Лаврентьев Пётр Денисович

хужалыҡ эшмәкәре

Лаврентьев Пётр Денисович (11 ғинуар 1905 йыл4 октябрь 1979 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1941—1947 йылдарҙа Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең баш инженеры һәм директоры. Башҡорт АССР-ының 2-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Испаниялағы Граждандар һуғышында (1936—39) ҡатнашыусы. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1951). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1945). Өс Ленин (1939, 07.1945, 09.1945), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1943) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1941) ордендары кавалеры.

Пётр Лаврентьев
Лаврентьев Пётр Денисович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 11 ғинуар 1905({{padleft:1905|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})
Тыуған урыны Таганрог, Таганрогский округ[d], Дон Ғәскәре өлкәһе[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 4 октябрь 1979({{padleft:1979|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (74 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Ваганьков зыяраты[d]
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө техника
Биләгән вазифаһы баш инженер[d] һәм директор[d]
Уҡыу йорто Харьковский политехнический институт[d]
Әүҙемлек урыны Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Сталин премияһы Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены Ленин ордены Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы

Биографияһы үҙгәртергә

Пётр Денисович Лаврентьев 1905 йылдың 11 ғинуарында Дон ғәскәре (хәҙер Ростов) өлкәһенең Таганрог ҡалаһында тыуған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1930 йылда Харьков политехник институтын тамамлағандан һуң 26-сы Рыбинск мотор заводында башлай.

1941 йылдан алып Өфөгә эвакуацияланған 26-сы Дәүләт союз заводында баш инженер булып эшләй, 1946 йылдан — директор. 1947 й. алып 32-се почта йәшниге ойошмаһында (Куйбышев ҡ.); 1961 й. башлап Куйбышев, 1969—78 йылдарҙа. Мәскәү авиация институтында уҡыта. Л. етәкс. авиамоторҙарҙы конвейер ысулы менән йыйыу эшләнә һәм индерелә.

Башҡорт АССР-ының 2-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Пётр Лаврентьев 1979 йылдың 4 октябрендә Мәскәү өлкәһенең Химки ҡалаһында вафат була.

Наградалары үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә