Күҙәнәк бүленеүе

Инә күҙәнәктән бала күҙәнәктәр барлыҡҡа килеү процесы.

Күҙәнәк бүленеүе — инә күҙәнәктән бала күҙәнәктәр барлыҡҡа килтереү процесы.

Күҙәнәк бүленеүе
Рәсем
Продукция daughter cell[d]
Биологическая фаза M phase[d]
 Күҙәнәк бүленеүе Викимилектә

Үрсеү тереклек асылының иң мөһим һыҙаттарының береһен тәшкил итә. Бактерияларҙан алып һөтимәрҙәргә тиклем бөтә тере организмдар ҙа үрсеүгә һәләтле.

Хайуан һәм үҫемлектәрҙең һәр төрөнөң йәшәүе, ата-инә заттар менән йәш быуын араһындағы күсәгилешлелек тик үрсеү арҡаһында ғына һаҡланып килә.

Молекуляр кимәлдә был процестың нигеҙендә (шартлы рәүештә уны үрсеү тип атарға мөмкин) ДНК молекулаларының үҙенән-үҙе икеләтә артыуға һәләтлелеге ята. күренә.

Күҙәнәк кимәлендә бүленеү юлы менән үрсеүгә митохондриялар һәм хлоропластар кеүек органоидтар һәләтле.

Бер күҙәнәкле организмдар бүленеү юлы аша енси булмаған ысул менән үрсей. Шулай уҡ бүленеү юлы менән гаметалар барлыҡҡа килтереп енси юл менән үрсергә лә һәләтлеләр.

Күп күҙәнәкле организмдар күҙәнәктәре бүленеү һөҙөмтәһендә үҫә һәм үҫешә, енси булмаған һәм енси юл менән үрсей.

Шулай итеп, организмдарҙың үҫеү, үҫешеү, енси һәм енси булмаған үрсеүҙәре нигеҙендә күҙәнәктең бүленеүе ята.

Прокариот күҙәнәктәрҙең буленеүе үҙгәртергә

Прокариоттар икегә бүленеп үрсей. Башта ДНК молекулаһы күҙәнәк уртаһында бер осо менән күҙәнәк мембранаһына беркетелә.

Унан репликация һөҙөмтәһендә бер иш ике ДНК молекулаһы хасил була. Күҙәнәк оҙоная. Уртанан әкренләп арҡыры бүлге яһала һәм ДНК молекулалары айырыла.

Бала күҙәнәктәр айырылып китә йәки бер-береһененән айырылмайынса үҙенсәлекле төркөмдәр — сылбыр, пакет һәм башҡа төр колония төҙөп ҡалырға мөмкиндәр.

Эукариот күҙәнәктәрҙең буленеүе үҙгәртергә

Эукариот күҙәнәктәрҙең буленеүе ике этаптан тора: күҙәнәк ядроһы бүленеүенән (кариокинез) һәм цитоплазма буленеүенән (цитокинез). Эукариот күҙәнәктәрҙә ядро бүленеүе амитоз, митоз (соматик күҙәнәктәрҙә) һәм мейоз (енси күҙәнәктәрҙә) ысулдары менән бара.

Амитоз үҙгәртергә

Амитоз, йәки тура бүленеш ысулында интерфаза хәлендәге ядро һуҙыла, уртаһынан бүлге барлыҡҡа килеп икегә айырыла. Унан һуң цитоплазма бүленә.

Был осраҡта бүленеү орсоғо барлыҡҡа килмәй. Бүленеү өсөн киткән энергия сығымдары ҙур булмай. Ундай бүленеү юлы бер күҙәнәкле организмдарҙа, ҡартайған күҙәнәктәрҙә, мускул һәм тоташтырғыс туҡымаларҙа, яман шеш күҙәнәктәрендә күҙәтелә.

Митоз үҙгәртергә

Митоз (гр. «митос» — еп, тура булмаған бүленеү ысулы) — эукариот күҙәнәктәр бүленеүенең төп ысулы. Митоз осрағында орсоҡ ептәренән торған махсус бүлеү аппараты барлыҡҡа килә. Шуның һөҙөмтәһендә ике бала күҙәнәк ядролары араһында хромосомалар тигеҙ итеп бүленә, хромосомалар һаны һаҡлана. Һәр бала ядроға нәҫел информацияһын теүәл итеп тапшырыла.

Мейоз үҙгәртергә

Мейоз — гаметалар барлыҡҡа килеү ысулы. Был бүленеш һөҙөмтәһендә енес күҙәнәктәрендә хромосомалар һаны ике тапҡырға кәмей (редукция). Тәүге тапҡыр был күренеште В. Флемминг 1882 йылда хайуан күҙәнәктәрендә аса, күҙәтә һәм һүрәтләй. 1888 йылда Э. Страсбургер үҙемлек күҙәнәктәренә лә хас икәнен асыҡлай.

Бүленеүгә әҙерлек үҙгәртергә

Митоз һәм мейоз алдынан эукариот күҙәнәктәр әҙерлек этабы үтә. Әҙерлек осоронда (интерфаза)әүҙем рәүештә һәр төрлө аҡһымдар синтезлана, АТФ запаслана, ДНК һәм күҙәнәктең башҡа мөһим структуралары икеләтелә.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • А. О. Рувинский. «Общая биология. Для углубленного изучения биологии». Издательство «Просвещение».
  • Ю. Н. Лемеза. «Биология. Вопросы повышеной трудности». Издательство «Айрис», 1998 г.
  • Н. Д. Андреева. «Биология». Издательство «Союз» 2002 г.
  • А. В. Кленова. «Биология для поступающих в ВУЗы». Издательство «Учитель», 1997 г.