор Эсперанто псевдонимы аҫтында билдәле, 1887 йылда тел тасуирламаһы һәм дәреслек ингән «Халыҡ-ара тел» эшен баҫтыра.

Людвик Лазарь Заменһоф
Лазарь Маркович Заменһоф
(Лейзер Мордхович Заменгов)
Тыуған көнө

15 декабрь 1859({{padleft:1859|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[1][2][3][…]

Тыуған урыны

Белосток, Гродно губернаһы, Рәсәй империяһы

Вафат көнө

14 апрель 1917({{padleft:1917|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})[1][2][3][…] (57 йәш)

Вафат урыны

Варшава, Польша Короллеге

Ғилми даирәһе

лингвистика

Альма-матер

Мәскәү университеты

Ниндәй өлкәлә танылған

эсперанто төҙөүсеһе

Награда һәм премиялары
Почётлы легион ордены офицеры
Почётлы легион ордены офицеры
Ҡалып:Командор ордена Изабеллы Католички
Автограф

Логотип Викицитатника Викиөҙөмтәлә цитаталар
Unua libro - 1887

Биографияһы үҙгәртергә

Лазарь Маркович Заменһоф (тыуғанда — Лейзер Мордхович Заменгов)[6] Рәсәй империяһының Гродненск губернаһының Белосток ҡалаһында, училище уҡытыусыһы Марк Фабианович Заменһоф[7][8] һәм Розалия Шолемовна Заменһоф ғаиләһендә беренсе бала булып тыуа[9][10]. Марк Фабианович Заменһоф «Гацефир» гәзитендә боронғо йәһүд теле филологияһы, иврит телендә йәһүд дине, география һәм тел ғилеме буйынса уҡыу әсбаптарын сығара[11]. Лазарь артынан тағы биш малай (Феликс, Герш, Генрик, Леон, Александр) һәм биш ҡыҙы (Фейл (Фаня), Гитл, Сура-Двойра, Мина һәм Ида) тыуа. Ғаилә идиш һәм рус телендә аралаша. 1873 йылда ғаиләһе менән Варшаваға күсенеп киләләр. 1874 йылдың август айында Заменһоф 2-се ир-ат гимназияһы дүртенсе синыфына уҡырға инә.

Әле гимназияла уҡ Варшавала Заменһоф бай, шулай уҡ бик ҡатмарлы грамматикалы халыҡ-ара тел төҙөп маташа. Ул инглиз телен өйрәнгәс (немец, француз, латин һәм грек телдәренән һуң), ул еңел грамматикалы, суффикс һәм префикстар киң ҡулланылған халыҡ-ара тел тураһында уйлана.

1878 йылда уның «Lingwe uniwersala» проекты тамамлана тиерлек. 17 декабрҙа Заменһоф гимназия дуҫтары менән тел булдырыуын байрам итәләр. Әммә Заменһоф ул ваҡытта бик йәш булғас, эшен баҫтырмай. Гимназияны тамамлағандан һуң, ул медицинаны Мәскәүҙә, ә унан һуң Варшавала өйрәнә башлай. 1885 йылда Заменһоф университетты тамамлай һәм медицина практикаһы менән шөғөлләнә. Табип булып эшләп, халыҡ-ара теле проектын камиллаштырыу өҫтәндә эшләй.

Заменһоф өсөн эсперанто теле аралашыу сараһы ғына түгел, ә идеяларын таратыу юлы була. Ул төрлө халыҡтар һәм мәҙәниәттәрҙең дуҫтарса йәшәүен теләй. Заменһоф хатта ошо идеяларын үҫтереү маҡсатында «Homaranismo» (Гомаранизм) уҡыуын уйлап сығара.

Заменһоф нәфис әҙәбиәтте тәбиғи телдәрҙән эсперантоға беренсе тәржемә итеүсе һәм беренсе эсперанто шағиры була. Уның шиғырҙары халыҡтар дуҫлығы һәм динилек тойғолары менән һуғарылған.

 
Тель-Авивта Заменһоф урамы яҙмаһы

Заменһоф, дан йәки өҫтөнлөккә тартылмаһа ла, эсперанто йүнәлешенең рәсми булмаған лидеры һанала. Эсперантистар уны Маэстро тип атай, әммә ул үҙе был исемде яратмай, һәм эсперанто хәрәкәтендәге ниндәй ҙә булһа рәсми урын биләүҙән баштарта. 1895 йылдан ул эсперантоға бәйле эшмәкәрлектән алыҫлаша, 1902 йылда, «Ашет» (Hachette) француз нәшриәте менән эсперантола китап сығарыуға бәйле контракт арҡаһында кире шөғөлләнә башлай.

1905 йылдың 29 июлендә Францияла Заменһоф Почетлы легион ордены менән бүләкләнгән. Шул уҡ йылдың 5-12 авгусында ул I Бөтә донъя эсперансылар конгрессында ҡатнашҡан, ә унан һуң 1914 йылға тиклем барлыҡ конгресстарҙа ла ҡатнаша.

Заменһоф 1917 йылдың 14 апрелендә герман ғәскәрҙәре оккупациялаған Варшавала вафат була, 16 апрелдә Варшава йәһүд зыяратында ерләнә.

Хәтер үҙгәртергә

 
Заменһоф бюсы Одессала

Заменһоф көнө үҙгәртергә

Заменһофтың тыуған көнөн — 15 декабрь — бөтә донъя эсперансылары Zamenhofa Tago тип байрам итәләр, уға төрлө саралар үткәрәләр — концерттар, китап күргәҙмәләре һ. б.

 
Заменгоф бюсы Венала

Кесе планета үҙгәртергә

  • Заменһоф исеме менән 1462-се астероид атала.

Һәйкәлдәр үҙгәртергә

Донъяның бер нисә ҡалаһында Заменһофҡа һәйкәлдәр ҡуйылған:

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #118643495 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 Bibliothèque nationale de France Zamenhof, Lejzer Ludwik // идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. 3,0 3,1 L. L. Zamenhof // SNAC (ингл.) — 2010.
  4. [ Заменгоф Людвик Лазарь] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәләБольшой советской энциклопедии.
  5. Эсперанто // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  6. Книга для записи родившихся евреев Белостокского раввината за 1859 год: Свидетельство № 47 о рождении у Мордха Файвеловича Заменгова и Либы Шолемовны Софер 19 числа месяца Кислев 5620 года по еврейскому календарю сына Лейзера.
  7. Биографические данные о семье Мордха Файвеловича Заменгофа в Тыкоцине.(недоступная ссылка)
  8. З. 2012 йыл 16 июль архивланған.
  9. Биография Л. 2010 йыл 16 декабрь архивланған.
  10. Akta Stanu Cywilnego Okręgu Bożniczego w Białymstoku 1835—1899, nr z. 264, sygn. 22 2011 йыл 22 июль архивланған.
  11. Биографическая справка М.(недоступная ссылка)
  12. Фото памятника в одесском дворе 2014 йыл 17 август архивланған.

Һылтанмалар үҙгәртергә