Леся Украинка

Украин шағиры һәм яҙыусыһы

Леся Украинка (укр. Леся Украiнка; хәҙерге исеме Лариса Петровна Косач-Квiтка, укр. Лариса Петровна Косач-Квiтка; 13 февраль көндө (25 февраль) 1871, Новоград-Волынский — 19 июлендә (1 август) 1913, Сурами) — украин шағиры һәм яҙыусыһы, тәржемәсе, мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Леся Украинка
(Лариса Петровна Косач-Квитка)
Исеме:

Лариса Петровна Ко́сач

Псевдонимдары:

Леся Украинка

Тыуған урыны:

Новоград-Волынский,
Волын губернаһы,
Рәсәй империяһы
(хәҙерге Житомир өлкәһе, Украина)

Вафат булған урыны:

Сурами,
Тифлис губернаһа,
Рәсәй империяһы
Грузия)

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы, шағир, тәржемәсе

Ижад йылдары:

18761913

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

украин,
шулай уҡ
рус[1]
французский[2]

Әҫәрҙәре Lib.ru сайтында

Төрлө жанрҙарҙа: поэзия, лирика, эпос, драма, проза, публицистика яҙа. Шулай уҡ фольклор өлкәһендә эшләй (220 халыҡ көйө уның тауышында яҙылған) һәм украин милли хәрәкәтендә актив ҡатнаша.

Үҙенең «На крыльях песен» (1893), «Думы и мечты» (1899), «Отзывы» (1902) шиғырҙар йыйынтығы, «Старая сказка» (1893), «Одно слово» (1903) поэмалары, «Боярыня» (1913), «Кассандра» (1903-07), «В катакомбах» (1905), «Лесная песня» (1911) драмалары һәм башҡа әҫәрҙәре аша билдәле.

Хәҙерге украиндар уны Тарас Шевченко һәм Богдан Хмельницкий[3] менән бер рәттән иң күренекле милләттәштәре рәтендә атай.

Биографияһы үҙгәртергә

Сығышы үҙгәртергә

Лариса Петровна Косач (Леся Украинка) 1871 йылдың 13 (25) февралендә Новоград-Волынский ҡалаһында православие динендәге украин казактары старшинаһы тоҡомондағы дворяндар ғаиләһендә тыуа.

Ата-әсәһе— төп сығышы менән Украинаның һул ярынан. Волынгә 1868 йылдың йәйендә, Киветан ғаилә башлығының яңы хеҙмәт урынына күсенәләр.

Атаһы, Косач Петр Антонович (1841—1909) — Чернигов губернаһы дворяндарынан; юрист, йәмәғәт эшмәкәре, чиновник. Хеҙмәт карьераһын коллежск секретары чинынан башлай; 1901 йылда «уңыштары өсөн» действительный статский советник итеп күсерелә. 1897 йылда — Ковельск өйәҙе дворяндары башлығы. Алпауыт. Әҙәбиәтте һәм һынлы сәнғәтте бик ярата. Косачтар йортонда бик йыш яҙыусылар, рәссамдар һәм музыканттар йыйылып, кисәләр һәм өй концерттары ойошторола.

Әсәһе, Драгоманов-Косач Ольга Петровна, — Полтава губернаһының ваҡ биләмәле дворяндарынан; украин яҙыусыһы, этнограф, публицист (тәхәллүсе — Олена Пчилка йәки Елена Пчелка (укр. Олена Пчíлка)). Ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтенең әүҙем ҡатнашыусыһы була, «Первый венок» альманахын сығара.

Ағаһы (әсәһенең ағаһы), Драгоманов Михаил Петрович, — тоҡомло дворян; танылған публицист, әҙәбиәт белгесе, фольклорсы, йәмәғәт эшмәкәре, ғалим — Киев универститетының приват-доценты, һуңынан София университеты (Болгария) профессоры. Оҙайлы ваҡыт сит илдәрҙә йәшәгән (Францияла һәм Болгарияла), Иван Франко менән хеҙмәттәшлек иткән. Һеңлеһенең ҡыҙында үҙенең социалистик инаныуҙар, ватанға хеҙмәт итеү ҡараштарын формалаштырыуҙа роле бик ҙур. Уның ярҙамы менән Леся (Ларисаны ғаиләлә шулай атап йөрөтәләр) бер нисә сит телде яҡшы итеп өйрәнә, был уға донъя әҙәбиәтенең классик әҫәрҙәре менән киңерәк танышыу мөмкинлеген бирә. .

Иртә бала сағы үҙгәртергә

Леся һәм уның өлкән ағаһы Михаил (уларҙы айырылмаҫ булғандары өсөн ғаиләлә йыш ҡына уртаҡ исем менән Мишелосие тип атап йөрөтәләр) шәхси-уҡытыусыларҙа белем ала. 4 йәшендә Леся уҡырға өйрәнә. 1876 йылдың ғинуарында Ольга Косач балалары Михаил һәм Лариса менән Киевҡа, Михаил Драгоманов сит илгә китер алдынан, уның менән хушлашырға килә. Шул уҡ йылдың йәйендә О . П. Косач Леся һәм Михаил менән Жаборица (хәҙер — Барановка ауылының көньяҡ-көнсығыш өлөшө) ауылында ял итә. Бында Леся беренсе тапҡыр әсәһенән мавка тураһында ишетә һәм украин халыҡ фольклоры менән таныша. Ул, балалары менән бергә өйҙән-өйгә йөрөп, үҙ коллекцияһына төрлө йырҙар һәм нағыш өлгөләре йыя.

Бала сағы үҙгәртергә

1878 йылда Лесяның ата-әсәһе Парижға бөөтн донъя күргәҙмәһенә бара һәм унда М. П. Драгоманов менән осраша. Был ваҡытта балаларҙы тәрбиәләргә Лесяның атаһының һеңлеһе Елена Антоновна Косач килгән була. «Еля апай» менән дуҫлыҡ шағирәнең тормошонда һәм ижадында билдәле бер эҙ ҡалдыра. Шул уҡ йылдың 7 (19) ноябрендә Эске эштәр министрлығы бойороҙо менән Петр Антонович Косачты Луцкка эшкә күсерәләр. Киләһе 1879 йылда ул Колодежно ауылында (хәҙерге Волынск өлкәһе Ковельск районы (Украина) усадьба менән бергә 471,44 дисәтинә (50 га самаһы) ер ала[4]

1879 йылдың мартында Елена Антоновна Косачты, жандармдарҙың етәксеһе Дрентельн Александр Романовичҡа һөжүм итеүҙә ҡатнашыуҙа ғәйепләп, ҡулға алалар һәм һуңғараҡ Олонец губернаһына оҙаталар, ә 1881 йылда 5 йылға Төмән өлкәһенә һөргәнгә ебәрәләр. Был хаҡта ишеткәс, 1879 йыл һуңында, 1880 йыл башында Леся үҙенең «Надежда» тигән тәүге шиғырын яҙа.

1880 йылдың йәйендә Александра Антоновна Косач-Шимановская, Лесяның апаһы, ире Борис Шимановскийҙы ҡулға алып Себергә һөрөүгә бәйле, ике улы менән Луцкка күсенеп, Косачтар ғаиләһендә йәшәй башлай. «Саша апай» — Лесяның беренсе музыка уҡытыусыһы. Уға ҡарата Леся ғүмер буйына күңелендә рәхмәт тойғоларын йөрөтә.

1881 йылдың 6 (18) ғинуарында Леся бик ҡаты һалҡын алдыра һәм был уның ҡаты сирләүенә сәбәп була. Уң аяғында түҙеп торғоһоҙ ауыртыуҙар башлана. Тәүҙә уны киҫкен ревматизм тиһәләр, һуңынан ауыртыуҙар ҡалдыран ла күсә.

Шул уҡ йылда О. П. Косач балаларын Киевҡа, шәзси уҡытыусыларҙа белем алыуға алып бара. Унда Михаил менән Леся ир-аттар гимназияһы программаһы буйынса белем ала; Леся Лысенко Николай Витальевичтың ҡатынынан — Ольга Александровна О’Коннорҙан фортепиано дәрестәре ала.

1882 йылдың майында Косачтар Колодежно ауылына күсенә һәм 1897 йылға тиклем шунда йәшәй. Унда 1882 йылдың 29 майында (10 июнь) Лесяның һеңлеһе — Оксана, 1884 йылдың 22 авгусында (3 сентябрь) — ҡустыһы Николай, 1888 йылдың 10 (22) мартында — һеңлеһе Изидора тыуа[5]; Ольга һеңлеһе 1877 йылдың 14 (26) майында Новоград-Волынскийҙа донъяға килә.

Был ваҡытта Леся ағаһы Михаил менән Киевта уҡый, грек һәм латин телдәрен өйрәнә. 1883 йылдың йәйендә Лесяға һөйәк туберкулезы тигән диагноз ҡуялар, шул уҡ йылдың октябрендә профессор А. Ринек уның һул ҡулына операция яһап, туберкулез менән зарарланған һөйәктәрҙе алып ташлай. Ҡыҙҙың ҡулы зәғифләнә, музыкант карьераһы бары тик хыял ғына булып ҡала.

Декабрҙә Леся Колодежноға ҡайта, сәләмәтлеге яҡшыра, әсәһе ярҙамында француз һәм немец телдәрен өйрәнә.

Йәшлеге үҙгәртергә

1884 йылдан башлап Леся украин телендә шиғырҙар яҙа башлай («Ландыш», «Сафо», «Лето красное прошло» һ.б.) һәм уларҙы Львовта в журнале «Зоря» журналында баҫтыра. Тап шул йылда үҙенә «Леся Украинка» псевдонимын ала.

Бер ни тиклем ваҡыт Леся Мурашко Николай Ивановичтың Киев сәнғәт мәктәбендә уҡый. Ошо осорҙан уның майлы буяу менән төшөргән бер картинаһы ҡалған. Һуңғараҡ уға әсәһе ярҙамынла үҙ-алла белем алырға тура килә. Ольга Петровна бик күп Европа телдәрен, шул иҫәптән славянские телдәрен (рус, поляк, болгар һ.б.), шулай уҡ боронғо грек, латин телдәрен белә. Был уның юғары интеллектуаль кимәле хаҡында һөйләй. Лесяның өйҙә белем алыу кимәле тураһында уның 19 йәшендә Менар, Масперо Гастон һәм башҡа ғалимдар хеҙмәте буйынса һеңлеләренә украин телендә «Көнсығыш халыҡтарының боронғо тарихы» әсбабын төҙөүе (1918 йылда Екатеринославала баҫтырыла), украин теленә күп тәржемәләр яһауы (Н. Гоголь, А. Мицкевич, Г. Гейне, В. Гюго, Гомер һ.б. әҫәрҙәрен) ла раҫлай. Ольга Петровна Лесяны үҙенең хистәрен күрһәтеп барырға хоәуғы булмаған көслө кеше итеп тәрбиәләй.

Өлгөрөүе үҙгәртергә

1891 йылдаГалицияла, һуңғараҡ Буковинала булып, Лариса Косач Көнбайыш Украинаның бик күп арҙаҡлы эшмәкәрҙәре: И. Франко, М. Павлик, О. Кобылянской, В. Стефаник, А. Маковей, Н. Кобринской менән таныша. Уның донъяға социаль-сәйәси ҡарашының төп йүнәлеше 1894-95 йылдарҙа ағаһы Михаил Драгомановта Софияла йәшәгәндән һәм ағаһының үлеменән һуң формалаша.

Ауыр сир Лесяны бала сағынан бик йыш щифахана дауаланыуы алырға мәжбүр итә. Германияла, Австро-Венгрияла, Италияла, Мысырҙа дауаланыу, бер нисә тапҡыр Кавказда, Одессала, Ҡырымда булыу уның хис-тойғоларын арттыра һәм ҡарашын киңәйтергә ярҙам итә.

1907 йылдың мартында Леся Украинка Колодяжнонан Киевҡа күсенә, ә март һуңында Квитка Климент Васильевич менән Ҡырымға сәфәр ҡылып, Севастополдә, Алупкала, Ялтала була.

1907 йылдың 7 авгусында Леся Украинка менән Климент Квитка сиркүҙә рәсми рәүештә никахтарын теркәтә һәм Киевта Ҙур Подвал урамы (хәҙер Ярослав Валы урамы), 32-се йортта, 11-се фатирҙа йәшәй башлай 21 августа улар бергәләр Ҡырымға китә һәм унда Квиткаға судта вазифа бирәләр.

Был ваҡытта Леся Украинка әҙәбиәткә башкөлләй сума. 1907 йылдың 5 майында 1 «Айша и Мохаммед» драматик поэмаһын, 18 майҙа 1903 йылда башлаған «Кассандра» поэмаһының һуңғы вариантын тамамлай. 12 майҙа «Из неволи» альманахына (Вологда) «На руинах» драматик поэмаһын ебәрә. Сентябрҙә «За горой зарницы» шиғырын яҙа, «В пуще», «Руфин и Присцилла» әҫәрҙәре өҫтөндә эшләүен дауам итә.

Ғүмеренең һуңғы йылдары үҙгәртергә

Лариса Косач-Квитканың (Леси Украинка) ғүмеренең һуңғы йылдары Мысыр һәм Грузия шифаханаларында үтә. Сир көсәйгәндән-көсәйә. Һөйәк туберкулезына бөйөрҙөрҙөң дауалап булмаған сире ҡушыла. Ауыртыныуҙы еңеп, яфаланыуҙар аша Леся Украинка ижад өсөн ваҡыт таба. Хәләле Климент Квитка менән ул фольклорйыйыу өҫтөндә эшләй, үҙенең драмаларын ныҡлы эшкәртә. Кавказда, бала сағын, Волынды, Полесье тәбиғәте матурлығын иҫенә төшөрөп, бер нисә көн эсендә «Лесная песня» (укр. Лiсова пiсня) драма-феерияһын яҙа. Ғүмеренең һуңғы йылында «Оргия» драматик поэмаһын һәм Иван Франкоға арнап, «Что даст нам силу?»—"Орфеево чудо"—"Про великана" (укр. «Що дасть нам силу?»—«Орфеєве чудо»—«Про велета») лирик-эпик триптихын яҙа. Лесяның хәле ауырлашыуын белгәс, Грузияға әсәһе килә. Яҙыусы уға үҙенең һуңғы, яҙылмаған «На берегах Александрии» драмаһын әйтеп яҙҙырта.

Леся Украинка 19 июлендә (1913 йылдың 1авгусында Сурамиҙа (Боржоми ҡалаһынан алыҫ түгел, Грузия) 42 йәшендә вафат була. Кивета Байково зыяратында ерләнгән (1939 йылда ҡәберенә бронза, гранит һәйкәл ҡуйыла; скульпторы — Г. Л. Петрашевич;).

Әҫәрҙәре үҙгәртергә

  • «На крыльях песен» («На крилах пісень», 1893) шиғырҙар йыйынтығы.
  • «Мысли и грёзы» («Думи і мрії», 1899) шиғырҙар йыйынтығы.
  • «Отклики» («Відгуки», 1902) шиғырҙар йыйынтығы.
  • Драма-феерия «Лесная песня» («Лісова пісня», 1911).

Экранлаштырыу үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. на русском языке написаны статьи «Два направления в новейшей итальянской литературе», «Малорусские писатели на Буковине», «Новые перспективы и старые тени», «Заметки о новейшей польской литературе», «„Михаэль Крамер“. Последняя драма Гергарта Гауптмана»
  2. на французском языке написана статья «La voix d’une prisonnieri russi»
  3. Украинцы назвали самых выдающихся соотечественников / Новости / Finance. 2015 йыл 25 май архивланған.
  4. (укр.) Комзюк В. Петро Антонович Косач
  5. Изидора Косач-Борисова 2015 йыл 2 июль архивланған.

Һылтанмалар үҙгәртергә