Ласло Биро

шариклы ручка уйлап сығарыусы

Ла́сло Йо́жеф Би́ро (мадьярса  Bíró László József, исп. Ladislao José Biro; 29 сентябрь 1899 йыл — 24 октябрь 1985 йыл[6][7]) — журналист, шариклы ручканы уйлап сығарыусы (1931).

Ласло Биро
мадьярса  Bíró László József
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Венгрия
 Венгрия короллеге
Тыуған көнө 29 сентябрь 1899({{padleft:1899|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})[2][3]
Тыуған урыны Будапешт, Австро-Венгрия[2]
Вафат булған көнө 24 октябрь 1985({{padleft:1985|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})[4][5][3] (86 йәш)
Вафат булған урыны Буэнос-Айрес, Аргентина[2]
Туған тел Венгр теле
Һөнәр төрө уйлап табыусы, журналист, скульптор
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]
 Ласло Биро Викимилектә
Слева оригинальная ручка «бироме» из Аргентины. Справа реклама из аргентинского журнала «Leoplán», 1945

Биографияһы үҙгәртергә

Ласло Биро Будапешта, Венгрияла йәшәгән йәһүд ғаиләһендә тыуған[8]. Атаһы Мозеш Матьяш Швайгер (мадьярса  Schweiger Mózes Mátyás) Венгрияла алып барылған мадьярлаштырыу сәйәсетенә ярашлы улы тыуғандан һуң Биро фамилияһын ала. Стоматологтар династияһының эшен дауам итер өсөн Ласло медицина институтына уҡырға инә. Ләкин бер аҙҙан нефть компанияһына эшкә бара һәм автомобилдә уҙышыу спорты менән мауығып китә. Автоматлаштырылған үткәреү коробкаһын (коробка передач) уйлап сығара һәм ''General Motors'' компанияһынан ошо эше өсөн патент һорай[9]. Венгрия сығанаҡтарына ҡарағанда, бының Дженераль Моторс компанияһы Бироға биш йыл дауамында 200-әр доллар аҡса ебәреп тора. Ласло Бироның уйлап сығарған коробкаһы производствола ҡулланылмай, 1939 йылдан компания дүрт бүлкәтле үҙ коробкаһын етештерә башлай.

1938 йылдан Парижда йәшәй, ләкин 1940 йылда фашистар Германияһы ғәскәрҙәре Францияны баҫып ала. Йәһүдтәр бик ауырлыҡ менән көньяҡ Франция аша сит илдәргә китә башлай. 1943 йылда Ласло Биро Аргентинаға эмиграцияға китә.

Биро бер аҙ ваҡыт журналист була, һүрәт сәнғәте менән дә ҡыҙыҡһына.

Бер ваҡыт ул гәзит сығарыусылар ҡулланған ҡараның (буяуҙың) тиҙ кибеүенә һәм кипкәс, бысраҡ эҙе сыҡмауына иғтибар итә. Биро был ҡараға манып, ғәҙәттәге перолы ручка менән яҙып ҡарай, тик ҡара ныҡ ҡуйы булғас, яҙып булмағанын аңлай. Химик ҡустыһы Георг (Дьёрд) менән Ласло Биро, тырыша торғас, яңы төрҙәге ручка уйлап сығара. Был ручка эсенә (осона) бәләкәй, түңәрәк шар ҡуйыла һәм ҡағыҙға тейҙереп йөрөткәндә, стержень эсендәге ҡара ағып төшөп, эҙҙәр ҡалдыра. Шулай итеп, ағалы- ҡустылы Биро шариклы авторучка уйлап сығарыуға ирешә.

Патентлау системаһының камил булмауы арҡаһында Биро шариклы ручкаға патентты тик Венгрияла йәки Аргентинала ғына ала алған имеш тигән фараз бар.

Тәүге шариклы ручка өлгөһөн Ласло һәм Георг Биро 1938 йылда булдыра. Тик уның бер етешһеҙлеге була — ул тик вертикаль килеш кенә яҙа. Париж да улар был яңы уйлап сығарылған әйберҙәре өсөн патент алған, тик һуғыш алдынан Европалағы тотороҡһоҙ хәл һәм ручканың етешһеҙлектәре уны күпләп сығара башларға мөмкинлек бирмәй .

Был эштәрен ағалы- ҡустылы Биролар биш йылдан һуң ғына тормошҡа ашыра. Улар Аргентинаға эмиграцияға китә һәм унда ҡараны ағыҙыуҙың уңайлыраҡ капилляр системаһын уйлап сығара ,Аргентина кешеһе Хуан Мейн уларға был әйберҙе күпләп етештерә башлау өсөн кәрәкле аҡса бирә. Шариклы ручкалар 1942 йыл да Birome (Биро (Biro) һәм Мейн (Meyne)) атамаһы менән сығарыла башлай. Аргентинала әле лә төрлө компаниялар сығарған шариклы ручкаларҙы «бироме» тип йөрөтәләр.

Тәүге "биром"дар ҡиммәт булыуҙарына ҡарамаҫтан, ҡулланыусыларға бик оҡшай һәм улар күпләп һатыла башлай . 1945 йылда ағалы- ҡустылы Биро АҠШ баҙарын яулап алырға булалар. Тик улар бында көтөлмәгән хәлгә осрай. Мәғлүм булыуынса, бер нисә йыл элек Көньяҡ Америкала булып ҡайтҡан Америка сауҙа эшмәкәре (коммивояжер) Милтон Рейнольдс "бироме"ны һатып алып ҡайтып, уны үҙ исеменә АҠШ-та патентлап ҡуйған икән. Шариклы ручкалар сығарыу эшенә күп кенә аҡса һалып, реклама эшен киң йәйелдереп, Рейнольдс 1945 йылдың 19 октябрендә Reynolds Rocket тип аталған яҙыу инструменттарын сығара башлай. Ул ручкалар 12,5 доллар тора, шундай ҡиммәт булыуына ҡарамаҫтан, улар тиҙ арала баҙарҙы яулап ала. Күп кенә предприятиелар ошо шариклы ручканы эшләүгә күсә.

 
Bíró's invention Birome

СССР-ҙа шариклы ручкалар тик 1960-се йылдар аҙағында ғына сығарыла башлай. Башта стержендәр һәм яҙыу элементтары етешмәй, шуға күрә көнкүреш әйберҙәрен ремонтлау оҫтаханаларында был стержендәргә ҡара тултырыу яйға һалына . Бөгөн был ручка донъяла күпләп етештерелә, Ер шарындағы халыҡтың 92 % ошондай ручкалар менән яҙа.

Ласло Биро Буэнос-Айреста 1985 йылда вафат була.

Хәтер үҙгәртергә

29 сентябрь- Ласло Бироның тыуған көнө, был Аргентинала Уйлап сығарыусы көнө тип байрам ителә.

Былар ҡыҙыҡлы үҙгәртергә

  • Шариклы ручканың эшләү принцибын уйлап сығарған Джон Лаудҡа АҠШ-та 1888 йылда патент бирелгән.
  • Ласло Бироның тыуған көнө — Аргентинала «Уйлап сығарыусы» байрамы.
  • Аргентинала Ласло Биро уйлап сығарған шариклы ручканы «бироме» тип йөрөтәләр.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Record #11837431 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Deutsche Nationalbibliothek Record #124864384 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 Laszlo Biro // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  4. http://articles.latimes.com/1985-10-26/business/fi-13351_1_fountain-pens
  5. http://global.britannica.com/biography/Laszlo-Jozsef-Biro
  6. Ladislao Biro, Inventor of Ballpoint Pen, Dies at 86, Los Angeles Times (26 октябрь 1985). 15 апрель 2016 тикшерелгән.
  7. Inventor of ballpoint-pen dies, Lawrence Journal-World (25 октябрь 1985). 15 апрель 2016 тикшерелгән.
  8. 70 years of the ballpoint pen and the inventor behind it 2011 йыл 12 октябрь архивланған.
  9. Хватит перьями скрипеть // журнал «Компания». — 17.10.2016. — № 38 (911). — С. 53.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Ҡалып:Hungary-bio-stub