Куприянов Иван Дмитриевич

Куприянов Иван Дмитриевич (2 сентябрь (15 сентябрь) 1910 йыл — 20 апрель 1962 йыл) — нефтсе-геолог. Социалистик Хеҙмәт Геройы.

Куприянов Иван Дмитриевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 15 сентябрь 1910({{padleft:1910|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Тимбаево[d], Q42285373?, Буинский уезд[d], Ҡазан губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 20 апрель 1962({{padleft:1962|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (51 йәш)
Вафат булған урыны Октябрьский, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Сталин премияһы Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы

Биографияһы үҙгәртергә

Иван Дмитриевич Куприянов 1910 йылдың 2 сентябрендә Тинбай ауылында (хәҙер Татарстан Республикаһының Быуа районы). Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1929 йылда Үрге Чусовскийҙа кочегар булып башлай. 1930 йылда Үрге Чусовский уҡыу комбинатына быраулаусылар курсына уҡырға ебәрелә, уны тамамлағас, 1931 йылда Кизелгә (Пермь өлкәһе) нефть разведкаһы барыулаусыһы ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә. Һөнәри үҫеше «Ишембайнефть» (1933—1943) тресының быраулау контораһы быраулаусыһы вазифаһынан башлана; һуңынан «Башнефть» берекмәһенең яңы асылған Ишембай нефть ятҡылында «Туймазабурнефть» тресының 1-се быраулау контораһының буровой мастеры (1943—1961). 1943 йылдың сентябрендә Туймазы ятҡылығында нефть сығарыуҙы киңәйтеүгә бәйле, Октябрьскийға, «Башнефть» берекмәһенең «Туймазанефть» тресының 1-се быраулау контораһына күсерелә. СССР‑ҙа тәүге тапҡыр быраулауҙың турбиналы ысулын, турбина менәнн быраулағанда скважиналарҙың төп үҙәген һыу менәнн йыуҙырыу аша тиҙләтелгән режим ҡуллана.

Юғары хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1948 йылдың 3 майындағы Указы менән И. Д. Куприяновҡа «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

1962 йылға тиклем «Башнефть» берекмәһе системаһында эшләй.

«И. В. Сталин иптәштең тыуыуына 70 йыл тулыуға бәйле комитетҡа» инә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948 йыл 8 май)
  • Ленин ордены (1948)
  • Өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы (1950)
  • миҙалдар.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә