Көньяҡ Альп тауҙары (Яңы Зеландия)

Яңы Зеландияла Көньяҡ утрауҙың көнбайыш яры буйлап һуҙылған тау теҙмәһенең дөйөм атамаһы

Көньяҡ Альп тауҙарыЯңы Зеландияла Көньяҡ утрауҙың көнбайыш яры буйлап һуҙылған тау теҙмәһенең дөйөм атамаһы. Һырт Көньяҡ утрауҙың төп һыу айырғысын үҙ эсенә ала. Ул утрауҙың көнбайыш ярында урынлашҡан һыу йыйыу урындарын халыҡ тығыҙыраҡ ултырған көнсығыш өлөшөндәге һыу йыйыу бассейндарынан айырып тора[2]. Шулай уҡ төп һыу айырғыс көньяҡ-көнсығышта Марлборо, Кентербери һәм Отаго төбәктәре менән төньяҡ-көнбайышта Тасман һәм Уэст-Кост төбәктәре араһында сик ролен үтәй.

Южные Альпы
Яңы Зеландияның Көньяҡ Альп тауҙары
Яңы Зеландияның Көньяҡ Альп тауҙары
Характеристикалар
Майҙаны36 705 км²
Оҙонлоғо500 км
Киңлеге312 км
Бейек нөктәһе
Иң бейек түбәһеКук тауы 
Бейек нөктәһе3724[1] м
Урынлашыуы
43°41′00″ ю. ш. 170°17′00″ в. д.HGЯO
Страна
 Көньяҡ Альп тауҙары (Яңы Зеландия) Викимилектә

Географияһы үҙгәртергә

Көньяҡ Альп тауҙарының оҙонлоғо яҡынса 500 км тәшкил итә[3]. Был массивтың 17 түбәһе 3000 метрҙан ашыу бейеклеккә күтәрелә. Уларҙың араһында иң бейеге — Кук тауы (ингл. Mount Cook). Ул шулай уҡ илдең ерле халыҡ телендә Аораки (маори: Aoraki) булараҡ билдәле. Уның бейеклеге — 3724 м[4][5][6].

Тау һырттары боҙлоҡ үҙәндәре менән урталай киҫешкән. Үҙәндәрҙең күбеһе көнсығыш яғында боҙлоҡ күлдәре менән тулған, шул иҫәптән төньяҡта Колридж күле һәм көньяҡта Уакатипу күле.

1970-се йылдар аҙағында үткәрелгән инвентаризация буйынса Көньяҡ Альп тауҙарында бер гектарҙан ҙурыраҡ 3000-дән ашыу боҙлоҡ була[7]. Уларҙың иң оҙоно — 23,5 км оҙонлоҡтағы Тасман боҙлоғо (1960-сы йылдарҙа оҙонлоғо 29 км була)[8][9].

Тау теҙмәһенә Көньяҡ Альп тауҙары тигән атама капитан Джеймс Кук тарафынан 1770 йылдың 23 мартында бирелгән. Ул шулай уҡ, был тауҙарҙың «иҫ киткес бейеклеген» тасуирлап ҡалдырған[10].

Быға тиклем уларҙы 1642 йылда Абель Тасман билдәп үткән. Уның һүрәтләмәһе буйынса Көньяҡ утрауҙың көнбайыш яры йыш ҡына «бейеккә күтәрелгән ерҙәр» тип тәржемә ителә[11].

1998 йылда һырт исеме рәсми рәүештә Көньяҡ Альп тауҙары (маори: Kā Tiritiri o te Moana) тип үҙгәртелә[12].

Геологияһы үҙгәртергә

Көньяҡ Альп тауҙары Тымыҡ океан ут ҡулсаһының бер өлөшө булған геологик плиталар сигендә ята. Шул уҡ ваҡытта көньяҡ-көнсығышта урынлашҡан һәм көнбайышҡа хәрәкәт итеүсе Тымыҡ океан плитаһы менән төньяҡта ятҡан һәм төньяҡ-көнбайышҡа хәрәкәт итеүсе Һинд-Австралия плитаһы бер-береһе менән бәрелешә.

Һуңғы 45 миллион йылда был плиталарҙың бәрелешеүе Тымыҡ океан плитаһының 20 саҡрымын этеп сығара. Уларҙан Альп тауҙары формалаша ла инде.

Иң тиҙ күтәрелеш һуңғы 5 миллион йылға тура килә. Бөгөн тауҙар Альп һынылышында һәм башҡа яҡындағы һынылыштарҙа ер тетрәүҙәргә килтергән тектоник баҫым арҡаһында һаман да үҫеүен дауам итәләр.

Ярайһы уҡ күтәрелеүгә ҡарамаҫтан, Альп һынылышы буйлап сағыштырмаса хәрәкәттең күп өлөшө вертикаль түгел, ә арҡырыға бара. Икенсе яҡтан, плитаның сигенән, Төньяҡ утрауҙан төньяҡта һәм көнсығышта Хикуранги һәм Кермадек океан уйпатлыҡтарында байтаҡҡа түбәнәйеү бара. Альп һынылышында төньяҡҡа ҡарай субдукция зоналарында плиталарҙың үҙ-ара тәьҫир итешеүе Марлборо һынылыштары системаһын барлыҡҡа килтерә һәм төбәкте байтаҡҡа күтәрелеүгә килтерә.

2017 йылда ғалимдар төркөмө Альп һынылышындағы ҙур булмаған Ватароа ҡаласығы аҫтында, «экстремаль» гидротермаль әүҙемлек табылды тип хәбәр итә.

Климаты үҙгәртергә

Яңы Зеландияла дымлы диңгеҙ уртаса климаты, ә Көньяҡ Альп тауҙары өҫтөнлөк иткән көнбайыш һауа ағымына перпендикуляр урынлашҡан. Төбәк эсендә яуым-төшөмдөң йыллыҡ күләме көнбайыш яр буйында 3000 мм-ҙан, төп һыу айырғыс янында яҡынса 15 000 мм һәм төп һыу айырғыстан көнсығышҡа табан 1000 мм-ға тиклем үҙгәрә. Яуым-төшөмдөң был ҙур күләме ҡар һыҙығынан өҫтә боҙлоҡтарҙың үҫеүенә булышлыҡ итә. Ҙур боҙлоҡтарҙы һәм ҡар баҫыуҙарын төп һыу айырғыстың көнбайышында йәки эсендә, ә көнсығыш яғында бәләкәйерәк боҙлоҡтарҙы күрергә мөмкин[13].

Флора һәм фауна үҙгәртергә

Тауҙарҙың үҫемлектәр донъяһы бай: ил үҫемлектәре төрҙәренең яҡынса 25 проценты альп үҫемлектәре үҫкән мөхиттәрҙә һәм көтөүлектәрҙә осрай. Көнсығыш яҡтағы тәпәшерәк ҡалҡыулыҡтарҙа нотофагус төрөнә ҡараған ағастар өҫтөнлөк итә. Ел иҫкән, һалҡын битләүҙәрендә урман һыҙаты өҫтөндә ауған ағас өйөмдәре осрай. Көнсығышта Көньяҡ Альп тауҙары Кентербери-Отаго түңгәкле болондарына төшә. Альп шарттарына яраҡлаштырылған үҫемлектәр эсенә хебе, йыланъяпраҡ һәм копросма, шулай уҡ күрән кеүек ағас ҡыуаҡлыҡтар инә[14].

Тауҙар фаунаһы эндемик яңы зеланд кесерткән турғайы[15], шулай уҡ ошо бейеклектәргә яраҡлашҡан себендәр, күбәләктәр, ҡуңыҙҙар һәм бал ҡорттарынан тора. Түбәнерәк бейеклектәге бук урмандары ҙур һоро киви һәм Нестора-кака ҡоштары өсөн мөһим йәшәү мөхите[15]. Бейегерәк һәм һалҡыныраҡ ҡалҡыулыҡтарҙа кеа осрай. Был ҡасандыр ҡоротҡос тип һунар ителгән донъялағы берҙән-бер бейек тау тутыйғошо[15].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Peakbagger.com
  2. Beck Alan Copland. Topography // Te Ara – the Encyclopedia of New Zealand. — 2009.
  3. Taonga, New Zealand Ministry for Culture and Heritage Te Manatu 1. – Mountains – Te Ara: The Encyclopedia of New Zealand. www.teara.govt.nz. Архивировано 6 май 2015 года.
  4. Southern Alps - Peakbagger.com. www.peakbagger.com. Дата обращения: 14 февраль 2019.
  5. Height of NZ's tallest peak Aoraki/Mt Cook slashed by 30m (ингл.) (15 ғинуар 2014). Дата обращения: 14 февраль 2019.
  6. Aoraki/Mount Cook, Canterbury (ингл.). NZ Topo Map. Дата обращения: 14 февраль 2019.
  7. Chinn TJ (2001). «Distribution of the glacial water resources of New Zealand». Journal of Hydrology 40 (2): 139–187. 2008 йыл 16 октябрь архивланған.
  8. Air New Zealand Almanack / Lambert M. — Wellington: New Zealand Press Association, 1989. — P. 165.
  9. Charlie Mitchell. When the world's glaciers shrunk, New Zealand's grew bigger, Stuff (15 февраль 2017).
  10. Reed, 1975
  11. Orsman, H. and Moore, J. (eds) (1988) Heinemann Dictionary of New Zealand Quotations, Heinemann, Page 629.
  12. Ngāi Tahu Claims Settlement Act 1998. Дата обращения: 30 октябрь 2018.
  13. (2010) «New Zealand Glacier Monitoring: End of Summer Snowline Survey 2010».
  14. Ҡалып:WWF ecoregion
  15. 15,0 15,1 15,2 Hugh A. Robertson, Barrie D. Heather & Derek J. Onley. Hand Guide to the Birds of New Zealand. — USA: Oxford University Press, 2001. — 168 с.

Әҙәбиәт үҙгәртергә