Лысенко Любовь Кирилловна

Лысенко Любовь Кирилловна (23 октябрь 1921 йыл27 март 1990 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Лысенко Любовь Кирилловна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 23 октябрь 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})
Тыуған урыны Красногвардейское[d], Адыгейская автономная область[d], Северо-Кавказский край[d], РСФСР
Вафат булған көнө 27 март 1990({{padleft:1990|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (68 йәш)
Вафат булған урыны Красногвардейское[d], Адыгейская автономная область[d], Краснодар крайы, РСФСР, СССР
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы XXIV съезд КПСС[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы ВДНХ-ның бронза миҙалы

Биографияһы үҙгәртергә

Любовь Кирилловна Лысенко 1921 йылдың 23 октябрендә Адыгей автономиялы өлкәһенең Красногвардейское ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Бында уның бала сағы үтә, ошонда мәктәптә уҡый. Ә ун алты йәше тулғас, колхозға эшкә сыға. Намыҫлы эшләй, һәр саҡ уны өлгө итеп ҡуялар.

Һуғыштан атаһы, игенсе һәм яугир Кирилл Максимович һәм ағаһы Николай әйләнеп ҡайтмай. Дошман менән уның ире Николай Лысенко ла һуғыша.

Һуғыштан һуң Любовь Лысенко бер аҙ колхоз идараһы секретары булып эшләй. Ә һуңынан уны тәмәке үҫтереүселәр бригадаһына тәғәйенләйҙәр һәм тиҙҙән звено башлығы итеп ҡуялар. Шулай итеп ул ун ете кешелек коллектив менән етәкселек итә башлай.

1963 йылда звено коллективы 25-әр центер, ә киләһе й 1964 йылда — 27 центнер ҡоро тәмәке йыйып тапшыра, бының өсөн ул ВДНХ-ның бронза миҙалына лайыҡ була.

Әммә рекордлы уңышҡа ҡатын-ҡыҙҙар 1965 йылда, етенсе биш йыллыҡ аҙағында өлгәшә. Һәр гектарҙан 35 центнер хуш еҫле япраҡ йыйып алына. Шул ваҡытта Кубанда бер ниндәй ҙә тәмәке үҫтереүсе бындай уңышҡа өлгәшә алмай. Һәр гектар колхоз кассаһына бер мең генә түгел саф килем килтерә. Любовь Кирилловна колхозда коммунистик хеҙмәт ударнигы була.

СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 30 апрелендәге Указы менән тәмәке етештереүҙе һәм әҙерләүҙе арттырыуҙағы уңыштары өсөн Лысенко Любовь Кирилловнаға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

Тәмәке үҫтереүселәр коллективы һигеҙенсе һәм туғыҙынсы биш йыллыҡта ҙур уңыштарға өлгәшә. Тәмәке япрағын тәмәке етештереү һәм һатыу буйынса задание һиҙелерлек арттырып үтәлә. Был уңыштары «Өлгөлө хеҙмәте өсөн» һәм «Хеҙмәт батырлығы өсөн. В.И.Лениндың тыуыуына 100 йыллыҡ айҡанлы» миҙалдары менән бүләкләнә.

1966 йылдан КПСС ағзаһы. Краснодар крайы партия ойошмаһынан КПСС-тың XXIV съезы делегаты итеп һайлана, орденлы «Тыуған ил» коммунистик хеҙмәт колхозы идаралығы ағзаһы, халыҡ депутаттарының Адыгей өлкә советы депутаты.

Союз әһәмиәтендәге персональ пенсионер, Красногвардейское ауылында йәшәй.

1990 йылдың 27 мартында вафат була. Адыгейҙың Краногвардейское ауылында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы
  • «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы (30.04.1966);
  • Ленин ордены (30.04.1966).
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы
  • «В.И.Лениндың тыуыуына 100-йыллыҡ айҡанлы» миҙалы (1970)
  • «Өлгөлө хеҙмәте өсөн» миҙалы

Хәтер үҙгәртергә

 
Кубань һәм Адегейҙа Социалистик Хеҙмәт Геройҙары исемлеге менән мемориаль таҡтаташ. Краснодар, 2017 йыл
  • Геройҙың исеме Краснодарҙа мемориаль таҡтаташта алтын хәрефтәр менән яҙылған

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Список Героев Социалистического Труда Адыгеи
  • Список Героев Социалистического Труда (Лубенец — Ляшко)

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Апарин Н. Г., Киселёв А. В. Якшина Л. С. // Золотые Звёзды Адыгеи. — 2-е изд., доп. и дораб.. — Майкоп: Респ. издат.-полигр. предприятие Адыгея, 1980. — С. 165—166. — 220 с. — 5000 экз.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Лысенко Любовь Кирилловна. «Герои страны» сайты.