Кудимов Павел Васильевич

Кудимов Павел Васильевич (1899, Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Үрге Әүжән ауылы[1] — 27 октябрь 1943, Киев өлкәһе Ходоров ауылы) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 979-сы уҡсылар полкы взводы командиры (Воронеж фронты, 40-сы армия, 253-се уҡсылар дивизияһы), старшина. Советтар Союзы Геройы.

Кудимов Павел Васильевич
Зат ир-ат
Тыуған көнө 1899
Тыуған урыны Үрге Әүжән ауылы, Верхнеурал өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 27 октябрь 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
Вафат булған урыны Ходоров[d], Мироновка районы[d], Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Ерләнгән урыны Ходоров[d]
Хәрби звание старшина[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Башланғыс белем ала, Әүжән ағас эшкәртеү хужалығының (леспромхоз) Ҡаға ағас-таҡта әҙерләү пунктында бухгалтер булып эшләй.

1941 йылда Ҡыҙыл Армияға алына. 1942 йылдан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.

1943 йылдың 26 сентябргә ҡараған төнөндә Украиналағы Киев өлкәһе Мироновка районының Ходоров ауылы тирәһендә уң яҡ ярға беренсе булып Днепр аша сыға, взводын атакаға күтәрә һәм бейеклекте яулай. Яугирҙар бер нисә дошман контратакаһын кире ҡаға һәм сикте тотоп ҡалып, полктың башҡа подразделениеларының хәрәкәтен тәьмин итә. Дошман егерменән ашыу офицерын һәм һалдатын юғалта. Ике пулемёт нөктәһе юҡ ителә[2].

П. В. Кудимов 1943 йылдың 27 октябрендә батырҙарса һәләк була. Киев өлкәһенең Ходоров ауылында ерләнә.

СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы 1943 йылдың 29 октябрендәге указына ярашлы старшина Кудимов Павел Васильевич командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгән һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.

Наградалары үҙгәртергә

Хәтер үҙгәртергә

П. В. Кудимов исемен Башҡортостандың Белорет районындағы Үрге Әүжән ауылында урам йөрөтә.

Белорет ҡалаһында бюст ҡуйылған.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Ныне — Белорецкого района Башкортостана.
  2. 2,0 2,1 Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682525/793756, д. 59/25, л. 18/138, 139).

Һылтанмалар үҙгәртергә