Күкләшев Сәлихйән Бикташ улы

Сәлихйән Бикташ улы Күкләшев (18111863, 1864 йәки 1878) — телсе, педагог-мәғрифәтсе, фольклорсы.

Сәлихйән Бикташ улы Күкләшев
Тыуған көнө

1811({{padleft:1811|4|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур, Ырымбур губернаһы

Вафат көнө

билдәһеҙ

Вафат урыны

Ырымбур, Ырымбур губернаһы

Альма-матер

Неплюев кадет корпусы, Ҡазан Император университеты

Ниндәй өлкәлә танылған

телсе, педагог-мәғрифәтсе, фольклорсы

Биография үҙгәртергә

Күкләшев Сәлихйән Бикташ улы 1811 йылдың 1 мартында Ырымбур ҡалаһында надворный советник ғаиләһендә донъяға килә. Атаһы Бикташ Күкләшев башҡорт дворяндарынан булған[1].

Башланғыс белемде мәҙрәсәлә ала. 1822 йылда уҡыуын Ырымбурҙағы Неплюев исемендәге хәрби училищела[2] дауам итә. Уны 1831 йылда тамамлағас, Ырымбур сик буйы комиссияһында тәржемәсе булып эшләй.

1831 йылдың 4 мартында Ырымбур хәрби губернаторы «училищеның сығышы буйынса башҡорт тәрбиәләнеүселәренән бер төркөмдө йыл һайын Ҡазан Император университетының медицина факультетына ебәреү тураһында» күрһәтмә сығара. Һәм ошо күрһәтмәгә ярашлы, Сәлихйән Күкләшев 1832 йылдың мартында Ҡазан университетынының медицина факультетына уҡырға ебәрелә, ә 1834 йылда филология факультетының көнсығыш бүлегенә күсә[3].

1836 йылда университетты фән кандидаты дәрәжәһендә тамамлағандан һуң, Сәлихйән Күкләшев кире Ырымбурға ҡайта һәм Неплюев кадет корпусында көнсығыш телдәрен — фарсы һәм ғәрәп телдәрен уҡыта башлай.

1850—1859 йылдарҙа бер үк ваҡытта Ырымбур сик буйы комиссияһындағы мәктәптә тәрбиәсе булып та эшләй. 1859 йылда Сәлихйән Бикташ улы Күкләшев коллеж советнигы чинында хаҡлы ялға сыға.

Уның вафат булыу урыны Ырымбур ҡалаһы икәнлеге бәхәс тыуҙырмаһа, ә бына вафат булыу йылы аныҡ билдәле түгел: Башҡорт энциклопедияһы авторҙары 1863 йәки 1878 йыл тип һанаһалар[4], ә Ғиниәтулла Ҡунафин асыҡлауы буйынса — 1864 йыл[1].

Ғилми эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Күкләшев Сәлихйән Бикташ улы төркиҙән тыш рус, фарсы, ғәрәп, француз, латин, немец телдәрен белгән. Уҡытыусы булып эшләгән осорҙа, кешеләрҙе донъя әҙәбиәте ҡомартҡылары менән таныштыра. Башҡорт һәм татар фольклоры өлгөләрен йыя, Урал-Волга буйы әҙәбиәтен өйрәнә[4].

Йыйылған ғилми материалдары «Диуане хикәйәте татар» («Татарская хрестоматия»; 1859, 1870, 1895) китабында баҫылып сыға. Был хеҙмәтендә Сәлихйән Күкләшев Урал-Волга буйы төркийендә бер нисә стиль — канцеляр һәм ғилми стилдәр айыра. Китаптың баш һүҙендә ул былай итеп яҙа: «Бөтә төрөк һәм татар ҡәбиләләре һөйләшкән һәм яҙған телдәр „төрки тел“ исеме аҫтында билдәле». Сәлихйән Күкләшев бөтә төрки телдәрҙе сығатай, төрөк һәм татар төркөмдәренә бүлә. Татар төркөмөнә башҡорт, ҡаҙаҡ, ҡарасай, ҡараҡалпаҡ, ҡумыҡ, нуғай, мишәр һәм татар телдәрен индергән[5].

Тағы ла хрестоматияла 35 самаhы әкиәт, хикәйәт, көләмәс бирелгән, һәм уларҙан hуң шәжәрәләр нигеҙендә тыуған тарихи-әҙәби яҙмаларҙың өлгөләре килтерелә («Fайса улы Әмәт» hәм башҡалар). Айырым бүлеккә ул башҡорт суфый шағирҙарының әҫәрҙәрен, аноним поэзия өлгөләрен урынлаштыра. Улар араhында Һибәтулла Салиховтың «Тәндә йәнем», Әбделмәних Ҡарғалының «Йыhангир ханға» кеүек шиғырҙары бар. Мәҡәлдәрҙә, әйтемдәрҙә һәм «Диуане хикәйәте татар» хрестоматияһындағы башҡа материалдарҙа башҡорт теленә хас фонетик үҙенсәлектәрҙе, лексик берәмектәрҙе асыҡ төҫмөрләргә мөмкин[1].

Ҡушымта рәүешендә «Диуане хикәйәте татар» хрестоматияһына башҡорт, ғәрәп, ҡаҙаҡ, татар, төрөк һәм фарсы һүҙҙәренән торған һүҙлек (4000 самаһы лексик берәмек) нәшер итә.

Наградалары һәм званиелары үҙгәртергә

  • Коллеж сәркәтибе (1836)
  • Өлкән уҡытыусы (1848)

Хеҙмәттәре үҙгәртергә

  • Татарская хрестоматия. Казань, 1859.
  • Словарь къ татарской хрестоматии. Казань, 1859. 106 с.
  • Сборник татарских рассказов. 1859.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Вильданов А. Х., Кунафин Г. С. Башкирские просветители-демократы XIX века. — М.: Наука, 1981.
  • Ҡунафин Ғ. С. Замандарҙың рухи һулышы. Өфө, 2006.
  • Яйыҡбаев К. Я. Мәғрифәтсе мөғәллимдәр, күренекле уҡытыусылар һәм мәғәриф хеҙмәткәрҙәре: тарихи-педагогик очерктар һәм һүрәтләмәләр. 1-се китап. Өфө, 2003.

Һылтанмалар үҙгәртергә