Кәбән

Бесән өйөмө

Кәбән — түбәһенә табан ослая барған бейек, ҙур бесән өйөмө. Бесән, һалам йәки көлтә тығыҙлап тултырып, асыҡ һауала һаҡланырға ҡалдыралар [1][2]. Кәбәнде ғәҙәттә күп күбәнән ҡоялар.

Кәбән
Рәсем
 Кәбән Викимилектә
Кәбән. Эстән аҫ яҡтан һайғауҙар ҡуйып ҡыуышлыҡ ҡалдырыла

Дүрткелләп оҙонса итеп һалынған бесән өйөмө эҫкерт, ә һаламдан ҙур түңәрәкләп һалынғаны ҙурат тип атала[3][4][5][6].

Кәбән ҡойоу үҙгәртергә

 
Кәбәндәр. Белорет районы

Кәбән эҫкерттән формаһы буйынса айырыла . Эҫкерт дүрткел оҙонса итеп һалына, ә кәбән түңәрәк формала, радиусы 2 метрлап, бейеклеге 5-7 метр була. Төҙ торһон өсөн уртаһында махсус ҡолға — үҙәк ҡаҙайҙар, 4 яҡлап саталы ағас- таған беркетелә. Әгәр күләме ярайһы ҙур булырға тейеш булһа, тағы бер нисә ерҙән үҙәккә диагональ буйынса һайғауҙар терәтелә. Үҙәкте ныҡлы ағастан, йышыраҡ ҡайындан яһайҙар.

Таған төбөнә арҡыс-торҡос итеп ваҡ ағастар һалына,бесәнде ергә һалырға ярамай, дым тартып,һыулана. Шунан һуң киптереп йыйған бесәнде тәүҙә таған эсенә һала башлайҙар һәм шулай итеп бесәндең самаһына ҡарап, яйлап ҡына көмбәҙ рәүешле итеп күтәрәләр.Күпмелер ҡойғас,кәбән башына бер кеше мендерәләр һәм ямғыр үтмәҫлек итеп ослайҙар.Кәбән башындағы кешене арҡан йәки кәртә ҡулланып һаҡ ҡына төшөрәләр.

Кәбәнде ослау оҫталыҡ талап итә, бесәнде кәбән эсенә һыу үтмәҫлек, ҡырынан ағып төшөп китерлек итеп тығыҙлап һалырға кәрәк.Оҫта кәбән ҡойоусылар кәбән башында кеше тормаһа ла бесәнде төҙөк итеп өйөп ҡуялар. Ел осороп тормаһын өсөн кәбән башына остары бәйләнгән ботаҡтар һалалар.

Бындай кәбәндәр икешәр-өсәр йыл тора, башҡорттар уларҙы "аҙау кәбән" тип атай.

Кәбәндең күләмен һәм ауырлығын үлсәр өсөн махсус методика бар, уны Бөтә Союз фәнни-ғәмәли институт әҙерләгән[7].

Топонимикала үҙгәртергә

Башҡортостанда Кәбәнташ тигән ҡая бар. Улар күренеше менән кәбәнгә оҡшап та тора [8].

Шулай уҡ ҡара үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Стог, Толковый словарь Ушакова.
  2. Стог, Большая советская энциклопедия. — М.: Советская энциклопедия 1969—1978.
  3. Стог 2015 йыл 22 ноябрь архивланған., Сельскохозяйственный словарь-справочник.
  4. Омёт, Большая советская энциклопедия. — М.: Советская энциклопедия 1969—1978.
  5. Скирда, Большая советская энциклопедия. — М.: Советская энциклопедия 1969—1978.
  6. Скирда 2017 йыл 17 август архивланған., Толковый словарь Ожегова.
  7. Андреев Н. Г. Учёт сена // Полеводство и луговое кормопроизводство. — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Агропромиздат, 1989.
  8. Легенда горы "Кәбәнташ"