Лобастова Светлана Александровна

Физик. Техник фәндәре кандидаты (1990). Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (2004)

Лобастова Светлана Александровна (14 сентябрь 1949 йыл) — физик. Техник фәндәре кандидаты (1990)[1]. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (2004)[2].

Лобастова Светлана Александровна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 14 сентябрь 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (74 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө физик
Эш урыны Башҡорт дәүләт университеты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми исеме доцент[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр кандидаты[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Светлана Александровна Лобастова 1949 йылдың 14 сентябрендә Өфө ҡалаһында тыуған. 1971 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң [[Архангел] урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. 1973 йылдан БДУ-ла уҡыта, 1985 йылдан башлап өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1998 йылдан — килешеү нигеҙендәге фәнни тикшеренеүҙәр етәксеһе[1]. Ғәмәли физика кафедраһы мөдире. Доцент (2007). 1990 йылда кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай[2].

Фәнни эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Фәнни эшмәкәрлеге туң ер тоҡомдарының йылылыҡ физикаһы һәм механикаһы, геоэкологик мониторинг проблемаларына арналған. С. А. Лобастова тарафынан арктик һәм субарктик терр ялар өсөн тәбиғи-техник системаларҙа битләүҙәге физик геокриологик процестар тикшерелә һәм классификациялана, криолитозона ерҙәрен һаҡлауҙың, дисперслы нефть системаларын ҡулланыуҙың фәнни нигеҙҙәре эшләнә, нефтле структура булдырыусы «В» универсины сығарыла һәм «Уфанефтехим» берекмәһендә уны етештереү үҙләштерелә. Ер тоҡомдарының термоэрозия йырынын һәм эрозияға ҡаршы ныҡлығын яҡшыртыу, тундра ерҙәрен һаҡлау һәм яңыртыу б са тикшереү ысулдары автоюлдар, үткәргес торбалар һәм башҡаларҙы төҙөүҙә ҡулланыла[1].

90-ға яҡын фәнни хеҙмәт һәм 7 уйлап табыу авторы[1].

Төп ғилми хеҙмәттәре:

Экологические основы землепользования при освоении и разработке газовых и газоконденсатных месторождений Крайнего Севера. М., 2000 (авторҙаш);

Эколого-экономическое управление охраной окружающей среды. М., 2003 (авторҙаш).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (2004).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә