Культурология

мәҙәниәтте бер бөтөн структура итеп өйрәнеү ғилеме

Культуроло́гия ( лат. cultura — эшкәртеү, ер эшкәртеү, тәрбиәләү; бор. грек. λόγος — мысль как причина) — культураны (мәҙәниәтте) бер бөтөн структура итеп тикшереүҙәр барыһы бергә.

Культурология
 Культурология Викимилектә

«Культурология» терминын [1][2] Америка антропологы Лесли Уайт социаль фәндәр комплексында яңы фән өлкәһенең атамаһы итеп тәҡдим итә. Ләкин сит ил классификацияһы буйынса культурология айырым фән булараҡ танылмай[3]. Инглиз телендә һөйләшкән илдәрҙә был фән өлкәһе ингл. Cultural studies, немец телендә һөйләшкәндәрҙә — нем. Kulturwissenschaft тип атала. Европа һәм Америкала культура феномены башлыса социаль-этнография мәғәнәһендә аңлатыла, шуға күрә фәндең нигеҙе тип культура антропологияһы атала.

Культурология предметы үҙгәртергә

Культурология предметы — культура (мәҙәниәт) феноменын кешеләрҙең тарихи һәм социаль тәжрибәһенән сығып өйрәнеү. Был тәжрибә айырым ҡағиҙәләрҙә, закондарҙа һәм кеше эшмәкәрлегенең айырым һыҙаттарында һынланыш таба, быуындарҙан-быуынға рухи ҡиммәттәр йүнәлеше һәм идеалдары рәүешендә күсә килә, философия, дин, сәнғәт һәм хоҡуҡтың «культура текстарында» интерпретациялана.

Культурологияның бөгөнгө мәғәнәһе - кешене культура (мәҙәниәт) тыуҙырыусы кимәлендә өйрәтеү. Маҡсаттары һәм предмет өлкәләренә, белем кимәле һәм йомғаҡлауға бәйле фундаменталь һәм ғәмәли культурологияны айыралар.

Фундаменталь культурология- культура (мәҙәниәт) феноменын теоретик һәм тарихи яҡтан өйрәнә, категориялар аппаратын һәм тикшеренеү ысулдарын эшләп сығарыу менән шөғөлләнә; был кимәлдә мәҙәниәт фәлсәфәһен (культура философияһын) айырып күрһәтергә була.

Ғәмәли культурология- мәҙәниәт( культура) тураһындағы фундаменталь белемдәргә таянып, уның иҡтисади, сәйәси, дини, һынлы сәнғәт бүлектәрен алдан күҙаллау, проектлау һәм культурологик процесстарҙы көйләү маҡсатынан сығып өйрәнә.

Рәсәйҙә культурология үҙгәртергә

Рәсәйҙә культурология фәненең аяҡҡа баҫыуы ғалим Эдуард Саркисович Маркарян (1929—2011) исеменә һәм уның тәүге культурология буйынса 1960—1970-се йылдарҙа алып барған, совет фәненең яңы йүнәлешен булдырған тикшеренеүҙәренә бәйле[4][5]. 1980—1990-се йылдарҙа культурология Рәсәйҙә рәсми таныла, фән һәм юғары белем биреүҙең яңы йүнәлешенә әйләнә[6].

Рәсәй Федерацияһында түбәндәге төп культурология мәктәптәре барлыҡҡа килә:

  • культура (мәҙәниәт) философияһы (А. И. Арнольдов, Г. В. Драч, Н. С. Злобин, М. С. Каган, В. М. Межуев, Ю. Н. Солонин, М. Б. Туровский һәм башҡалар);
  • культура (мәҙәниәт) теорияһы (Б. С. Ерасов, А. С. Кармин, Вал. А. Луков, Вл. А. Луков, А. А. Пелипенко, Э. В. Соколов, А. Я. Флиер һәм башҡалар);
  • культура (мәҙәниәт) тарихы (С. Н. Иконникова, И. В. Кондаков, Э. А. Шулепова, И. Г. Яковенко һәм башҡалар);
  • культура (мәҙәниәт) социологияһы (А. С. Ахиезер, Л. Г. Ионин, Л. Н. Коган, А. И. Шендрик һәм башҡалар);
  • культура антропологияһы (А. А. Белик, Э. А. Орлова, А. С. Орлов-Кретчмер, Ю. М. Резник һәм башҡалар);
  • ғәмәли культурология (О. Н. Астафьева, И. М. Быховская һәм башҡалар);
  • сәнғәт культурологияһы (К. Э. Разлогов, Н. А. Хренов һәм башҡалар);
  • культура (мәҙәниәт) семиотикалары (Вяч. Вс. Иванов, Ю. М. Лотман, Е. М. Мелетинский, В. Н. Топоров, Б. А. Успенский һәм башҡалар);
  • культурология буйынса белем алыу (Г. И. Зверева, А. И. Кравченко, Т. Ф. Кузнецова, Л. М. Мосолова һәм башҡалар).

1992 йылдан башлап, Рәсәй культурология институты исемле фәнни-тикшеренеү институты (элекке музейҙарҙы өйрәнеү һәм тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын һаҡлау фәнни тикшеренеү институты). Һуңыраҡ Мәскәүҙәге үҙәк бүлектән тыш Рәсәй культурология институтының өс филиалы асыла: Себер ( 1993 йылда Омскийҙа), Санкт-Петербург ( 1997 йылда) һәм Көньяҡ филиалы (2012 йылда Краснодарҙа). 2014 йылда Культурология институты Д.С.Лихачев исемендәге Рәсәй мәҙәни һәм тәбиғи ҡомартҡылар тикшеренеү институтына ҡушыла .

2006 йылда Рәсәйҙең бик күп культурологтарын берләштергән Фәнни-ағартыу культурологтар йәмғиәте (Научно-образовательное культурологическое общество (НОКО)) булдырыла[7].

Рәсәй юғары уҡыу йорттарында 1990-сы йылдарҙан башлап, культурология белгестәре әҙерләнә, диссертация советтары мәҙәниәт тарихы , теорияһы һәм философияһы, философия антропологияһы буйынса ғилми дәрәжә һәм исем бирә. Фәнни-тикшеренеү йүнәлеше булараҡ, культурология үҫеш юлында, сөнки хәҙерге донъя үҫешенең мәҙәниәткә табан боролған ( «культуроцентрическая») йүнәлеше кеүек социаль һәм мәҙәни процесстарҙың әһәмиәте арта бара (Глобализация, Мультикультурализм һәм башҡа)[8].

Ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмә үҙгәртергә

  1. White, Leslie The Evolution of Culture: The Development of Civilization to the Fall of Rome. — New York: McGraw-Hill, 1959 год.
  2. White, Leslie "The Concept of Cultural Systems: A Key to Understanding Tribes and Nations. — New York: Columbia University Press, 1975.
  3. Культурология. Российский фонд фундаментальных исследований. Дата обращения: 27 декабрь 2009. Архивировано 24 август 2011 года.
  4. Большая биографическая энциклопедия. 2009 год.
  5. Маркарян Э. С. Очерки теории культуры. Ереван: Изд-во АН Армянской ССР, 1969; Маркарян Э. С. О генезисе человеческой деятельности и культуры. Ереван: Изд-во АН Армянской ССР, 1973 и др.
  6. См.: Кертман Л. Е. История культуры стран Европы и Америки (1870—1917). М.: Высшая школа, 1987 и др.
  7. Флиер А. Я. Культурология 2019 йыл 10 декабрь архивланған. // Большая российская энциклопедия
  8. Гуревич П. С. Культурология: учебное пособие. М: Знание, 1996. С. 27-33.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә