Күҫәләр

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһының Салауат районындағы ауыл

Күҫәләр (рус. Куселярово) — Башҡортостан Республикаһының Салауат районындағы ауыл, Арҡауыл ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 171 кеше булған[2]. Почта индексы — 452493, ОКАТО коды — 80247810003.

Ауыл
Куселярово
башҡ. Күҫәләр
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Салауат

Ауыл биләмәһе

Арҡауыл

Координаталар

55°23′50″ с. ш. 57°52′47″ в. д.HGЯO

Халҡы

171[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452493

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 247 810 003

ОКТМО коды

80 647 410 111

Куселярово (Рәсәй)
Куселярово
Куселярово
Күҫәләр (Башҡортостан Республикаһы)
Куселярово

Географик урыны үҙгәртергә

Күҫәләр ауылы Йүрүҙән йылғаһы буйында, район үҙәге Малаяҙ ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 37 километр һәм Кропачёво (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡҡа табан 67 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Тарихы үҙгәртергә

Күҫәләр ауылына Себер даруғаһы Мырҙалар улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған, ауыл 1765 йылғы мәғлүмәттәрҙән билдәле. Йорт старшинаһы Томансин Рәхимғол ауылы тигән атама менән дә теркәлгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Күҫәләр ауылында мәсет, һыу тирмәне булған[4].

Биләмә берәмектәренә инеүе үҙгәртергә

Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1757 Мырҙалар улусы Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 10-сы йорт 8-се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 10-сы йорт 8-се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 10-сы йорт 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 10-сы йорт 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 Мырҙалар улусы Өфө өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 Мырҙалар улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы   РСФСР
1926 Мырҙалар улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы   СССР
1935 Арҡауыл ауыл советы Малаяҙ районы Башҡорт АССР-ы   СССР
1941 Арҡауыл ауыл советы Салауат районы Башҡорт АССР-ы   СССР
1990 Арҡауыл ауыл советы Салауат районы Башҡортостан Республикаһы   Рәсәй Федерацияһы

Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше үҙгәртергә

1795 йылда Күҫәләр атамалы ике ауыл булған. Береһендә 6 хужалыҡ һәм 29 кеше булған. Был төп тораҡ утары булған. Икенсеһендә 28 хужалыҡта 145 кеше, шул иҫәптән Урман-Көҙәй улусынан килгән 5 башҡорт ир-ат керҙәш йәшәгән. Артабанғы рәүиздәр бер ауылды ғына иҫәпкә алған.

Йүрүҙән йылғаһы ярындағы Күҫәләр ауылы Өфө ҡалаһынан 152 саҡрымда һәм ауыл хужалығы аҙыҡ-түлеге менән сауҙа иткән төп урындан, Арҡауылдан, 2 саҡрымда урынлашҡан. Төп ер биләмәһе ауыл эргәһендә, икенсеһе — Урмантау ҡулында урынлашҡан булған. Игенселек системаһы дөрөҫ булмаһа ла өс баҫыулыға яҡын булған. Арыш, һоло, борай, ҡарабойҙай, бойҙай, арпа, етен сәселгән.

1816 йылда Күҫәләрҙә 27 хужалыҡта 178 кеше йәшәгән. Үҙенең улдары Ҡарай, Сәйетбаттал, Йомаҙил менән йорт старшинаһы 72 йәшлек Рәхимҡол Томансин (алдағы старшина Томансы Йыуашкиндың улы), шулай уҡ указлы мулла һәм Әҙелгәрәй йәшәгән.

1834 йылда 280 кеше йәшәгән. Һәм 27 хужалыҡтың 16-һында (59 %) күп ҡатынлы ир-ат йәшәгән[5].

1842 йылда 312 кешегә 75 сирек ужым һәм 421 сирек яҙғы ашлыҡ сәскәндәр. 4 сирек участкаға ҡайһы бер хужалыҡтар картуф сәскән. 2 тирмән, хужалыҡтарҙа 4 елгәргес, 2 сорттарға айырыусы ҡоролма һәм 1 һуҡҡыс булған. Йәшелсә баҡсалары ла булған. 51 хужалыҡта 355 ат, 205 эре мөгөҙлө мал, 189 һарыҡ һәм 53 кәзә булған. Бөтә ауыл йә айырым хужалар тарафынан ерҙәрен ҡуртымға биреү алымы ҡулланылған. Тирмән ҡуйыу урынын һәм Оло Айыр, Бүжәй йылғаларында эшләгән һыу тирмәндәрен ҡуртымға биргәндәр. 2 бакалея кибете булған. Мәсет тә булған.

1859 йылда 74 хужалыҡта 368 кеше йәшәгән. 1865 йылда 80 йортта — 399 кеше йәшәгән.

1890 йылдан Күҫәләрҙә Дыуан улусынан килгән урыҫтар ҙа йәшәгән[6][4].

Ауылдың XX быуаттағы һәм хәҙерге ваҡыттағы үҫеше үҙгәртергә

1906 йылда Күҫәләр ауылында мәсет, бакалея кибете теркәлгән. 1920 йылғы совет йәниҫәбе 100 хужалыҡта йәшәгән 527 кешене иҫәпкә алған. Әлеге ваҡытта башланғыс мәктәп (Арҡауыл урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.

XIX быуат аҙағында нигеҙ һалынған Советтар Союзы Геройы Головин Алексей Степановичтың тыуған ауылы Митюшинский ҡасабаһы XX быуаттың 1970‑се йылдарынан Күҫәләр ауылына ҡушылған[4].

Халыҡ һаны үҙгәртергә

Күҫәләр ауылында башҡорттар йәшәй.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1906 йыл 520
1920 йыл 26 август 527
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 401
1959 йыл 15 ғинуар 367
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 202
2002 йыл 9 октябрь 241
2010 йыл 14 октябрь 171 89 82 52,0 48,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле шәхестәре үҙгәртергә

Күҫәләрҙә тыуып-үҫкәндәр үҙгәртергә

Хәтер үҙгәртергә

Урамдары үҙгәртергә

  • Бәләкәй Күҫәләр урамы (рус.  Малый Куселяр (улица)
  • Үҙәк урам (рус.  Центральная (улица)
  • Митюшин урамы (рус.  Митюшинская (улица)
  • Яр буйы урамы — (рус.  Набережная (улица)[9]

.

Тирә-яҡ мөхит үҙгәртергә

Ер-һыу атамалары

Күҫәләр көкөртлө һыу сығанаҡтары — Салауат районының 2-се Иҙелбай һәм Күҫәләр ауылдары араһында Йүрүҙән йылғаһының һул битләүендә урынлашҡан. Күҫәләр ауылынан көнбайышҡа табан 1, 5 км алыҫлыҡта минераль һыу сығанаҡтарының беренсе (төп) төркөмө ята. Йылғанан 25 м алыҫлыҡта тәбиғи һыу өҫкә сыға; унан көнбайышҡа табан 650 м алыҫлыҡта — Әсе сығанағы урынлашҡан (упҡындың диаметры 4, 5 м, тәрәнлеге — 10 м), төбөндә минераль ләм ята, ҡалынлығы 1 м. Күҫәләр ауылы эргәһендә, йылғаның туғай өҫтө киртләсендә, 2-се (скважиналы) төркөм һыу сығанаҡтары урынлашҡан. Күҫәләр көкөртлө һыу сығанаҡтары тирә-яғындағы ландшафт ҡатнаш урмандарҙан һәм ҡоро болондарҙан тора.

Тауҙар:

Йылғалар, шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары:

1917 йылғы ауыл хужалығын иҫәпкә алыу карточкалары үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Ҡушаматтар үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с. (рус.) ISBN 978-5-87691-038-7.
  • С. Г. Сабирьянова. Земля салаватская, земля батыра. — Уфа: Гилем, 2010. — 400 с..

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Күҫәләр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. 4,0 4,1 4,2 Күҫәләр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. ЦГИА РБ. Ф.138. Оп.2. Д.459 (1834 г.)
  6. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  7. Башҡорт энциклопедияһы — Головин Алексей Степанович
  8. Администрация муниципального района Салаватский район. Официальный сайт. Почётные граждане: Головин Алексей Степанович 2021 йыл 23 апрель архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 31 март 2021)
  9. Карта д. Куселярово. Улицы