Күлдәк

ҡатын-ҡыҙҙар кейеме

Күлдәк — рус. Плáтье — ҡатын-ҡыҙҙар кейеме предметы, мотлаҡ ярайһы оҙон итәкле, кәүҙәне һәм аяҡтарҙың өҫкө өлөшөн ҡаплап торорға тейеш.

Күлдәк
Рәсем
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 10 057
 Күлдәк Викимилектә

Башҡорт халҡында күлдәк атамалары үҙгәртергә

Башҡорт халҡында күлдәктәр туҡымаһынан тыш, тәғәйенләнешенә ҡарап, төрлө исем йөрөтә:

  • Ауыл күлдәге (йәки кешелеккә кейә торған) — кеше араһына сыҡҡанда кейә торған күлдәк.
  • Көсөк күлдәк (эт күлдәге) — боронғо йола буйынса бала тыуғас та кейҙерелә торған күлдәк.
  • Ожмах (йәки йәннәт) күлдәге — мәйеткә кәфен эсенән текмәй генә яһап кейҙергән күлдәк
  • Эске күлдәк — өҫтән кейә торған күлдәк эсенән кейелә торған еңһеҙ, йоҡа күлдәк
  • Кейәү күлдәге — кейәүгә ата-инәһе тотторған күлдәк
  • Ҡорос (йәки тимер) күлдәк — ҡорос дүңгәләктәрҙән эшләнгән һуғыш кейеме[1].
 
Башҡорт ҡатын-ҡыҙы. 1787 йылғы һүрәт.Клод-Луи Десроның рәсеме.
 
Ҡасим Дәүләткилдеев. Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы
 
Башҡорттар йыйын байрамында. XX быуат башы. Ҡатын-ҡыҙ күлдәк өҫтөнән елән, камзул, сапан һ.б. өҫкө кейем кейгән


 
Башҡорт милли кейеме байрамында (2016 йыл) Балаҡатай районы күргәҙмәһе

Тарихы үҙгәртергә

Боронғо замандан кеше оялыу тойғоһонан да, ғәмәли күҙлектән дә яланғас тәнен ҡапларға тырышҡан. Күлдәкте, башлыса, ҡатын-ҡыҙ етештерә.

Күлдәк боронғо бөркәнсектәрҙән башланып, уның бесемдәре эволюцияһы һөҙөмтәһендә, кейем төрлөлөгө арта һәм материалдар камиллаштырыла.

Мәҙәниәт һәм йолалар күлдәк тегелешенә йоғонто яһай. Риүәйәт буйынса, боронғо һиндтәрҙә башҡа енес кейемен кейгән өсөн үлем язаһы ҡаралған булған[2].

Бөгөнгә билдәле иң боронғо (ингл. Tarkhan dress) — 5000 йыл элекке күлдәк Мысырҙағы Тархан ҡалаһында 1913 йылда табылған[3][4].

Боронғо донъя үҙгәртергә

Боронғо донъяла кейем тотороҡлоҡ һәм бер төрлөлөк хас булған. Туҡымалар сағыу һәм рельефлы булған. Түш асыҡ ҡалған һәм күлдәк муйынға ике бау менән беркетеп ҡуйылған. Аҡ төҫкә өҫтөнлөк бирелгән[2].

Крит күлдәге оҙон сыбар итәкле булған, бәләкә генә алъяпҡыс тағылған, күкрәкте асыҡ ҡалдырған жилет кейелгән.

Урта быуаттар үҙгәртергә

Урта быуаттарҙа кейем ҙур байлыҡ һанала, аҫыл таштар менән биҙәлә һәм нәҫелдән-нәҫелгә мираҫ булып күсә[2].

XIII быуатта сауҙа юлдарында торған Италияла, затлы ебәк туҡымалар килеп сыға, Миланда бәрхәт етештерә башлайҙар[2].

XVI быуат үҙгәртергә

Яңырыу дәүерендә корсет менән тарттырып күкрәкте күтәреү модаға инә. Шул уҡ ваҡытта испан модаһында декольте ҡәтғи тыйыла. Ҡара төҫкә өҫтөнлөк бирелә, кринолин барлыҡҡа килә[2]. Англия королеваһы Елизавета I модаға йүнәлеш бирә. Ҡара еп менән сигеп биҙәү ҙур популярлыҡ менән файҙалана[5]..

XVI—XVII быуатта рус ҡатын-ҡыҙҙары күлдәктәре ғаиләләге йәки йәмғиәттәге тотҡан урынын билдәләй[6].

XVII быуат үҙгәртергә

Был ваҡытта Голландия мода үҙәгенә әйләнә — унда текстиль етештереү үҙәге барлыҡҡа килә. Диңгеҙселек кейемдә экзотик хайуандар һәм үҫемлектәр һүрәттәрен төшөрөүгә юл аса. мантуя (англ.) популяр булып китә[5]. Корсеттар 1680-сы йылдарға ныҡ тарала[7].

XVIII быуат үҙгәртергә

Барокко осоронда яңынан түште ныҡ асып кейенә башлайҙар, рококо осорона ул тағы ла нығыраҡ көсәйә[2]. Өс төр күлдәк алға сыға: французса, инглизсә һәм полякса

XIX быуат үҙгәртергә

Бөйөк француз революцияһынан һуң быуат башында ампир башлана, ҡупшыҡайҙар араһында үтә күренмәле туҡыма популярлыҡ яулай[2].

Индустриялаштырыу үҫеш ала, тауар етештереү арта һәм арзаная. Француз революцияһы цех закондарын юҡҡа сығара, кейемде күпләп етештереү мөмкинлеге тыуа[2].

XX быуат үҙгәртергә

Быуат башында күлдәк итәк һәм блузкаға бүленгән, ир-ат тыҡы кеүек пинжәк модаға инә (инглиз костюмы). Йәмғиәттә урта ҡатлам шунда уҡ быны ҡабул итә, уңайлылыҡҡа өҫтөнлөк бирелә[8]. Силуэт турараҡ булып китә, был Беренсе донъя һуғышына тиклем дауам итә.

XX быуатта ҡатын-ҡыҙ эмансипацияһы күлдәктәренә лә йоғонто яһай. Кейем уңайлы булыуы талап ителә. XX быуат башында аяҡты күрһәтеп йөрөй башлайҙар һәм был артабан да тәнде асыбырыҡ кейенеүгә алып бара[2].

XXI быуат үҙгәртергә

Күпләп етештерелгән кейем арзаная. Ҡулдан эшләнгән предметтар ҡул эштәре индивидуаллекте билдәләй[2].

Төрҙәре үҙгәртергә

Күлдәктәр бик күп төрлө: тегелгән йә бәйләнгән, фабрика сығарған төрҙәре бар:

Фото Атамаһы Тасуирламаһы
  Коктейль күлдәге Тантаналы осраҡтарға кейә торған яғаһыҙ, еңһеҙ, ҡыҫҡа күлдәк.
  Бәләкәй ҡара күлдәк Коктейль йәки тантанаға кейеү өсөн тубыҡҡа тиклем йәки юғарыраҡ ҡара күлдәк.
  Киске күлдәк Тантаналы осраҡтар өсөн.
  Туй күлдәге Туй һәм никах өсөн.
  Мини күлдәк Тубыҡтан өҫтәрәк ҡыҫҡа күлдәк.
  Көндөҙгө күлдәк Сasual стиле.
  Футляр күлдәк Тәнде ҡыҫып торған күлдәк.
  Этник күлдәк Этник йәки милли стилдәге күлдәк.
  «Рубашка» күлдәк Ирҙәр күлдәгенә оҡшаған күлдәк.
  Карнавал күлдәге Карнавалға кейер күлдәк.
Балалар күлдәге Ҡыҙ бала күлдәге.
  Сарафан Еңһеҙ күлдәк төрө. Ҡайһы берҙә блуза йәки футболка өҫтөнән кейелә.
  Миди-күлдәк Тубыҡтан йәки тубыҡтан түбән күлдәк, уртаса оҙонлоҡ — миди.

Шулай уҡ ҡара үҙгәртергә


Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 568-се бит
  2. 2,00 2,01 2,02 2,03 2,04 2,05 2,06 2,07 2,08 2,09 Кибалова Л., Гербенёва О., Ламарова М. Иллюстрированная энциклопедия моды / перевод: И. М. Ильинская, А. А. Лосева. — Прага: АРТИЯ, 1966.
  3. A 5,000-Year-Old Linen Dress Is the World's Oldest Woven Garment (ингл.). Hyperallergic (29 февраль 2016). Дата обращения: 13 март 2019.
  4. UCL. Tarkhan dress (ингл.). UCL CULTURE (30 август 2016). Дата обращения: 13 март 2019.
  5. 5,0 5,1 Lydia Edwards. How to Read a Dress: A Guide to Changing Fashion from the 16th to the 20th Century. — Bloomsbury Publishing, 2017. — С. 21, 23, 30, 34. — 216 с. — ISBN 9781474286251.
  6. Natalia Pushkareva. Women in Russian History: From the Tenth to the Twentieth Century. — M.E. Sharpe, 1997. — С. 120. — 340 с. — ISBN 9780765632708.
  7. Marybelle S. Bigelow. Fashion in history: apparel in the Western world. — Burgess Pub. Co., 1970. — С. 126. — 364 с.
  8. Козьякова М. И. История. Культура. Повседневность. Западная Европа: от Античности до XX века.. — М.: Согласие, 2016. — 512 с.