Кулакова Анна Ильинична

сәнәғәт алдынғыһы

Кулакова Анна Ильинична (22 март 1929 йыл — 17 август 1992 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы машиналары эшләү алдынғыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1974).

Кулакова Анна Ильинична
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 22 март 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Тыуған урыны Алтай крайы, РСФСР, СССР
РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 17 август 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (63 йәш)
Вафат булған урыны Новосибирск өлкәһе, Рәсәй
Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены «Урак һәм Сүкеш» алтын миҙалы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Анна Ильинична Кулакова 1929 йылдың 22 мартында Алтай крайында эшселәр ғаиләһендә тыуған.

Урта мәктәптең ете класын, артабан фабрика-завод уҡыу мәктәбен тамамлай, шунан һуң Алтай крайы заводында эшләй.

1957 йылдан ауыл хужалығы техникаһын сығарыусы Новосибирск «Сибсельмаш» заводының ҡойоу цехында үҙәксе булып эшләй. Һөнәрен тулыһынса үҙләштереп, норманы планда билдәләнгәндән күпкә арттырып үтәй.

1971 йылда юғары хеҙмәт етештереүсәнлегенә ирешеү ярышының инициаторы булып сығыш яһай. Алынған йөкләмәләрен уңышлы үтәп, биш йыллыҡ заданиены 2 йыл да 9 ай эсендә башҡарып сыға һәм биш йыллыҡ аҙағына тиклем тағы өс йыллыҡ нормаға тиң продукция етештерә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1971 йылдың 26 апрелендәге Указы менән Анна Ильинична Кулакова «хеҙмәт батырлығы өсөн» Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.

1974 йылдың 16 ғинуарында СССР Юғары Советы Президиумының Указы менән «1973 йыл пландарын һәм ҡабул ителгән социалистик йөкләмәләрҙе үтәүҙә һәм арттырып үтәүҙә уңыштары өсөн» хеҙмәт алдынғыһына Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» тигән маҡтаулы исем бирелә.

Анна Кулакова халыҡ депутаттарының Новосибирск ҡалаһы Ленин район Советы депутаты итеп һайлана.

1988 йылда хаҡлы ялға китә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1974)
  • Ленин ордены (16.01.1974)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (26.04.1971)
  • «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы (16.01.1974)

Хәтер үҙгәртергә

  • А. И. Кулакованың исеме «Сибсельмаш» производство берекмәһенең Хәрби һәм Хеҙмәт даны монументына индерелгән.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Т. Каримов. Кулакова Анна Ильинична. «Герои страны» сайты. Дата обращения: 30 март 2020.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Новосибирск-Новониколаевск 1893—1993 : События, люди : Сборник / Отв. ред. и авт. предисл. Л. М. Горюшкин. — Новосибирск : Наука : Сиб. изд. фирма, 1993 г. — 471 с. — ISBN 5-02-030250-3

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • Новосибирск: энциклопедия / редкол.: гл. ред. В. А. Ламин и др. — Новосибирск: Новосиб. кн. изд-во, 2003 г. — 1071 с. — ISBN 5-7620-0968-8