Липтовски-Микулаш

Липтовски-Микулаш (словак.Liptovský (Svätý) Mikuláš, нем. Liptau-Sankt-Nikolaus, венгр. Liptószentmiklós, ҡайһы берҙә рус. Липтовский Святой Николай) — төньяҡ Словакиялағы ҡала, Көнбайыш һәм Түбәнге Татралар араһындағы Ваг йылғаһы буйында урынлашҡан. Халҡы һаны — яҡынса 33 мең кеше.

Липтовски-Микулаш
словак. Liptovský Mikuláš
мадьярса  Liptószentmiklós
Герб
Нигеҙләү датаһы 1286
Рәсем
Рәсми атамаһы Liptovský Mikuláš
Дәүләт  Словакия
Административ үҙәге Липтовски-Микулаш[d]
Административ-территориаль берәмек Липтовски-Микулаш[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Ваг[d]
Халыҡ һаны 30 522 кеше (1 ғинуар 2021)[1],
30 808 кеше (31 декабрь 2020)
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 577 метр һәм 582 метр
Туғандаш ҡала Кишкёрёш[d], Каламария[d], Опава, Кеми, Словенске-Конице[d], Анси, Михаловце[d], Живец[d], Terchová[d], Галанта[d] һәм Бачка-Паланка[d]
Сиктәш Бобровец (район Липтовски-Микулаш)[d], Veterná Poruba[d], Beňadiková[d], Závažná Poruba[d], Demänovská Dolina[d], Светы Криж (район Липтовски-Микулаш)[d], Galovany[d] һәм Liptovský Trnovec[d]
Майҙан 70,109 км²
Адрес Mestský úrad Štúrova 1989/41
Почта индексы 031 01
Электронная почта lmikulas@mikulas.sk
Урынлашыу картаһы
Коллаж
Иң тәүге яҙма ваҡыты 1286
Рәсми сайт mikulas.sk
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Липтовски-Микулаше[d]
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Liptovský Mikuláš[d]
Урындағы телефон коды 044
Номер тамғаһы коды LM
Карта
 Липтовски-Микулаш Викимилектә

Тарихы үҙгәртергә

Липтовски-Микулаш беренсе тапҡыр 1286 йылда телгә алына, XIV быуаттан, 1677 йылда Липтов үҙәге булараҡ, ҡала ҙур иҡтисади әһәмиәткә эйә була. 1713 йылда бында кешеләр алдында аҫыу юлы менән билдәле «словак Робин Гуды» Юрай Яношик үлтерелә (1688—1713). 1848 йылда бында Словак Халҡының Талаптарына ҡул ҡуйыла.

Әлеге ваҡытта Липтовски-Микулаш — төньяҡ Словакияның мөһим сәнәғәт үҙәге.

Иҫтәлекле урындары үҙгәртергә

  • Изге Николай костёлы
  • Жупа (административ берәмек) йорто
  • Лютеран сиркәүе (кирха)
  • Францисканлыларҙың готика монастыры
  • Липтовска Мара һыуһаҡлағысы

Туғандаш ҡалалар үҙгәртергә

Билдәле шәхестәре үҙгәртергә

  • Алекси Янко (1894—1970) — рәссам, яҙыусы, публицист. ЧССР халыҡ рәссамы.
  • Аурель Болеслав Стодола (1859—1942) — ғалим, педагог, инженер-конструктор. Ҡулланма термодинамикаға нигеҙ һалыусы, беренсе турбина генераторҙарын ҡороусы.
  • Краль Янко (1822—1876) — словак шағиры һәм милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре
  • Коломан СоколXX быуаттағы иң ҙур словак рәссамы, график.
  • Корнел Милан Стодола (1866—1946) — словак ижтимағи-сәйәси эшмәкәре, эшҡыуар.
  • Иван Стодола (1888—1977) — словак яҙыусыһы, драматург, табип.
  • Трановский Юрай (1592—1637) — пастор, шағир, словак әҙәби бароккоһының иң сағыу вәкилдәренең береһе.
  • Самуэль Фишер (1859—1934) — немец нәшриәтсеһе
  • Лацо Ян — профессиональ словак хоккейсыһы, ҡапҡасы. Әлеге ваҡытта КХЛ-да сығыш яһаусы «Донбасс» клубы уйынсыһы
  • Брезинова Сильвия (1976) — модель һәм порноактриса.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Липтов
  • Ясна

Һылтанмалар үҙгәртергә

  1. Перепись населения Словакии в 2021 годуБратислава: Statistical Office of the Slovak Republic.