Любляна университеты

Любляна университеты (слов. Univerza v Ljubljani) — Словенияның Любляна ҡалаһындағы университет.

Любляна университеты
Нигеҙләү датаһы 1919[1]
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Александр I Карагеоргиевич[d] һәм Эдвард Кардель[d]
Ректор Gregor Majdič[d]
Дәүләт  Словения[2]
Административ-территориаль берәмек Любляна
Ойошма ағзаһы Ассоциация средиземноморских университетов[d], Утрехт селтәре[d], European Policy Institutes Network[d], Европа университеттары ассоциацияһы[d][3], ALTE[d], Eutopia Alliance[d][4], Guild of European Research-Intensive Universities[d][5] һәм Coalition for Advancing Research Assessment[d][6]
Уҡыусылар һаны 60 000
Бойһонған ойошма (филиал) Biotechnical Faculty[d], Faculty of Mechanical Engineering[d], Academy of Theatre, Radio, Film and Television[d], Любляна музыка академияһы, Faculty of Administration[d], Faculty of Architecture[d], Faculty of Arts[d], Faculty of Chemistry and Chemical Technology[d], Faculty of Civil Engineering and Geodesy[d], Faculty of Computer and Information Science[d], Faculty of Economics[d], University of Ljubljana Faculty of Education[d], Faculty of Electrical Engineering[d], юридический факультет Люблянского университета[d], Faculty of Maritime Studies and Transport[d], Faculty of Mathematics and Physics[d], Faculty of Medicine – University of Ljubljana[d], Faculty of Natural Sciences and Engineering[d], Faculty of Pharmacy[d], Faculty of Social Sciences[d], Faculty of Social work[d], Faculty of Sport[d], Faculty of Theology – University of Ljubljana[d], Veterinary Faculty[d], Faculty of Health Sciences[d], Faculty of Agronomy[d] һәм Central Technical Library of the University Ljubljana[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Дворец провинции Крайна[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден «За исключительные заслуги»
Диапазон IPv6 2001:1470:ffe0::/43[7] һәм 2a00:1368::/48[8]
Рәсми сайт uni-lj.si
Эндпоинт API idp.uni-lj.si/idp/201005…[9]
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Люблянского университета[d]
Карта
 Любляна университеты Викимилектә

Илдең иң боронғо университеты, бында 64 меңдән ашыу студент белем ала. Европаның иң ҙур университеттарының береһе: 22 факультет, 3 художестволы академия һәм колледж.

Утрехт селтәре Европа университеттары ассоциацияһына керә.

Тарихы үҙгәртергә

 
Университет ректораты

XVII быуатта уҡ Люблянала гуманитар һәм дини академиялар эшләгән, ә 1810 йылда Наполеон осоронда, Словения Иллирия провинциялары составында булғанда, бында тәүге университет (франц. Écoles centrales) нигеҙләнгән, әммә ул тиҙҙән ябылған. Беренсе донъя һуғышынан һәм Сербтар, Хорваттар һәм Словендар короллеге барлыҡҡа килгәндән һуң Университет комиссияһы булдырыла (1918 йылдың 23 ноябрендә). Комиссия тулыһынса 1918 йылдың 5 декабрендә формалаша, уның рәйесе итеп доктор Д. Маярон, ә сәркәтибе итеп доктор Фран Рамовш тәғәйенләнә.

1919 йылдың мартынан буласаҡ университеттың айырым факультеттарын ойоштороу буйынса эш башлана. Юридик, фәлсәфә, техник, теологик һәм медицина факультеттары менән университетты асыу Сербтар, Хорваттар һәм Словендар короллеге парламенты тарафынан 1919 йылдың 16 июлендә Белградта ҡабул ителә, ә 23 июлдә был бойороҡҡа регент Александр ҡул ҡуя[10]. Профессор Фран Рамовштың словен теле тураһында тәүге лекцияһы 1919 йылдың 3 декабрендә уҡыла. Тәүге академик йылда (1919—1920 йылдар) университетта 942 студент (28 ҡатын-ҡыҙ һәм 914 ир-егет) уҡыған, ә 1940—1941 академик йылда студенттарҙың һаны 2474-кә барып еткән. Хәҙерге көндә университетта 3500 профессорҙар һәм ғилми ассистенттар, шулай уҡ 900 техник һәм административ хеҙмәткәрҙәр эшләй. Йыллыҡ бюджеты яҡынса 334 млн евро тәшкил итә[11].

Мариборҙа университет асылғанға тиклем (1978 йыл) Словениияның берҙән-бер университеты була.

Факультеттары һәм академиялары үҙгәртергә

Факультеттары үҙгәртергә

  • Биотехник факультет (Ямникарьева урамы, 101)
  • Иҡтисади факультет (Кардельева майҙаны, 17)
  • Архитектура факультеты (Цойсова урамы,12)
  • Ижтимағи фәндәр факультеты (Кардельева майҙаны, 5)
  • Электротехника факультеты (Тржашкая урамы, 25)
  • Фармацевтика факультеты (Ашкерчева урамы, 7)
  • Төҙөлөш-геодезия факультеты (Ямова урамы, 2)
  • Химия һәм химик технология факультеты (Ашкерчева урамы, 5)
  • Физика-математика факультеты (Ядранская урамы, 19)
  • Диңгеҙселек һәм транспорт факультеты (Дорога мореходов, Порторож)
  • Информатика һәм компьютер эше факультеты (Тржашка урамы, 25)
  • Социаль эш факультеты (Топнишка урамы, 31)
  • Машиналар төҙөү факультеты (Ашкерчева урамы, 6)
  • Спорт факультеты (Гортанова урамы, 22)
  • Менеджмент факультеты (Госарьева урамы, 2)
  • Фәлсәфә факультеты (Ашкерчева урамы, 2)
  • Медицина факультеты (Вразов трг)
  • Тәбиғи-техник факультеты (Ашкерчева урамы, 12)
  • Педагогия факультеты (Кардельева майҙаны, 16)
  • Юридик факультет (Полянская насыпь, 2)
  • Теологик факультеты (Полянская урамы, 4)
  • Ветеринария факультеты (Гербичева урамы, 60)
  • Дауалау факультеты (Лечебная юлы, 5)

Академиялары үҙгәртергә

  • Музыка академияһы (Стари трг, 34)
  • Театр, радио, кино һәм телевидение академияһы (Назорьева урамы,3)
  • Һынлы сәнғәт академияһы (Эрьявчева урамы, 23)

Университеттың ректораты Люблянаның үҙәгендә тарихи бинала (1902 йылда төҙөлгән) урынлашҡан. Университет ҡарамағында Любляна асторономик геофизик обсерватория эшләй.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә