Лиепа Илзе Марисовна

Лиепа Илзе Марисовна (22 ноябрь 1963 йыл) — СССР һәм Рәсәй балеринаһы, театр һәм кино актрисаһы. Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2002)[2]. Карелия халыҡ артисы (2007). РФ дәүләт премияһы лауреаты (2003). «Алтын маска» милли театр премияһы лауреаты (2003).

Лиепа Илзе Марисовна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 22 ноябрь 1963({{padleft:1963|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})[1] (60 йәш)
Тыуған урыны Мәскәү, СССР
Атаһы Марис-Рудольф Эдуардович Лиепа[d]
Бер туғандары Андрис Марисович Лиепа[d]
Хәләл ефете Сергей Валентинович Стадлер[d]
Һөнәр төрө актёр, яҙыусы, балерина
Эш урыны Ҙур театр
Уҡыу йорто Мәскәү дәүләт хореография академияһы
Рәсәй театр сәнғәте университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайт ilze-liepa.ru
 Лиепа Илзе Марисовна Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Илзе Марисовна Лиепа 1963 йылдың 22 ноябрендә СССР-ҙың халыҡ артисы Марис Лиепа һәм А. С. Пушкин исемендәге Мәскәү драма театры актрисаһы. А. Маргарита Жигунова ғаиләһендә тыуған[3]. Ағаһы — Андрис Лиепа, апаһы — Мария Лиепа.

1981 йылда Мәскәү академик хореография училищеһын (Н. В. Золотова класы), ә 1991 йылда ГИТИС-тың педагогия бүлеген тамамлай.

Ҙур театрҙа артист карьераһы башында Илзе Лиепа «Кармен», «Иван Сусанин», «Кенәз Игорь», «Хованщина», «Травиата» операларында үҙенсәлекле бейеүҙәр башҡара.

1990 йылдар аҙағында Санкт-Петербург антрепризында драматик актриса булараҡ дебют яһай, һуңынан 2000 йылдың апрель айында Светлана Врагованың «Модерн» театрында «Сон императрицы» спектакленең премьераһы үтә, унда Илзе императрица Екатерина II ролен башҡара[4][5].

2011 йылда «Евровидение 2011 йәш бейеүселәр өсөн» конкурсында жюри составында була.

2011 йылдан «Орфей» радиоһында авторлыҡ «Балет FM» программаһын алып бара[6].

Үҙ пилатес студияһы бар, унда шәхсән дәрестәр үткәрә[7]. Балет алымдары менән пилатестың даими дәрестәре «Метод Лиепа» китабын яҙыу өсөн нигеҙ булып тора, унда форманы тотоу өсөн балерина әҙерләгән күнегеүҙәр комплексы һүрәтләнә («Альпина нон-фикшн» баҫтырып сығара).

2014 йылдың ғинуарында балалар өсөн «Театры әкиәттәре», тип аталған китабы сыға.[8]

2018 йылда Мәскәү мэрына кандидат Сергей Собяниндың ышаныслы кешеһе була[9].

Шәхси тормошо үҙгәртергә

Беренсе ире — скрипкасы Сергей Стадлер.

Икенсе ире — эшҡыуар Владислав Паулюс. 2010 йылдың 15 мартында 46 йәшендә ҡыҙы Надежданы таба[10]. 2013 йыл парҙар айырылыша.

Ижады үҙгәртергә

Ҙур театрҙа репертуары үҙгәртергә

1983 йыл — Гера (бейегән К. В. Глюктың «Ифигения в Авлиде» операһында бейеү күренеше) — беренсе башҡарыусы

1984 йыл - мазурка һәм краковяк («Польский бал», М.Глинканың «Иван Сусанин» операһында, Р. Захарова хореографияһы), М. Петип, А. Горский хореографияһы)

1985 йыл - испан бейеүҙәре, мазурка («Раймонда», А Глазунов көйө, М. Петип хореографияһы) Мерседес («Дон Кихот») Чиполла-әсә («Чиполлино» К. Хачатурян, Г. Майоров хореографияһы)

1986 йыл - сиған бейеүҙәре («Дон Кихот») Батильда («Жизель», А Адан, , Ж. Коралли, Ж. Перро, М. Петип хореографияһы), өс сиған ҡатын («Анюта» В.Гаврилин музыкаһына) — Ҙур театрҙа беренсе башҡарыусы. Королева («һылыуҡай» П Чайковский, Ю. Петип хореоргафияһы). Штальбаум ҡатыны («Щелкунчик» П Чайковский, Ю Григорович хореографияһы)

1987 йыл -һарай яны бейеүселәре («Легенда о любви» А. Меликов, Ю Григорович хореографияһы). Принцесса («Лебединое озеро» П Чайковский, А Горский, М. Петип хореографияһы). Синьора Капулетти («Ромео и Джульетта», С. Прокофьев, Григорович хореоргафияһы)

1988 йыл — Фарсы ҡыҙы («Кенәз Игорь» операһында «Половецкие пляски», А Бородин, К. Голейзовский хореографияһы). Фарсы ҡыҙы (опера «Хованщина» М. Мусоргский, С. Корен. хореографияһы)

1992 йыл — Зюльма («Корсар», А Адана К. Сергеев хореографияһы)

1994 йыл — Царица бала («Фантазии на тему Казановы», В. А. Моцарт, М. Лавровский постановкаһында)

1995 йыл — Королева-мачеха («Белоснежка» К. Хачатурян, Г. Майоров постановкаһында) — Ҙур театрҙа беренсе башҡарыусы. Капулетти-әсә («Ромео и Джульетта», Л. Лавровский постановкаһында)

2001 йыл — Графиня («Пиковая дама», П. Чайковский, Р. Пети постановкаһында) — беренсе башҡарыусы (донъяуи премьера)

2003 йыл - Леди Капулетти («Ромео и Джульетта» Д. Доннеллан һәм Р. Поклитару постановкаһында) —беренсе башҡарыусы

2007 йыл — Пианистка («Урок» Ж. Делерю, Ф.Флиндт постановкаһында)

Әүҙем концерт һәм гастролдәр эшмәкәрлеге алып бара. 2003 йылда Илзе Лиепаның ижади кисәләре Ҙур театрҙың Яңы сәхнәһендә үтә, һәм унда театрҙың балет төркөмө артистары ҡатнаша. Илзе Лиепа, Майя Плисецкаянан ҡалыша Р.Щедрин көйөнә (хореография А.Алонсо) Ж.Бизеның «Кармен-сюита» балетында Кармен партияһын башҡарыусы беренсе рәсәй балеринаһы. 1993 йылда Рәсәйҙә беренсе тапҡыр, ағаһы Андрис Лиепа һәм М.Фокиндың ейәнсәре Изабель Фокина тергеҙгән Н.Римский-Корсаков көйөнә М.Фокиндың «Шехеразада» балетында Зобеида партияһын башҡара. Балеринаның репертуарында билдәле миниатюралар ҙа — «Умирающий лебедь» (К. Сен-Санс — М. Фокин), «Гибель розы» (Г. Малер балетында — Р. Пети), шулай уҡ уның өсөн махсус ҡуйылған номер һәм балеттар ҙа бар (Илзе менән хореографтар Д. Брянцев, Г. Алексидзе, В. Смирнова, Т. Сердюкова, М. Шеннон һ.б. хеҙмәттәшлек итә).

Драма театрында ролдәре үҙгәртергә

  • 1998 —Л.Разумовскаяның «Ваша сестра и пленница…», режиссёр Владимир Иванов — Мария Стюарт (Модерн (театр))[4]
  • 2000 — «Сон императрицы», Андрей Максимовтың пьесаһы һәм постановкаһы — Екатерина (Мәскәү драма театры «Модернъ»)
  • 2002 — «Рамки приличий», Андрей Максимовтың пьесаһы һәм постановкаһы — Маркиза де Люрсе (Театр имени Вл. Маяковского)
  • 2003 — «День рождения Синей Бороды», Андрей Максимовтың пьесаһы һәм постановкаһы— агент Пол (Вл. Маяковский исемендәге театр)
  • 2004 — «Чайная церемония», Александра Строганов, режиссёр Карен Нерсисян — Женщина (Театральное товарищество «Старый театр»)[11]
  • 2005 — Ксения Драгунская «Ан-дер-сен», режиссёр Ольга Субботина — Йенни Линдт и Снежная королева (Тетар берләшмәләренең конфедерацияһы)
  • 2007 — «Горе от ума — Горе уму — Горе ума», Александр Грибоедов, режиссёр Юрий Любимов — Наталья Дмитриевна Горич (Таганкала театр)

Кинолағы ролдәре үҙгәртергә

Йәнһүрәттәр дубляжы үҙгәртергә

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

  • 1996 — Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы[12][13]
  • 1998 — «Гәлсәр Турандот» театр премияһы (Л. Разумовскаяның «Ваша сестра и пленница» пьесаһы буйынса спектаклдә Мария Стюарт ролен башҡарыуы өсөн)
  • 2000 — «Аҡсарлаҡ» театр премияһы (А.Максимованың «Сон императрицы» пьесаһы буйынса спектаклдя Екатерина II ролен башҡарған өсөн)
  • 2002 — Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы[2]
  • 2003 — «Алтын битлек» театр премияһы
  • 2003 — Рәсәй ФЫедерацияһының дәүләт премияһы
  • 2003 — Рәсәй бизнес һәм эшҡыуарлыҡ академияһының ҡатын-ҡыҙҙар ҡаҙаныштарын таныу «Олимпия» йәмәғәт премияһы[14]
  • 2007 йылдан — Карелия Республикаһының халыҡ артисы[15]

Библиография үҙгәртергә

  • Илзе Лиепа. Метод Лиепа. Философия тела. — М.: Альпина нон-фикшн, 2012. — 200 с. — 5000 экз. — ISBN 978-5-91671-223-0, 978-5-91671-061-8.
  • Илзе Лиепа. Театральные сказки / Художник: Анастасия Орлова. — М.: Рипол Классик, 2014. — 80 с. — (Сказки от звёзд). — 3000 экз. — ISBN 978-5-386-06766-3.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
  2. 2,0 2,1 Указ Президента Российской Федерации от 15.04.2002 г. № 390 «О награждении государственными наградами Российской Федерации». Дата обращения: 11 сентябрь 2018. Архивировано 11 сентябрь 2018 года.
  3. Илзе Марисовна Лиепа. Страницы Биографии 2013 йыл 14 май архивланған.
  4. 4,0 4,1 Императрица Илзе. Премьера в «Модерне». Портал газеты «Культура»
  5. Илзе Лиепа на сайте театра «Модернъ». Дата обращения: 2 август 2009. Архивировано 20 февраль 2009 года. 2009 йыл 20 февраль архивланған.
  6. «Балет FM» 2014 йыл 19 ноябрь архивланған. на радио «Орфей»
  7. Аттестат зрелости стр. 2 | Секреты звезд | Макияж и прически звезд на сайте о красоте | Allure. Дата обращения: 2 август 2013. Архивировано 28 март 2016 года. 2016 йыл 28 март архивланған.
  8. Балерина Илзе Лиепа о своей книге “Театральные сказки”. Городской информационный канал m24.ru (28 ғинуар 2014). Дата обращения: 15 июль 2015.
  9. Владимир Варфоломеев. Но есть и новички. Эхо Москвы (26 август 2018).
  10. Илзе Лиепа стала мамой в 46 лет // Экспресс-газета
  11. Балерина ушла в мелодраму. Илзе Лиепа снова выходит на драматическую сцену «Независимая газета»
  12. Указ Президента Российской Федерации от 12.09.1996 г. № 1352 «О награждении государственными наградами Российской Федерации». Дата обращения: 11 сентябрь 2018. Архивировано 11 сентябрь 2018 года.
  13. Илзе Лиепа 2011 йыл 11 октябрь архивланған. на сайте Большого театра
  14. Официальный сайт Российской академии бизнеса и предпринимательства
  15. Надежда Бабкина, Илзе Лиепа и Михаил Ширвиндт получили звание народных артистов Карелии. Дата обращения: 5 июнь 2010. Архивировано 21 июль 2007 года. 2007 йыл 21 июль архивланған.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Чижова А. Э. Лиепа Илзе Марисовна / А. Э. Чижова // Русский балет: энциклопедия. — М., 1997. — С. 264—265.

Һылтанмалар үҙгәртергә