Куклева Галина Алексеевна

Куклева Галина Алексеевна (21 ноябрь 1972 йыл) — Рәсәй биатлонсыһы, олимпия чемпионы һәм өс тапҡыр донъя чемпионы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1994), биатлон буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (1998).

Галина Куклева Биатлонист
Дөйөм мәғлүмәт
Тулы исеме

Галина Алексеевна Куклева

Гражданлығы

СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Тыуған көнө

21 ноябрь 1972({{padleft:1972|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (51 йәш)

Тыуған урыны

РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Ишембай ҡалаһы

Титулдары
Олимпия чемпионы

1 (1998)

Донъя чемпионы

3 (2000, 2001, 2003)

Донъя кубогы

0

Карьера (Кубок мира)
Еңеү

23 (шуларҙан 9 - шәхси)

Подиум

20 (9 - 6 - 5) (шәхси) 28 (13 - 8 - 7) (эстафеталар), 1 (1 - 0 - 0) (командалы ярыш, 1997)

Миҙалдар

Ҡышҡы Олимпия уйындары
Алтын Нагано 1998 спринт 7,5 км
Көмөш Нагано 1998 эстафета 4x7,5 км
Бронза Солт-Лейк-Сити 2002 эстафета 4х7,5 км
Донъя чемпионаттары
Бронза Осрблье 1997 эстафета 4х7,5 км
Көмөш Контиолахти 1999 эстафета 4х7,5 км
Алтын Холменколлен 2000 эстафета 4х7,5 км
Көмөш Холменколлен 2000 масс-старт 12,5 км
Алтын Поклюка 2001 эстафета 4х7,5 км
Алтын Ханты-Мансийск 2003 эстафета 4х6 км
Европа чемпионаттары
Бронза Валь-Риданна 1996 индивидуаль ярыш 7,5 км
Алтын Валь-Риданна 1996 эстафета 3x7,5 км
Дәүләт һәм ведомство бүләктәре
Почёт ордены
II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы
II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы
|Ҡалып:Почётный гражданин города Ишимбая

2002/2003 миҙгел аҙағында профессиональ спорттан китеүе тураһында иғлан итә.

Спорт карьераһы үҙгәртергә

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһының биатлон буйынса республика балалар һәм үҫмерҙәр олимпия резервы махсус спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Тренеры — В. В. Новожилов.

1993—2003 йылдарҙа биатлон буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы.

Ҡышҡы Олимпия уйындары
  • 1998 йылғы Наганолағы Ҡышҡы Олимпия уйындарында Галина Куклева спринт ярышында (7,5 км) олимпия чемпионы була, һәм шулай уҡ эстафета составында көмөш миҙал яулай.
  • 2002 йылғы Солт-Лейк-Ситилағы Ҡышҡы Олимпия уйындары эстафета составында бронза миҙалын яулай.
Донъя чемпионаттары
  • Өс тапҡыр донъя чемпионы (2000, 2001 һәм 2003 йылдарҙа, барыһыла эстафетала).
  • Донъя чемпионатының ике тапҡыр көмөш миҙалсыһы (2000 йыл, масс-старт; 1999 йыл, эстафета).
  • Донъя чемпионатының бронза миҙалсыһы (1997 йыл, эстафета).
Донъя кубогы

Донъя кубогының 9 этабында еңеүсе (1996—2000, 2002—2003), Донъя кубогының көмөш (1996, 2000, 2002—2003) һәм бронза (1993-94, 1996-99, 2002) миҙалсыһы.

Европа чемпионаттары
  • Европа чемпионы (1996 йыл, эстафета).
  • Европа чемпионатының көмөш миҙалсыһы (1996 йыл, спринт).
Донъя һәм Европа чемпионаттары (юниорҙар)
  • Донъя чемпионы (1990 йыл).
  • Донъя чемпионатының бронза миҙалсыһы (1992 йыл).
  • Европа чемпионатының көмөш миҙалсыһы (1991 йыл).

Рәсәй чемпионаттары үҙгәртергә

  • Рәсәй чемпионатының көмөш миҙалсыһы (1996 йыл).
  • Йәйге биатлон буйынса Рәсәй чемпионы (1997 йыл).

Белеме үҙгәртергә

Ишембайҙың 2-се урта мәктәбендә белем ала[1]

1998 йылда Төмән дәүләт университетын тамамлай, артабан ошо уҡыу йорто профессоры.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Почёт ордены (1998)
  • II дәрәжә «Ватан алдында хеҙмәттәре өсөн» ордены (5 май 2003) — физик

культура һәм спортты үҫтереүгә ҙур көс һалғаны, 2002 йылғы Солт-Лейк-Ситилағы Олимпия уйындарында юғары спорт ҡаҙаныштары өсөн.[2]

  • Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры
  • Ишембай ҡалаһының почётлы гражданы.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Ишимбайская средняя школа № 2// Ишимбайская энциклопедия / гл. ред. М. Х. Гайсин. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 252. — 656 с. — ISBN 978-5-88185-2-054.
  2. Указ Президента Российской Федерации от 5 мая 2003 года № 502(недоступная ссылка)

Һылтанмалар үҙгәртергә