Любимова Ольга Борисовна

2020 йылдың 21 ғинуарынан Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт министры

Любимова Ольга Борисовна (31 декабрь 1980 йыл) — Рәсәй дәүләт эшмәкәре, журналист һәм театр белгесе. 2020 йылдың 21 ғинуарынан Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт министры.

Любимова Ольга Борисовна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 31 декабрь 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (43 йәш)
Тыуған урыны Мәскәү, СССР
Атаһы Борис Николаевич Любимов[d]
Әсәһе Мария Вадимовна Шверубович[d]
Һөнәр төрө дәүләт хеҙмәткәре, сәйәсмән
Биләгән вазифаһы Министр культуры РФ[d][1]
Уҡыу йорто Рәсәй театр сәнғәте университеты
М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Берҙәм Рәсәй
Сәләмәтлек торошо коронавирусная инфекция COVID-19[d][2][3]
Дәүләт  Рәсәй[4]
 Любимова Ольга Борисовна Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

О́льга Бори́совна Люби́мова 1980 йылдың 31 декабрендә Мәскәүҙә тыуған. Инглиз телен тәрән өйрәнеү менән бергә 1234-се дөйөм белем биреү мәктәбен тамамлай; 5—7-се кластарҙа Преподобный Нестор Летописец[5] исемендәге тарих-филология православие гимназияһында уҡый. Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетын, аҙағыраҡ ГИТИС-та (РАТИ) театр белгетәрен әҙерләү факультетын тамамлай һәм «театр белгесе» һөнәренә эйә була.

Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетында уҡыған осорҙа REN-TV, ТВЦ телеканалдарында, «Беҙҙең радио», «Радио Рокс» радиостанцияларында[6] практика үтә.

2000 йылда — «Европа Плюс» радиостанцияһы хәбәрсеһе.

2001 йылдан телевидениела эшләй. Тәүҙә — Рус православие сиркәүе Мәғлүмәт агентлығының ТВЦ каналында сыҡҡан «Ортодокс» программаһы хәбәрсеһе.

2001—2009 йылдарҙа (тәнәфестәр менән) «Өсөнсө каналда» эшләй. Тәүҙә (2003 йылға тиклем) «Глеб Пьяных менән аҙна йомғаҡтары», «Главная тема», «Цена вопроса», «Дольче Вита», «Петр Толстой менән һығымталар»[5] программалары хәбәрсеһе була. Һуңынан «Регион» (2003—2004) һәм «Русский взгляд» (2003—2004, 2006—2009) программаларының шеф-мөхәррире вазифаһын башҡара.

2005 йылдың июленән 2009 йылдың июленә тиклем «Баш ҡала» телеканалында «Горожанка» ток-шоуын, «Мәскәү-2009», «Кеше һәм ҡала» программаларын алып бара.

2010—2011 йылдың декабренән — «Мәҙәниәт» телеканалында йомғаҡлаусы «Контекст» мәғлүмәт-аналитика программаһы етәксеһе.

2011—2012 йылдарҙа — «ТВ-3 телеканалы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте[7] программа департаментының документаль киноһының өлкән продюсеры.

Параллель рәүештә Рус православие сиркәүенең Мәғлүмәт агентлығында эшләүен дауам итә, бында ул төрлө ваҡыттарҙа «Православие календары» (РТР), «Русский взгляд» («Өсөнсө канал» менән берлектә) тапшырыуҙарының шеф-мөхәррире, «Спас» телеканалы өсөн программалар («И Татьянин день», «Фома», «Семинаристы») булдырыуҙа, Ҡотҡарыусы Христос ҡорамынан ғибәҙәт ҡылыуҙарҙы тура трансляциялауҙы һәм Иерусалимдан Благодатный утты килтереүҙе ойоштороуҙа ҡатнаша[5].

80-дән ашыу документаль фильмды, шул иҫәптән «Россия-1», «Мәҙәниәт», «Беренсе канал» телеканалдары өсөн фильмдар төшөрөүҙә ҡатнаша. «Путь Патриарха» (2009), «Чужая земля» (2013), «Война и мифы» (2014) документаль фильмдарының сценарийҙары авторы, «Никита Михалков» (2015) фильмында сценарийы авторҙашы)[8].

«Русский взгляд» (бында шулай уҡ мәҙәниәт бүлеге мөдире), «Политический журнал», «Афиша» (2005 йылдың апрелендә Федор Хитрук менән интервьюһы журналдағы берҙән-бер мәҡәлә була)[9][10], «Esquire» журналдарында мәҡәләләре баҫылып тора[6].

2015 йылдың ноябрендә Мәҙәниәт министрлығының Кинематография департаменты етәксеһенең кәңәшсеһе итеп ҡуйыла (уйын булмаған һәм анимация фильмдарына дәүләт ярҙамы бүлеге буйынса)[11]. Элек ундай вазифа булмай[12].

2016 йылдың ғинуарынан алып 2018 октябренә тиклем — «Беренсе канал» акционер йәмғиәтенең социаль һәм публицистик программалар дирекцияһы директоры урынбаҫары.

2018 йылдың 17 ғинуарынан 2020 йылдың 21 ғинуарына тиклем — Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығыныңкинематография департаменты етәксеһе[13][14].

2020 йылдың 21 ғинуарынан — Рәсәй Федерацияһы мәҙәниәт министры.

6 майҙа Любимованың коронавирус сирен йоҡтороуы тураһында хәбәр тарала, һөҙөмтәлә министр ситтән тороп эшләүгә күсә[15]. 14 майҙа эшенә ҡайта һәм элекке режимда эшләй[16].

Фекерҙәр үҙгәртергә

28 йәшлек Любимованың 2008 йылда «Кропалик» блогындағы яҙмаһы матбуғатта һәм РБК-ТВ һәм 360° телеканалдарында ҡапма-ҡаршылыҡлы откликтар тыуҙыра, атап үтелгән яҙмаһында Любимова шәхсән опера, классик музыка, балет, музей, күргәҙмәләр, хәтер кисәләрен, парадтарҙы, митингылар, юбилей сараларын күңеле менән ҡабул итмәүе, Джоконданы ҡарарға теләмәүе, экскурсияларҙы яратмауы, артхаус киноһын аңламауы һәм донъя кинематографын насар белеүе тураһында белдерә. Режиссер Сарик Андреасян фекеренсә, асыҡтан-асыҡ әйтелгән был фекерҙәрҙә оялырлыҡ бер нимә лә юҡ, ә яңы министрҙан ыңған үҙгәрештәр көтөлә, сөнки Любимова хөкүмәткә килгәнгә тиклем Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығының кинемотография департаменты начальнигы вазифаһында үҙен яҡшы яҡтан күрһәтте[17].

Ғаиләһе үҙгәртергә

  • Олатаһы — Любимов Николай Михайлович (1912—1992), совет тәржемәсе, мемуарҙар авторы.
  • Атаһы — Любимов Борис Николаевич (тыу. 1947), СССР һәм Рәсәй театр белгесе һәм педагогы, театр тәнҡитсеһе, сәнғәт фәне кандидаты, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, профессор, М. С. Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһы ректоры, Рәсәйҙең урынбаҫары Дәүләт Академия Кесе театрының художество етәксеһе, ГИТИС-тың Рәсәйҙең театр тарихы кафедраһы мөдире[18].
  • Әсәһе — Мария Вадимовна Шверубович (1949—2018)[19], актриса һәм театр белгесе.
  • Бабайы — Алексей Бартошевич (тыу. 1939)[20], Шекспир әҫәрҙәре буйынса белгес, театр белгесе.
  • Атаһы яғынан Ольганың туғандары араһында — Вологда губернаторы Михаил Николаевич Кормилицын (бишенсе быуын олатаһы) һәм Рязань губернаторы Николай Аркадьевич Болдарев (алтынсы быуын олатаһы). Әсәһе яғынан театр эшмәкәре Вадим Васильевич Шверубовичтың ейәнсәре һәм актёр Василий Иванович Качалов менән Нина Николаевна Литовцеваның бүләсәре.
  • Тормошта, ире — Баранов Евгений Александрович, «Беренсе каналдың» журналисы һәм комментаторы[21] (2006 йылдан). 2013 йылдың 17 мартында Барановтың Бөйөк вазифа тураһында репортажы сыға, унда иренең комментерийы ла баҫыла[22].
  • балалары — улы Никита һәм ҡыҙы Варвара[8].

Фильмографияһы үҙгәртергә

Сценарийҙар авторы:

  • «Путь Патриарха» (2009)
  • «Великая Пасха» (2011)
  • «Столыпин. Выстрел в Россию. XX век» (2012)
  • «Изборск. Путешествие во времени» (2012)
  • «Чужая земля» (2013)
  • «Ангелы с моря» (2013)[23]
  • «Своя земля» (2014)[24]
  • «Преподобный Сергий Радонежский» (2014)
  • «Война и мифы» (2014)
  • «Флаг. Символ преемственности» (2014)[25]
  • «Никита Михалков» (2015) — соавтор

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Olga Lyubimova // Senior Russian Government Officials (ингл.)
  2. https://ria.ru/20200512/1571328784.html
  3. https://ria.ru/20200506/1571029307.html
  4. https://sanctions.nazk.gov.ua/en/sanction-person/2377/
  5. 5,0 5,1 5,2 Ольга Любимова: Жизнь и смерть православного ТВ. Дата обращения: 21 ғинуар 2020.
  6. 6,0 6,1 3 канал - Телеведущие и журналисты. Дата обращения: 21 ғинуар 2020. Архивировано 22 февраль 2008 года.
  7. Любимова Ольга Борисовна. Дата обращения: 22 ғинуар 2020. 2020 йыл 6 февраль архивланған.
  8. 8,0 8,1 Биография нового министра культуры Ольги Любимовой. ТАСС. Дата обращения: 21 ғинуар 2020.
  9. Ответы. Федор Хитрук, режиссёр. Афиша (11 апрель 2005).
  10. Хитрук! Спасибо, что живой. Православный мир (5 декабрь 2012).
  11. Ольга Любимова назначена и. о. руководителя департамента кинематографии Минкультуры. ТАСС.
  12. Предъявите ваши документы. Все сложно: итоги круглого стола о господдержке неигровых картин в 2014 году. Независимая газета (25 ноябрь 2015).
  13. Назначен новый руководитель департамента кинематографии Минкульта // Профисинема
  14. «Нам нужно либо денег, либо славы — а лучше и того и другого» Интервью Ольги Любимовой из Минкульта. meduza.io. Дата обращения: 21 ғинуар 2020.
  15. Министр культуры Ольга Любимова заразилась коронавирусом. ТАСС. Дата обращения: 6 май 2020.
  16. Министр культуры Любимова вылечилась от коронавируса. www.kommersant.ru (14 май 2020). Дата обращения: 15 май 2020.
  17. «Маленький кусочек гашиша». Блог в ЖЖ показал другую жизнь нового министра культуры // 360°, 23 января 2020
  18. Департамент кино Минкультуры возглавила автор православных фильмов // РБК
  19. Актриса «Современника» Мария Шверубович умерла на 69-м году жизни
  20. «Ни хрена не культурный человек» из «великой семьи». Кто такая министр культуры Ольга Любимова. www.znak.com. Дата обращения: 27 ғинуар 2020. 2020 йыл 29 февраль архивланған.
  21. Человек Михалкова из театральной династии
  22. Начинается Великий пост — время, за которое нужно быть благодарным. Первый канал (17 март 2013).
  23. Ангелы с моря. Россия-1. 2020 йыл 25 февраль архивланған.
  24. В Бурятию приехала съемочная группа Никиты Михалкова. Информ Полис.
  25. Д/ф «Флаг. Символ преемственности». История.РФ. 2020 йыл 19 сентябрь архивланған.

Һылтанмалар үҙгәртергә